Бибисара апай, һеҙҙе тәүге тапҡыр тыңлауымдың ҡыҙығын һөйләп китәйем әле. Редакция водителе командировкаға сыҡҡанда оҙон юл буйына бер бәрхәт тауышлы ир кешене йырлатты ла йырлатты. Ахырҙа “Ниндәй ағайҙы тыңлайһың?” тип һораным. “Ағай түгел, Бибисара был”, - ти. Аптыраным. Аҙаҡ ҡына һүрәтегеҙҙе күреп аңланым. Ошолай уйлаусыларға, әйтеүселәргә үпкәләмәйһегеҙме?
— Юҡ, әлбиттә. Мин хәҙер үпкәләй торған йәштән үткән. Нисек бар - шулаймын.
Баймаҡтан сыҡҡан йырсы икәнлегегеҙҙе беләбеҙ, ә тыуып-үҫкән ерегеҙ, тәрбиәләнгән ғаиләгеҙ, ата-әсәгеҙ хаҡында ла үҙ ауыҙығыҙҙан ишетке килә?
— Мин Баймаҡ районының Талҡаҫ күленә китеп барғандағы Бәхтегәрәй йәки Әпек ауылында тыуғанмын. Бәләкәс кенә ауылды меңйәшәр ҡарағастар, зифа ҡайындар уралтҡан, хозурлыҡ, иркенлек...
Һуғыш башланғанда әсәйемә ун дүрт йәш булған, шул үҫмер бала үгеҙ егеп Магниттан тракторҙарға яғыулыҡ ташыған. Юлда туҡтап, үгеҙҙәренә һалам һалып, шул һаламды өйөп яндырып, көлөндә картуф өтөп ашап, серем итеп йөрөгәндәр. Бер хатта бүреләр ҙә ҡамаған ҡыҙҙарҙы. Әлеге һаламды яға-яға ҡайтып еткәндәр. ..
Үҙем хаҡындағы һүҙҙе әсәйемдән башланым. Уның ауыр һәм бәхетһеҙ яҙмышын бәйән итеүҙән. Бәлки, был ғәҙәти тормош ҡыналыр, әммә ҡатын-ҡыҙ бәхетен беҙ ир бәхете, ғаилә бәхете аша баһалап өйрәнгәнбеҙ бит инде. Ундай бәхет яҙмаған уға. Йәшләй генә ирҙәр эшендә йөрөп, һуғыштан һуң да көслө ир-егеттәрҙән сатан-сулаҡ ҡына ҡайтып, ҡыҙҙар һаман да сплав, урман ҡырҡыу, ер һөрөп-урыуҙа йөрөгән. Унан һауынсы булып китә. Ҡырҡ туғыҙынсы йылда мин тыуам. Атайым Сибай яғынан килгән уполномоченный була. Ул үҙенең ғаиләле кеше булыуын әйтмәй. Аҙаҡ йыш ҡына мине күрергә тип килә, тик өләсәйем үҙенсә хәл итеп, бәләкәс баланы урман араһына алып барып йәшерә лә ҡуя икән. Шул хәлде хатта хәтерләйемдә әле. Элек малайҙарҙы бабаға ултыртҡанда, шул баба менән ҡурҡыталар ине. Ә мине “Мостафа” менән ҡурҡыттылар, өләсәй “Бала йыйыусы Мостафа килгән” тип ағаслыҡҡа алып барып, ҡулыма шәкәр киҫәге тоттора ла, ҡалдырып китә. Сепрәктәр, таштар бирә, шәкәрҙе ялап, сепрәк-сапраҡты уйнатып, “Мостафа”нан йәшенеп ултырам. Уның атайым икәнлеген кем генә белгән инде? Оҙаҡ йылдарҙан һуң, әсәйемде ерләгәндә генә беренсе тапҡыр күрҙем атайҙы...
Аҙаҡ мин өләсәйемдә үҫтем. Әсәйемде лә “әсәй” тимәнем. Уны ҡустыһы ла, башҡалар ҙа “апай” тигәс, ололар ҙа өйрәтмәгәс, “апай” тинем дә ҡуйҙым. Аҙаҡ иһә, шулай уҡ арыуыҡ ғүмер үткәс, үҙем ике балаға әсәй булғас ҡына, телем был изге исемде әйтте. Быныһы инде икенсе тарих, ә әлегеһенә ҡайтҡанда, әсәй район үҙәгендә баракта йәшәп һыйыр һауа. Мин уны күрергә тип йәйәүләп, матур милли күлдәк кейеп, өләсәйемдең итәгенә тотоноп ҡына барам. Камзулым, ҡашмауым да бар ине. Аяғымда бәләкәй галуш. Ул галуш төшөп ҡалмаһын өсөн аҫтынан эрзинкә үткәрелеп, төймә менән баҫып ҡуйылған. Һигеҙ саҡрымды шулай тәпәйләйбеҙ. Өләсәйем мине әүрәтеүгә уйын уйлап таба, бар шул ташҡа тиклем йүгер, бар шул ағасҡа тиклем, тип алдан ебәрә. Йүгереп барып етәм дә, ул килгәнсе ҡысҡырып йырлай торам. Шул 4-5 йәшемдә үк һанһыҙ йырҙар беләм. Унан өләсәй әбейҙәрҙе йыйып еләккә алып сыға. 22 июндә Ирәндектең иң бейек түбәһенә менә торғайнылар. Шуларға мин дә эйәрәм һәм былар ял иткәндә йырлап күңелдәрен асам. Майикмәк, йомортҡа, кәнфит һымаҡ иң тәмле ризыҡтар менән һыйланып, иркәләнеп йөрөп ҡайтам инде.
Өләсәйем дә өйҙә ултырмай. Ул ике ауыл араһындағы йәйләүҙә ятып бейә һауа. Мин өсө лә тулмаған бала шундай ҡыҙырып йөрөп торам. Ҡайҙалығымды күреп тороу өсөн башыма сөм-ҡыҙылдан яулыҡ ябындыра икән. Шулай бер көн ҡатындар ҙа, көтөүселәр ҙә мине күҙҙән яҙҙыралар ҙа, таба алмай яфаланалар. Зымзыя юҡ булам да ҡуя. Өсөнсө көн генә Ғөбәйт ағай һыбай килеш тау ҡаяһына менеп ҡарап, ялан юлында бер ҡыҙыл таптың йыбырлауын аңғарып ҡала. Бысранып, себен-серәкәйҙән таланып шешенеп, илап-хәлһеҙләнеп бөткәнмен, ә яулығымды һалмағанмын икән. Был минең беренсе тапҡыр үлем менән осрашыуым, әммә унан ҡотолоп ҡалыуым булды. Ә ғүмер юлымда улар бер-нисәү булды.
Эстрадала Бибисараның барлыҡҡа килеүе бер юмористик шоу һымағыраҡ булды. Был исемде хатта уйлап сығарылған псевдоним да тинеләр. Һәм, ни өсөн, ни сәбәптән Бибисара булып киттегеҙ?
— Эстрадала йәштәр ҡушҡан ғына түгел, документтағы һәм ғүмер буйына йөрөткән исемем дә был. Ҡыҙ бала тапҡас әсәйем Миңзәлә тип атаған. Ауыл советына барып, метрикама шулай яҙып бирергә һораған. Ә унда Шәфҡәт исемле ағай тейеш кешебеҙ ултырған һәм һеңлеһенең ҡыҙына үҙенең үкенесле мөхәббәтенең исемен тағып яҙған да биргән. Шулай итеп Миңзәләгә Бибисара тигән документ биреп ҡайтарғандар.
Һуғыштан һуң тыуған балалар быуыны бит инде һеҙ. Белеүебеҙсә, уларҙың яҙмышы еңелдән булмай. Шулай ҙа һеҙ хеҙмәт өлкәһендә лә, ижад өлкәһендә лә үрҙәр яулағанһығыҙ. Нимәләр нигеҙ булды был үҫешкә?
— Әсәйгә ҡунаҡҡа барып йөрөнөк тип һөйләнем бит инде. Ер иҙәнле саман барактарҙа өйһөҙ яңғыҙ ҡатындар, толдар йәшәй. Өләсәйем үҙенең ҡиәмәтлек ҡыҙында ҡуна, мине әсәй янында ҡалдыралар. Аҙағыраҡ, өләсәйҙең улы өйләнеп, унда балалар ишәйә башлағас, әсәйем уҫаҡтан бура ҡороп, шуны һалам менән балсыҡҡа һылап, бәләкәс кенә өй яһап инде лә, икебеҙ йәшәй башланыҡ. Мин шулайтып, беренсе тапҡыр, икенсе синыфҡа бара торған йылы әсәйем менән йәшәп киттем.
Ә беренсе класта ауылымда аҙыраҡ уҡып ҡалғайным. Көҙ көнө, бөтөн балалар мәктәпкә барғанда, мине йәше тулмаған тип тә алманылар, уныһына ла ҡарамаҫ инем, кейем юҡ. Уҡытыусы Дамир ағай беҙҙә фатирҙа тора, ул дәрескә китһә, мин дә ҡала биреп эйәреп барам да, тәҙрәнән ҡарап тик торам. Индереп ултыртыр ине ялан аяҡмын, өҫ тә бөтөн түгел. Шунан был, минең ныҡ уҡығым килгәнде аңлағас, өләсәйем менән һөйләште лә, ололар быйма мәле еткәс мәктәпкә йөрөргә рөхсәт булыр тип ҡуйҙылар. Сөнки аяҡҡа быймам ғына бар.
Унан өләсәй торф сығарыусыларға ойотҡан биреп һалдат яғаһы алмаштырып алды, көпө тегеп өҫтөмдө рәтләне, быймам бар бит инде, декабрь айына барҙым уҡыуға.
Икенсе класҡа әсәйемдә булдым инде. Был ҡарлуғас ояһындай ғына өйҙә беҙ бик бәхетле йәшәнек. Хәҙер ҙә уйлайым, ундай илаһылыҡты башҡаса кисермәгәнмендер тип. Кескәй генә ике тәҙрә, усаҡлы мейес, тәпәш урындыҡ, урындыҡ өҫтөндә ҡаралды. Бына шулар ғына һыйған ине. Әсәйгә яҡшы эшләгәне, райсовет депутаты булғаны өсөн быҙау биргәндәр, шуны ла өйҙә тотоп үҫтерәбеҙ. Һарыҡ алып булыр, тип, һарыҡҡа сыҡты тағы. Мәктәптән ҡайтам да, шул уҡ кейемдә фермаға бәрәстәрҙе алышырға йүгерәм. Шунда төрлө тайпылыштар менән булған зәғиф бәрәстәрҙе лә күрҙем. Әсәйем мин балаға, кеше хаҡында насар хәбәр һөйләргә, яман эштәр ҡылырға ярамай, юғиһә, бына, малдарға төшә, тип аңлата.
Мөйөштә ҡалпаҡлы радои торҙо өйҙә. Сәғәт берҙә башҡортса концерт башлана. Аяҡ өҫтө баҫып, радиоға күҙ йоммай тексәйеп тороп тыңлайым. Фәриҙә Ҡудашева, Хөсәйен Ҡудашев, Мәғәфүр Хисмәтуллиндар йырлай. Уларҙы тыңлап бөткәс, хәҙер һеҙ мине тыңлағыҙ тием дә, эй, ҡысҡырып йырлай башлайым. Улар ишетеп торалар тип уйлайымдыр инде. Аҙағынан “Алла бирһә мин булырмын Косыгиндың килене” тигән куплет менән тамамлап ҡуям.
Әсәйем яҡшы тегенсе лә булды. Ҡулдары ярылып-теленеп бөткән, шуларын туң май менән һылап бәйләйем кистәрен. Ә ул уралған бармаҡтары менән теген машинкаһы артына ултыра. Ҡатын-ҡыҙҙарға күлдәк-костюмдар тегә. Мине сигеүгә өйрәтте лә, кейәүгә китә торған апайҙарға оҡон-оҙон таҫтамалдар сигәм. Әсәй теккән ҡулъяулыҡтарға рауза гөлдәре, һандуғастар төшөрәм, янсыҡтарға ҡусҡарҙар яһайым, ситтәрен ынйылап тороп кручоклайым. Шул эштәр барышында ул йырлай, мин ҡушылам. Ныҡ матур йырланы бахырҡайым... Унан яңғыҙ ҡатынға ултырмаға киләләр ине. Сәйнүктә бал алып килеп, кәсә төбөнә генә һалып эсеп ултыралар. Урындыҡта урын юҡ, иҙән тар, мөйөштә быҙау менән бәрәстәр, мин урындыҡ аҫтына фуфайка түшәйемдә инеп ятам. Эй, йырлашалар бит! Урындыҡ аҫтынан мин дә ҡушылып ятам.
Сит ауылға килеп йәшәй башлағас, мин ят бала тип уйнатмайҙар. Ә уйнағы килә бит. Ахырҙа әсәйҙең банкалағы кәнфиттәрен урлап алып сығам. Бер ул эшкә киткәндәй булғас, кәнфиткә тотонғайным ғына, әсәйем кире килеп инде. “Ни эшләйһең унда?” тип һорай. “Һөт эсәм”, - тип яуаплайым. Йәнәһе, һөт эсәм, тумба эсендә. Ишек башында торған селек сыбыҡ эләкте шул саҡ.
Тау шыуырға ла санам юҡ, ул заман сана хәллерәк әҙәм балаларында ғына ине. Башҡалар быймаларының табанын туңдырып алып эйәләр. Олораҡ ҡыҙҙар миңә “Бар, Бибисара, шәрелә тороп ал да, быймаңды шымарт” тиҙәр. Мин шәрелә тора биргәйнем, әсәй ҡулдан ямаған ғына быйманың табаны тотошлайым менән торҙо ла ҡалды. Өйгә табанһыҙ ҡайтып киттем. Унда ла эләкте.
Икенсе класты бөткән йәй еләк һаттым. Иртәнсәк бер, төштән һуң бер биҙрә йыйам да, Баймаҡҡа ун биш саҡрым үтеп алып барам. Ялан аяҡ, биҙрәләрҙе көйәнтәләп бер өйөр балалар сығабыҙ. Бер мәрйә көтөп тора минекен һәм унар һум менән ала. Йыйылған аҡсаға үҙемде кейендерҙеләр. Тәүге тапҡыр һатып алынған эс кейемдәре, кофталар кейҙем.
Дүртенсене бөткәйнем, әсәй ҡабаттан дүрткә ултыртты ла ҡуйҙы. Баймаҡҡа ебәреп уҡытырға ятыр фатир юҡ икән. “Ярай, бер йыл уҡы ла, унан ике-өс йыл быҙау ҡарарһың, унан үҫәһең инде, ана, Әминә әбей менән һөйләштек, ул улына килен итеп ала”, - ти. Ә мин ҡыуанам.
Ун биш көн тирәһенән әсәйҙе ауыл советына саҡырғандар икән, детдомға бир уҡыта алмаһаң, тигәндәр. Балалар йортона тапшырыуҙан ҡырҡа баш тартып, Таулыҡайға бер туғандарына алып барып һалдылар. Ял һайын был егерме биш саҡрымды ҡайта ла киләм. Ботинкамды йәлләп, ойоғомдо эсенә тығам да, ялан аяҡ йүкмәп киләм. Бер шул ойоҡ төшөп ҡалған, уны илай-илай эҙләп төнгә ҡалдым, шулай ҙа таптым.
Бишенсе кластан Сибай интернатына барҙым. Йәйҙәрен ат тырмаһында йөрөнөм, аҙ булһа ла иген бирәләр ине.
Бер ҡайтыуына әсәйем биш балалы һуғыш ветеранына кейәүгә сыҡҡан. Димләп биргәндәр. Теге ағайҙың ҡатыны үлгән дә ваҡ балалар менән ҡалған, уға ҡатын кәрәк, ә әсәйем яңғыҙ, уға ир кәрәк тигәндәр инде. Бына шул хәлдән минең әсәйемдәге бәхетле көндәрем тамам булды ла. Һеҙ һуғыш ветерандарын осрашыу-фәләндән генә беләһегеҙ, ә беҙ уларҙың һуғыштан боҙолоп, йән һәм тән яраларынан әрнеп, психикалары китеп, эскелеккә бирелеп ҡайтыуҙарын үҙ елкәләребеҙҙә татыныҡ. Каникулдарға ҡайтыла ла ҡыштарын кәртәлә, йәйҙәрен картуф араһында йәшенеп йөрөп кителә. Хәлдәр шулай булды, күптәр шулай йәшәй ине...
Ошондай бала саҡ мине сыныҡтырҙы. Йәшәүҙән дүндермәне, ә киреһенсә көрәшсе, яугир итте. Әгәр берәүҙең иркә генә ҡыҙы булып наҙланып үҫһәм, мин алда ҡуйылыр һынауҙарҙы үтә лә алмаҫ инем. Бер нәмә лә бушҡа түгел донъяла, ул мине лә шулай киләсәккә әҙерләгән.
ДАУАМЫ: https://vk.com/wall-177131683_20742?w=wall-113815477_7352