Рәшиҙә Туйсина, Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисткаһы:
"Унынсыны тамамлағас, мин, Баймаҡтың пионер вожатыйы, халыҡ бейеүҙәре ансамбленә, үҙемде һынап ҡарарға килдем. Әммә икенсе турҙың иң аҙағына эләктем. Ҡатнашыусыларҙы баһалау бөткән. Шул саҡта мин аптырашлы ҡараштарым менән имтихан алыусыларҙан "Ә мин?" тип һораным. Миңә бейеп күрһәтергә рөхсәт бирҙеләр һәм мин яратҡан "Заһиҙәмде" бейенем. Был бейеүҙе миңә мәктәптә уҡығанда уҡ Йәнғәли Вәхитов өйрәткәйне. Ул ваҡытта, әлбиттә, мин бик тартынып, ышанысһыҙ ғына бейенем, ҡулдарым да тупаҫ хәрәкәтләнгәндер. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, жюри ағзалары миңә иғтибар итте һәм мин, бөтә этаптарҙы үтеп, стажировканан һуң ансамблгә алындым.
Лирик яңғыҙ бейеү "Заһиҙә"не иң беренсе киң публикаға Фәйзи Ғәскәров исемендәге Башҡорт дәүләт ансамбле 1961 йылда, Мәскәүҙә сығара.
"Заһиҙә" менән тәүге тапҡыр сәхнәгә сығыуым ҡайҙалыр тегендә-бында ғына түгел, ә Кремль һарайында булды, – тип уртаҡлаша бейеүсе Рәшиҙә Туйсина. – Уны бүтән бейеүсе башҡарырға тейеш ине, ләкин минең яныма Фәйзи Әҙһәм улы йүгереп килде лә: "Туйсина, тиҙ генә "Заһиҙәне" әҙерлә, сәхнәгә сығаһың" тине. Мин юғалып ҡалдым. Фәйзи Әҙһәм улы үҙе ҡушты бит! Үҙемә күпкә ҙурыраҡ булған кеше костюмын кейеп алдым, баянсы Әлфәрит Солтанов көй уйнап ебәрҙе һәм мин сәхнәгә ынтылдым. "Берәй урында яңылышмаһам ғына ярар ине!" тип уйлайым. Нисектер бейеп сыҡтым. Артымда – тынлыҡ. "Бөттө былай булғас, төшөп ҡалдым" тип борсолам... Һәм ҡапыл дәррәү алҡыштар ишетәм. Мине ҡабат сәхнәгә саҡырҙылар... Концерттан һуң күрәм – бер ҡосаҡ сәскәләр тотоп ҡаршыма Фәйзи Әҙһәм улы килә: "Туйсина, белеп ҡуй, мин, ғәҙәттә, артистарыма сәскә бүләк итмәйем, әммә һин лайыҡлы!" – тине. Икенсе көнөнә мине ошо бейеү менән Халыҡтар дуҫлығы университетына саҡырҙылар. Ә 1968 йылда Софияға, Бөтә донъя йәштәр һәм студенттар фестиваленә ебәрҙеләр. Унда минең сығыш алтын миҙал яуланы".
Ошо ваҡиғаларҙан һуң Рәшиҙә Туйсина башҡарыуындағы "Заһиҙә" бейеүен Ф. Ғәскәров ансамбле сәфәрҙәрендә Афғанистан, Пакистан, Африка илдәре, Сенегал, Мали, Польша, Германия, Эстония, Финляндия, Дания, Франция һәм башҡа илдәр тамашасылары күрә.
Рәшиҙә Туйсина был бейеүгә күп яңылыҡтар индерә. Беренсенән, уға һығылмалылыҡ һәм бейеү элементтары өҫтәй.
Гүзәл Әсәҙуллина
(Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисткаһы, Ф. Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле педагог-репетиторы)
-"Бейеүҙәге "ең һыҙғаныу" элементы айырыуса һоҡланғыс образ тыуҙыра. Елән еңдәрен төҙәткеләп, ҡулдарҙы һығылмалы хәрәкәтләндереү бейеүгә классик төҫ бирә. Бында Фәйзи Әҙһәм улы Ғәскәровтың талантлы эшмәкәрлеге сағыла. Беренсенән, ул башҡорт бейеү фольклорында ниндәйҙер формалар һәм мотивтар тотоп ала, икенсенән, академик бейеүҙәрҙең башланғысын тойоп, бөтә был нюанстарҙы үҙе ҡуйған бейеүҙәрҙә күрһәтә".
Дөйөм алғанда, "Заһиҙә" бейеүендәге ҡулдар һығылмалылығы, ансамблдең башҡа сығыштары кеүек үк, башҡорт ҡатын-ҡыҙы бейеүҙәренең төп башҡарыу техникаһына әйләнә. Бары ҡул хәрәкәттәре менән генә башҡорт ҡыҙҙары яңғыҙ бейеүҙе һүрәтләй ала.
Хореографтар билдәләүенсә, башҡорт бейеүҙәрен башҡарған ҡыҙҙарҙың тәү сиратта ҡулдары йомшаҡ булырға тейеш.
Рәшиҙә Туйсинаның "Заһиҙәһендә" башҡорт ҡыҙы йомшаҡ ҡына баҫып, һалмаҡ хәрәкәттәр менән ҡурай моңонда сыға, еңдәрен һыҙғанып ебәрә, орсоҡ өйөрөлтә, еп үрә, ҡымыҙ бешә һәм, сынаяғын күтәреп, тәмләп ҡарай. Ҡул суҡтарын уйнатып, иңбаштарҙы һикертеү, күбәләк осҡандай елпенеү, япраҡ шыбырлауын, ағастар тибрәлешен сағылдырыу - халыҡ фольклоры хәрәкәттәре, улар бейеүгә яңы төҫ бирә. Ҡул суҡтары берсә өҫкә менеп, берсә аҫҡа төшөп елпенә, иңбаштар алмаш-тилмәш һикереп ала. Ҡулдарҙың бөтә хәрәкәтәре лә йомшаҡ һәм һығылмалы. Барлыҡ ым-хәрәкәттәрҙә, хатта күҙ һирпеп ҡарауҙарҙа ҡатын-ҡыҙҙың нәзәҡәте һәм тыйнаҡ шаянлығы сағыла. Бейеү башҡорт ҡыҙҙарының тышҡы сибәрлеген, нәфислеген һәм эске сафлығын, рәхимлелеген күрһәтә. Ул бер үк ваыҡытта елкенеүсән дә, һалмаҡ та.
Икенсенән, "Заһиҙә"нең костюмы үҙгәрә. Бейеүсенең башында башҡорт ҡыҙҙарының традицион баш кейеме – ҡашмау барлыҡҡа килә, ә элек төлкө бүрек булған. Бынан тыш, Рәшиҙә Туйсина үҙенең буй-һынына тура килтереп, еләнде биллекләй, оҙонайта, биҙәй.
"Башыма ҡашмау кейгәйнем, миндә ырыу-тоҡомдарым рухы уянды, – тип һөйләй бейеүсе. – Әсәй-өләсәйҙәребеҙҙең уны нисек кейеп йөрөүен, үҙ-үҙен тотоштарын тойҙом, милли кейем аша башҡорт ҡатын-ҡыҙының характерын нисек тапшырырға була икәнен аңланым. Ҡашмауҙы бит никахлы ҡыҙҙар кейгән. Ул шундай ауыр, сөнки уға көмөш тәңкәләр, мәрйен-таштар, ҡабырсыҡ һәм ҡортбаштар тағылған. Тәғәйенләнеше лә никахлы ҡыҙҙар өсөн. Тимәк, ул тирә-йүнгә ҡарамаҫҡа, йылмаймаҫҡа, үҙен тыйнаҡ тоторға, ғаилә тормошона яраҡлашырға тейеш. Ул наҙлы, тыңлаусан, әммә шул уҡ ваҡытта ғорур ҡыҙ. Бына ошо үҙгәрештәрҙән һуң мин "Заһиҙәне" бөтөнләй башҡаса тәҡдим иттем һәм ул Фәйзи Әҙһәм улына ла оҡшаны"
"Заһиҙә" костюмының йәнә бер үҙенсәлеге – кештәк, йәғни ең төптәренең ҡош ҡанатылай киң итеп тегелеүе. Рәшиҙә Туйсина һүҙҙәре буйынса, был элемент иркен хәрәкәтләнеү өсөн генә уйлап сығарылмаған, ә унда – башҡорт халҡының азатлыҡ һөйгән тыйнаҡ асылы ла сағыла. Башҡарыусының ҡулдары ҡош ҡанаты кеүек елпенә, ә Фәйзи Әҙһәм улы торна ярата ине, тип һөйләй Гүзәл Әсәҙуллина.
Бөгөн "Заһиҙә"гә 60 йылдан ашыу. Һәм ул бөгөнгәсә башҡорт ҡыҙҙарының яңғыҙ бейеүе эталоны булып ҡала. Фәйзи Ғәскәров ансамблендә был композиция, ҡашмау менән бергә, башҡарыусыларға быуындан быуынға тапшырыла. Әммә бик күп тамашасы өсөн Рәшиҙә Ғилметдин ҡыҙы Туйсина һаман да уның йөҙө булып ҡала. Рәшиҙә Туйсинаның башҡарыуы хаҡында былай тип яҙалар: "Бейеү теле аша ул башҡорт ҡатын-ҡыҙының күңелен, матурлығын, зиһенен, тәрән аҡылын, тотанаҡлығын һәм һомғоллоғон асып бирҙе. Шулай уҡ ҡатын-ҡыҙ хеҙмәтенең поэзияһын да һынландырҙы.
Рәшит Шәкүр
(Башҡорт шағиры, яҙыусы, публицист)
-"Заһиҙә" бейеүе ул – Башҡортостанды – боронғо Урал ерҙәрен сағылдырған һоҡланғыс ҡатын-ҡыҙ хаҡындағы тулҡынландырғыс хикәйә. Уның күңел сафлығын, тәрән аҡылын, саф һөйөүен, туған тәбиғәтте һәм матурлыҡты ихлас ҡабул итеүен тасуирлаған әҫәр.
Йәмилә Бикбаева
(Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы, солист)
-" Туйсина беҙҙең өсөн яңғыҙ башҡарылған башҡорт бейеүҙәренең эталоны булып тора. Уның менән бер кемде лә сағыштырырлыҡ түгел, әммә һәр бейеүсе уның образына оҡшатырға тырыша".
Миләүшә Хәйбуллина (БР атҡаҙанған артисы)
Солист
"Минең тыуған ерем Баймаҡта Рәшиҙә Туйсина "Заһиҙәне" башҡарған данлыҡлы Ғәҙелша шарлауығы бар, уның янында фотоға төшөү хәҙер инде традицияға әйләнгән. "Заһиҙә" ул башҡорт сувениры кеүек, уны сит илдән килгән ҡунаҡтарға ла, үҙебеҙ делегация менән барған ерҙәрҙә лә күрһәтеүҙе һорайҙар. Республиканан ситтәге тамашасыларҙы ул һәр саҡ һығылмалылығы, костюмы менән һоҡландыра".
Асия Тотманова
(Башҡортостандың халыҡ артисы, "Гранде" ритм-балеты етәксеһе, Хазина Мағазованың һеңлекәше)
-"Был бейеү тәү сиратта ҡурай моңдары тыңлап әҫәрләнгән, ошо көй аҫтында күңел кисерештәрен хәрәкәттәргә һалған, үҙ асылын моң менән һынландырған ҡатын хаҡында. Башҡорт ҡатын-ҡыҙының күңел донъяһы шул тиклем тәрән, әммә йәшерен, моғайын, күсмә тормош рәүеше уларҙы шундай иткәндер. Ғәскәров фольклор экспедицияларында ла шуны күргән: башҡорт ҡатындары нисек тоя, шулай бейей. Беҙгә хәҙер ошо эталонды мотлаҡ һаҡларға кәрәк, сөнки ул эксклюзив. Мин һәр ваҡыт уҡыусыларыма әйтә киләм "Башҡорт бейеүен башҡарғанда, һин урыҫтың да, татарҙың да, сиғандың да рухын еткермәйһең, ә башҡорт халҡының рухын күрһәтәһең. Әгәр һеҙ ысын итеп башҡарырға өйрәнһәгеҙ, үҙегеҙгә башҡаса мөнәсәбәттә буласаҡһығыҙ, күңелегеҙҙә тамырҙарығыҙға һеңгән башҡорт рухын тоясаҡһығыҙ".