-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Тарих һәм шәхес
30 Октябрь , 07:12

Аттарҙың башына дуҫлыҡ етте

Советтар союзына Никита Хрущев идара иткәндә халыҡты бөтөнләй көтөлмәгән асыштар менән шаҡ ҡатыра торғайны. Кәзәләрҙе бөтөрөү, кукуруз үҫтереү, аттарҙы ҡырыу, нимә генә булманы инде. Һәр обком шулай уҡ нимәлер уйлап табып Хрущевты ҡыуандыра торғайны. Бер осор Хрущевтың теләге менән хужалыҡтарҙы үҫтереүгә ҡамасаулай тип аттарға ябырылдылар. Уның ҡарауы, башҡорт һәм татар ауылдарында сусҡа фермалары ҡалҡып сыҡты. Башҡортостанда был мөмкинлекте үҙ файҙаларына бороп ебәрҙеләр. Йылҡы итенә мул итеп сусҡа майы ҡушып колбаса етештерә башланылар.

Аттарҙың башына дуҫлыҡ етте
Аттарҙың башына дуҫлыҡ етте
Исеме лә үҙенән үҙе килеп сыҡты. “Дуҫлыҡ” тип атанылар колбасаның яңы төрөн. Тик ниңәлер был колбаса өмөттө аҡламаны. Беләһегеҙме, ни өсөн? Баҡтиһәң, йылҡы ите ҡушылған тип урыҫтар яратмай, дуңғыҙ майы ҡушылған тип башҡорттар менән татарҙар ашамай.
 
“Дуҫлыҡ” оҙаҡҡа барманы, прилавкаларҙа күп ятмай, үҙенән-үҙе юҡҡа сыҡты. Был хаҡта хәтерләүселәр әле лә барҙыр.
 
Ф. Моратов.
Автор:
Читайте нас: