+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Тарих һәм шәхес
21 Октябрь , 09:09

“Бейеш”те халыҡ шағирының шәхсән үҙ йырылай күргәнге

Хәләлбикәһе Рауза ханым йырларға яратҡан “Бейеш” моңо Мостай Кәримде ғүмер буйы оҙата килгән. “Был йыр – минең йырым. Үҙемдеке. Тәү ишеткәндә үк түгел, ә уның икенсе тапҡыр, йәғни минең өсөн тыуған мәленән алып, рухым уға сат йәбеште, ғүмерлеккә хужа булды. Ҡайҙа ғына, кем генә йырламаһын, тик минең өсөн генә яңғырай ул. Һәм, остоғон да ҡалдырмай, йөрәгемә һеңдерәм.Һеңдерәм, ә танһығым ҡанмай” (Бейеш. 4-се том, 311).

“Бейеш”те халыҡ шағирының шәхсән үҙ йырылай күргәнге
“Бейеш”те халыҡ шағирының шәхсән үҙ йырылай күргәнге

Оло яуҙа ауыр яра алыуы арҡаһында, хәл өҫтөндә йөрөгән Мостафа Сафа улын кәләше Рауза менән бергә күптәнге дуҫы, күренекле драматург Мөхәммәт Хәйҙәров үҙенә, Учалылағы Өргөн ауылына, саҡырып, ҡатыны Ғәйниямал менән, кәзә ҡымыҙы эсереп, тәрбиәләй. Шағир үҙе әйтеүенсә, аҙна-ун көн үтеүгә тыны иркенәйеп, теҙ быуындары нығына төшөүгә кәләше уны Биргетауға әйҙәй. Яралы фронтовик бик ырата алмай. Рауза иһә алғараҡ сыға ла кинәт “Бейеш” йырын башлап ебәрә. Шағирға электән үк таныш был йыр кәләше башҡарылыуында өр-яңы йөкмәтке алғандай, өр-яңы моң менән һуғарылғандай тойола: “Ни мөғжизә был?! Шул уҡ йыр. Беренсе нотаһынан уҡ тамаҡҡа төйөр тығылды, тәндәр сымырлап китте,” – ти ул үҙе лә. Сөнки ҡаяға килеп ҡунған зәңгәр ҡош булып тойолған Раузаһының йырлауы уның зиһенен ала, ерҙән айырып, рухын күктәр менән ҡауыштыра. Ысынлап та, мөғжизә хасил була. Шул йыр тыуҙырған мөғжизәне шағир үҙе бына нисек тасуирлай: “Моң саҡырыуына, моң бойороғона буйһоноп, мин үргә үрләйем. Шул арала зәңгәр ҡош (йәғни Раузаһы. — Ә.С.), йырын бүлмәй генә, тағы ла бейеккәрәк осоп ҡуна. Миңә яңы дәрт өҫтәлә, дарманым арта. Йырға эйәреп барғанымда, яңы һулышым асыла. Мин инде үҙемдән дә йәшерәкмен. Донъям хөр, тәҡдирем хәүефһеҙ, ҡот китмәҫ, йот килмәҫ. Әйтерһең, артымда һуғыш та, ғазаптар ҙа, әжәл янауы ла булмаған.” (Шунда уҡ. – 314-се б.). Инде тауҙың түбәһенә менеп еткән йырсы ҡошсоҡто, Раузаһынан, алыҫ Рурҙа ҡойолоп, Днепрола йөрәге янында урын алған мина ярсығының әрнетеүенә лә ҡарамай, шағир үҙе әйтмешләй, “тотам да ҡалмай”. Уны “хатта уҙырға ла форсат” таба. Артабан автор шулай ти: “Мин бисәмдең һағыш тулы күҙҙәренә ҡарайым. Йыр өҙөлмәй.

Йәйгенәһен бында, ай, йәйләнем,
Ҡышҡынаһын ҡайҙа йәйләйем?”

Йырҙың был һүҙҙәрен моңға һалғанында, яралы офицер ҡатыны Бейеш һүҙҙәрен үҙенекеләй күреп йырлағандыр. Хәйер, был фаразды Рауза ханым үҙе үк ҡеүәтләгән, имеш. Ана ул ни тигән иренә: “Был йырҙы мин өсөнсө йыл һин Мәскәү больницаһынджа хәл эсендә ятҡан көндәрҙә радионан отоп, өйрәндем. Ҡайғылы сағында кешене йыр, илатып булһа ла, йыуата икән. Йырлап, илайым да йыуанам төҫлө.”Бейеш” ул заманда беҙҙең билдәһеҙ, шомло яҙмышыбыҙ тураһында һөйләй һымаҡ ине” (Бейеш, – 4-се том . 315).

Ҡатыны шулай тигән. Ә шағир, Биргетауҙа яңғыраған “Бейеш” йырының берҙән-бер тыңлаусыһы, ни тигән? Бына ул нимә тигән: “Һуңғы өндәрҙе ел алып китте. Ә моң минең ҡан тамырҙарыма күсте, күсте лә тулап тибә башланы. Иләҫ-миләҫ ғүмерем оҙая... Үҙем тау башындамын. Эргәмдә Ҡояш, аяҡ аҫтында ел... Янымда хәләл йәрем. Күңелемдә ғүмерлек бүләк – “Бейеш. Бәхет түгелме ни ошолар? ... Бына шулай. “Бейеш” – минең йырым ул. Үҙемдеке. Ҡайҙа ғына кем генә йырламаһын. Тик минең өсөн генә яңғырай ул. Осмотон да ҡалдырмай, йән-тәнемә һеңдерәм. Һеңдерәм, ә танһығым ҡанмай” (4-се том. – 315-се б.).
Шағирҙың “Бейеш” тигән сәсмә әҫәрен башҡорттоң ошо уҡ исемдәге йыры йөҙөндә халҡымдың тотош йыр хазинаһына мәҙхиә тип атарға булыр ине.
Классик операларҙағы иң ауыр арияларҙан да былайыраҡ

... Бер мәл Мостай ағай, Ишмөхәмәт Ғәләүетдинов һәм мин фәҡирегеҙ Биология институтында бүлек мөдире булып эшләгән академик Фәнғәт Хәзиевтың юбилейынан күңелле генә ҡайтып киләбеҙ. Һүҙ эйәрә һүҙ китте лә, уның осо башҡорттоң оҙон көйлө йырҙарына килеп төртөлдө. Шунда Мостай ағай: “Башҡорттоң оҙон көйлө һәр йыры – классик операларҙағы иң ауыр арияларҙан да былайыраҡ. Уны, шул классик арияларҙы башҡарғандағы һымаҡ, фрак кейеп, бабочка тағып ҡына, йырларға ине. Ана, Мәғәфүр шулай итә (шағир Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы Мәғәфүр Хисмәтуллинды күҙ уңында тота ине. – Ә.С.). “Һандуғас” менән “Урал”ды сәхнәнән ул шулай ғына башҡара”, – тигәйне.

Башҡорт йырына, башҡорт моңона табыныуы, шулар хаҡында әйткән йылы һүҙҙәре ихлас булмаһа шағир былай тип әйтер инеме:

Башҡорт һүҙе, башҡортомдоң моңо
Ҡолағыңа тик бер сағылыр.
Бер сағылыр... Сәхәр ваҡытында
Шул моңдарҙы күңелең һағыныр.
(Ғәрәп ҡыҙы Ләйлә, 1965).

Башҡорт йырына, башҡорт моңона мөхәббәте ихлас булмаһа, ҡурайҙың һүҙһеҙ моңонан тарихыбыҙҙы уҡый алыр инеме лә, ошолайтып яҙып ҡуйыр инеме шағир?!

Ни ғәжәп был? Ҡапыл, йән тетрәтеп,
Ғәрәсәтле, шомло сәғәттә
Илаһи моң килде... Ҡурай моңо
Дауыл түбәләрен артылды.

Ҡурай иңрәй, ҡурай маҡтау йырлай,
“О Уралым, минең Уралым!..”
Ошо минутта мин ярһыу атта
Ун быуатҡа ҡайтып ураным.
Тамырҙарым буйлап моңдар аҡты,
Моңдар ташты, моңдар яндылар.
...Ергә һеңеп, бер саҡ мин тынырмын,
Диңгеҙ шаулар. Моңдар яңғырар.
Эй, һөйөклөм!
Ҡара мәрмәр ҡуйма. Һорайым:
Яҙ еткәс тә, йәп-йәш ҡурай ултырт,
Көмөш суҡлы Урал ҡурайын...
(Кистән дауыл ҡупты..., 1971)

Әхмәт СӨЛӘЙМӘНОВ.

https://www.ye02.ru/litra/9991-ebee-yyry-yyrlap-barasaby.html

 

Автор:
Читайте нас: