Өҙөк килтерәм:
"Фестивалдә "Дәрүиш" үҙен юғары кимәлдәге талантлы төркөм тип танытты. Әммә артабанғы үҫеш заманса мөмкинлектәр талап итә. Егеттәр "Урал моңо" хаҡында түбәндәге фекерҙе белдерҙе: "Бындай саралар уҙғарыуға күберәк сығымдар кәрәк. Беҙҙең аппаратураның ҡеүәте етмәү арҡаһында тауыштың сифаты насарыраҡ яңғыраны, был бик үкенесле".
"Дәрүиш"тәр үҙҙәренең Хәйбулла районында ла гастролдәргә ыҙаланып йөрөй икән. Бөгөндән автобусға мохтажлыҡ кисерәләр.
Шулай ҙа музыканттар "Маҡан " совхозы директоры А.Н. Малимановҡа бик рәхмәтлеләр.
Ансамблдә бер-ике үҙгәреш бар: хәҙер уның солисы - Дим Мәннәнов."
https://vk.com/im?sel=357905114&w=wall620309849_2647%2Fe9626086e97749ae0f