+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Тарих һәм шәхес
20 Октябрь , 19:14

Мостай Кәримдең башҡа халыҡтарҙың йырҙарына мөнәсәбәте

Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына – 105 йыл.

Мостай Кәримдең башҡа халыҡтарҙың йырҙарына мөнәсәбәте
Мостай Кәримдең башҡа халыҡтарҙың йырҙарына мөнәсәбәте

1942 йылдың 25 авгусында алған яралары төҙәлгәс, кесе лейтенант Мостафа Кәримовты, резервҡа сығарып, Мәскәүгә оҙаталар. Поезға ултырып, шунда китеп барғанында, “яҡында ғына үҙәк өҙгөс моңло тауыш” яңғырағанын ишетеп ҡала:
В стране золотой,
Объятой мечтой
И нежным сном,
В весеннем свете
Я девушку встретил,
Как свет зари.
Прекрасна ты, Роз-Мари...
(Память песен; «Роз-Мари». – С. 36 - 37)

Ошо йырҙы ишетеүҙән яугир шағир ныҡ әҫәрләнә. “Сит телдәге ят йыр йөрәккә ошо тиклем ҡапыл бәреп инмәй торғайны. Был мине, әсир итеп, зәңгәр күк аҫтындағы алыҫ далаларыма алып китте, шишмәләремдең сылтырауын ҡабатланы, ҡоштарымды һайратты. Мине көтөп зарыҡҡан кәләшем менән ҡауыштырҙы”, – ти шағир үҙе был хаҡта. Бындай хистәр кисереүгә йырҙа телгә алынған ҡыҙҙың исеме Мостай Кәримдең кәләшенең аҙашы булыуы ла сәбәпсе булғандыр. Юҡһа шағир: “Роз.. Роза. Ниндәй ҡәҙерле, ниндәй танһыҡ исем. Минең кәләшем төптө Рауза түгел, Роза, Паспортында ла шулай яҙылған.. Был йыр бит минең һөйөүем, минең һағыныуым тураһында”, – тимәҫ ине (Роз-Мари. – т.4, 306, 307). Әммә, халыҡ йырҙары хаҡында әйткәндәрен иҫкә төшөрһәк, хикмәт унда ғына ла түгел икәненә төшөнөрбеҙ. Кемгә нисектер, һәр хәлдә, миңә ҡалһа, шағирҙың “Роз-Мари” тигән был ят йырҙы шул тиклем дә күңеленә яҡын итеп ҡабул итеүенең бер сере уны башҡорттоң классик мөхәббәт йырҙары аша ҡабул итеүендә. Шуларҙың береһендә ғашиҡ егет йәнһөйгәнен тиңһеҙ һылыу тип таныуын:

Шәүрә килен кейгән, ай, еләндең
Итәк осҡайҙары мунсаҡлы.
Айға ла ғына көнгә тиңләмәйем,
Һылыулығың, Шәүрәм, шул саҡлы, – тип, белдерһә (Шәүрә килен), икенсеһендә:
Күктә лә генә болот, ай, йөҙөр,
Ерҙә лә генә ҡырау ирейҙер.
Йөрөмәсе, йәнем, күҙ алдымда,
Күҙ алмаҡайҙарым ирейҙер, –
тип аңлата (Күктә лә генә болот…).

Яуҙа йөрөгән сағында, осраҡлы рәүештә һағышлы һалдат ауыҙынан “әллә ҡайҙа ятҡан Канадалағы Мари” хаҡындағы ят йырҙы ишетеп, уны ошондайыраҡ йырҙарыбыҙ аша ҡабул итеп тетрәнмәһә, һуғыштан һуң яҙған бер шиғырында шағирҙың:

“Юҡ, сибәрҙәр – сибәр түгел,
Һөйгәндәр генә сибәр”, –

тигәне (“Һөйгәндәр генә сибәр”) шуларҙың барыһын да дөйөмләштереү кеүек аңлашылыр инеме ни.
Күңеленең һаңғырау түгеллеген ишетә белеүен, һағыштарына, дәрттәренә йыр нисек үлсәү булыуын, зиһенен дауалауын әйтеп кенә китмәгән шағир, тасуирлап уҡ биргән.

1955 йылда Мостай Кәримгә Башҡорт дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбле менән бергә Вьетнам Халыҡ Республикаһына барып ҡайтыу насип була. Азияның арғы осонда ятҡан шул илдә ҡырҡ ете көн эсендә күргән-кисергәндәрен теркәгән яҙмаларында ла йыр хаҡында ҡыҙыҡлы күҙәтеүҙәре бар.
“Донъяла бер көс бар — ул йыр. Йыр кешеләге бөтә тойғоларҙы үҙ эсенә ала һәм уларҙы үҙ ихтыярына буйһон¬дора. Вьетнам ҡыҙҙары һәм егеттәре йыр башлай. Йыр ва¬гондан вагонға күсә. һүҙҙәренә төшөнмәһәләр ҙә, көйгә беҙҙең артистар ҙа ҡушыла. Был моңдо улар күптән белә¬ләр. Дуҫтар менән бергәләшеп вьетнам, рус, башҡорт, та¬жик телдәрендә күпме йыр йырланды уҙған аҙналар эсендә! Был йырҙың яңы һүҙҙәрен әле генә сығарып алғандар икән. Тәржемәсе До Тхи иптәш уны, бышылдап ҡына, юлын-юлға тәржемә итә бара:

Мәскәүгә ос һин, аҡ ҡауҙы.
Өфөгә ос һин, аҡ ҡауҙы,
Һин изге ҡош, һин яҡты ҡош,
Оҙата бар ҡунаҡтарҙы.
Ҡанат йәйеп, дуҫтарҙы һин
Эҫенән һәм елдән һаҡла,
Гел шатлыҡлы хәбәр алып,
Әйләнеп ҡайт тыуған яҡҡа...

Бына шулай тип йырлайҙар хушлашыу йырын”, – тип яҙа Вьетнамға 1956 йылда дуҫлыҡ гастроленә барған башҡорт артистары төркөмө етәксеһе Мостай Кәрим. (Вьетнам алыҫ түгел. – 5-се том.- С.62).

«Татар, рус йырҙары ҡолағымда . …"Ҡара урман", "Степь да степь кругом", "Есть на Волге утес», "Славное море — священный Байкал". Был йырҙарҙың һыны, кәүҙәләнеше, еҫе, төҫө, хайран ҡалырлыҡ моңо бар. Һәр береһенең асылында тәрән драматизм ята. Бөтәһе лә күҙ алдына килеп баҫа” (Көндәлек.– 31. 05. 1998).

«Әле лә хәтеремдә: Еңеү көнөндә, Австриялағы Линц ҡалаһы янында американдар менән осрашҡандан һуң, беҙ¬ҙең һалдаттар машиналарға тейәлешеп үҙ частарына ҡай¬тып баралар ине. Арттағы грузовиктың кузовына бер йәш кенә һалдат (ни ғиллә менәндер) яңғыҙы тура килгән. Ул баҫып бара, баҫҡан урынында һикергеләп бейеп тә ала һәм, күкрәк киреп, бар булған тауышына ҡысҡырып йыр¬лай; үҙе йыр ыңғайына, йә йәшелләнеп ятҡан сәсеүлектәргә, йә юл ситендәге Америка һалдаттарына, йә ҡаршы осраған крәҫтиәндәргә мөрәжәғәт иткәндәй, ҡулдарын ҡанат һымаҡ йәйеп-йәйеп ебәрә. Уның бөтә торошон әле
лә хәтерләйем. Йыры ла күңелемдә:
Так будьте здоровы, живите богато,
А мы уезжаем до дому, до хаты...

Хикмәт йырҙың һүҙҙәрендә генә түгел, ә йәш һалдаттың күңеле тап бына ошо һүҙҙәрҙе йырларға теләүендә, унын дүрт йыл буйына ҡоторонған янғындан һәм дауылдан һуң иҫән-имен ҡалған бөтә тереклек күренештәренә ҡарата изге теләктә булыуында” (Еңеү ағасының тамырҙары. – 5-се том.- 162-ce б.).
Рус халыҡ йырҙары хаҡында һүҙ алып барғанында, шағир: “…был… йыр ғүмер-ғүмергә йөрәккә, аңға үтеп инде, ул үҙенең моңо һәм һүҙҙәре менән күңел түренән урын алды”, – тип, бик тә фәһемле ошо куплетты теркәп ҡуйған.Єоҡланырлыҡ йырҙы ла хәтергә ала шағир:

Когда, милый, когда, милый,
Бросать станешь,
Не рассказывай, не рассказывай
Про что знаешь...
(Ул бар ерҙә. – 5-се том. – 252-се б.).

Үҙебеҙҙең йырыбыҙҙы йырлап

Үткән быуаттың 90-сы йылдарының ахырынан алып Туймазы ҡалаһында ике йыл аша башҡорт халҡының оҙон көйлө йырҙарын башҡарыу оҫталарының бәйгеһе уҙғарыла тора. Мин жюрила ултырған заманда үткәненең сираттағыһында биш йәштән етмеш туғыҙ йәшкә тиклем йөҙ ҙә ҡырҡҡа яҡын һәүәҫкәр йырсы ҡатнашты. Ике турҙа сығыш яһаған һәр йырсыны тыңлағанда, юҡ, һәр береһе өсөн борсола-борсола, сәхнәнән яңғыраған йырҙарҙың бөтәһен дә ҡабат-ҡабат йөрәк аша үткәргәндә, халҡыбыҙ моңоноң күңелем ҡылдарының иң нескәләренә ҡағылып, уларҙы ла көй ыңғайына сыңларға мәжбүр иткәненә ғәжәпһенеп, берсә – утҡа, берсә боҙло һыуға төшкәндәй ултырылды. Үҙенә 85 йәш тула торған йылды Мостай Кәримдең: “Мин, ғүмер буйы төрлө ерҙәрҙә йөрөп, үҙебеҙҙең оҙон көйҙәрҙән дә тетрәндергес йыр ишеткәнем булманы. Быны мин иман килтергәндәй әйтәм”, – тигәне (Йәшлек. – 2004. – 27.05; 2005. – 22.09) ҡабат-ҡабат хәтеремә килде лә ҡолағым төбөндә генә уның яғымлы тауышы яңғырап торғандай булды:

Көйө бар әҙәмдәр көй көйләһен,
Тартынмаһын, ундай һәләт булғас,
Иман итеп шуға ышанайыҡ:
Моң тынмаһа, ғаләм һәләк булмаҫ.
(Илгизгә, 1990).

«Радионан моңло милли йырыбыҙ ишетелде. Тимәк, өмөттө өҙөргә ярамай. Йырыбыҙ иҫән әле…» (Көндәлек. – 7. 11. 1993). Туймазыла уҙған йыр бәйгеһе шағирҙың мең тапҡыр хаҡлы икәненә тағы бер өҫтәлмә дәлил булды. Башҡалары һымаҡ уҡ, Мостай Кәримдең был һүҙҙәре лә васыят мәғәнәһенә эйә. Ул васыятты һәр бер башҡорт, Ғайса ахун һымаҡ, “оят булмаҫ микән”, тип тормайса, тартынмай йырларға, йыр хазинабыҙҙы ишәйтеүгә, үҙ-үҙебеҙ булып ҡалырға, үҙ йөҙөбөҙҙө һаҡларға саҡырыу ҙа, шуға фатиха биреү ҙә тип ҡабул итер, тим.

Йөҙәтмәһен әжәл юраусылар,
Беҙ булғанбыҙ, барбыҙ, буласаҡбыҙ,
Үҙебеҙҙең йырыбыҙҙы йырлап,
Тарих арбаһында барасаҡбыҙ!
(Ҡоролтайға ҡотлау. – 1-ce том. – 294-се б.)

Әхмәт СӨЛӘЙМӘНОВ.

https://www.ye02.ru/litra/9991-ebee-yyry-yyrlap-barasaby.html

 

Автор:
Читайте нас: