+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Тарих һәм шәхес
20 Октябрь , 10:13

Хоҙай Тәғәлә күңелен һаңғырау итмәгәнгә лә…

Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына – 105 йыл.

Хоҙай Тәғәлә күңелен һаңғырау итмәгәнгә лә…
Хоҙай Тәғәлә күңелен һаңғырау итмәгәнгә лә…


Бер яҙмаһында Мостай Кәрим: “Ғүмер буйы йыр минең йәнемде тетрәтте, зиһенемде дауаланы. Дәрттәремә, һағыштарыма үлсәү булды. Хәйер, үҙем ошо көнгә тиклем эсемдәге моңдо, йыр итеп, тышҡа сығарғаным юҡ. Тәңре миңә көй ҙә, тауыш та бирмәгән, – ти. Шул уҡ ваҡытта Хоҙай Тәғәләгә рәхмәт әйткәндәй, – Күңелемде һаңғырау итмәгән. Ишетә ул, – тип өҫтәп ҡуйған да артабан бына ни тигән. – Тормош менән аралар бо­ҙол­ғанда, ҡапыл иҫемә төшә: донъяла йыр бар бит әле” (“Ашҡаҙар” // М. Кәрим. Әҫәр­ҙәр. – Өфө, 1998. – 4-се том, 303-сө б.).

 

Хоҙай Тәғәлә күңелен һаңғырау итмәгәнгә лә…

Хоҙай Тәғәлә күңелен һаңғырау итмәгәнгә лә, халыҡ араһында таралып китмәле йырҙар ижад итә, йыр хаҡында йырлап торған шиғыр­ҙар яҙа, башҡорт халыҡ йырҙарын тыңларға ярата шағир. Тәүгеләренә – “Табын йыры”, “Атлылар йыры”, “Беҙ үҙебеҙ Шишмәнән”, “Яңауыл­ға йыр”, “Шишмә моңдары”, “Ҡулһыҙ Насип йыры”, “Мәрәһим йыры”, “Шофер йыры” кеүек әҫәр­ҙәре, икенселәренә “Йыр ишеттем”, “Ғәрәп ҡыҙы Ләйлә”, “Сәңгелдәк йыры”, “Кис ултырып, ҡыҙҙар сигеү сигә”, “Йырланасаҡ йырым – Ҡаҙағстан”, “Сәсән” кеүек шиғырҙары миҫал. Тәүгеләренең байтағы халыҡ араһында таралды, йырсыларыбыҙҙың репертуарына күсте. Хатта ҡайһыларына халыҡ үҙенән куплеттар өҫтәп, урынға яраҡлаштырып йырлай башланы. Йәғни улары фольклорлаша башланы. Был йөмләнән “Беҙ үҙебеҙ Шишмәнән” һәм “Ҡыҙ урлау” комедияһынан “Аҡтаныҡ” бәхетлерәк булғандыр.
Һалдат хәтирәһенән. Төркостан хәрби округында танкист сифатында өс йыл хеҙмәт итеп, БДУ-ға уҡырға инеү ниәте менән 1961 йылдың йәйендә ҡайтып киләм. Кинел станцияһында үҙемә тәғәйен поезды көтөп ултыр­һам, ике урыҫ ҡыштырлатып аҡсаларын һанай-һанай:

Деньги есть – Уфа гуляем,
Денег нет – в Чишмах сидим, –

тип китеп бара. Тыуған яҡты, туған телде һағынып ҡайтып килгән мин – һалдаттың йөрәге жыу итеп ҡалды. Бәй, былар Мостай Кәрим тигән шағирыбыҙҙың “Беҙ үҙебеҙ Шишмәнән” йырын һамаҡлап китеп бара түгелме! Был миҫал әле әйткәнемә бер дәлил булыр.
Ким Әхмәтйәновтың 1970 нисәнсе йылдалыр йәш тәнҡитселәр семинары ваҡытында, буғай, әйткәне (һүҙмә-һүҙ түгел, хәтеремдә ҡалғанса ғына еткерәм, ниҙелер үҙемдән өҫтәгән булһам, биғәйбә): “Күңеленә хуш килһә, икенсе милләт кешеләре лә беҙҙең көйҙәребеҙҙе үҙ итә. Көйҙәр менән бергә милли поэзиябыҙ өлгөләре лә улар репертуарына күсә. Шулай бер мәл Мәскәүҙә метронан сығып килә инем, ҡолағыма таныш моң сағылды. Абайлап ҡараһам, студент халҡынан, буғай, бер төркөм (араларында, славян йөҙлөләр менән бер рәттән, ҡаҙаҡ менән ҡытайҙарға тартымдары ла бар ине) гитара сиртә-сиртә:

Мандолина, мандолина,
Позови юность,
Яшлыкты сакыр! –

тип, “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” повесы буйынса мәшһүр режиссерыбыҙ Рифҡәт Исрафилов әҙерләгән инсценировкала яңғыраған “Ҡул­һыҙ Насип йыры”н әйттереп тора ине”.
Был миҫалдар әле әйткәнемә йәнә бер дәлил.
Әлегәсә көйгә һалынмаһа ла, һалыныуы ҡыйын булған ҡайһы бер шиғырҙарын шағир йыр тип атаған. Уҙған йөҙйыллыҡтың 70-се йылдары уртаһында, өр-яңынан йәшлеген кисергән кешеләй, шағир байтаҡ мөхәббәт шиғыры ижад иткәйне. Шуларҙың ҡайһы береһенә ул “йыр” һүҙен эйәрткән исем биргән. “Ялбарыу йыры”, “Моңһоу йыр”, “Усаҡ йыры”, “Рәхмәт йыры” – ана шундайҙарҙан. Һуңғыһына диҡҡәт итәйек:

Был айлы төн аҡыл ярһытырлыҡ,
Сихырының юҡ сиге, иҫәбе.
Нур төштө лә ысын алмас итте
Юлда ятҡан быяла киҫәген.

Юлда инем. Гүйә елдәр алды
Бөтә шомдо, бөтә яфаны –
Нурың төштө, йәрем, яҙмышыма –
Баҡыр инем. Көмөш яһаның.

Мостай Кәримдең әҫәрҙәренең күбеһе “Әҙәбиәттә йырҙың ҡулланылышы” тигәнерәк тема күҙлегенән махсус күҙәтеү яһауға лайыҡ. Ошо юҫыҡтан тикшеренеүсегә “Ҡыҙ урлау” комедияһы үҙе генә лә ҙур табыш була алыр ине. Уның беренсе шаршауы уҡ йыр менән асыла.

Әрәмәлә ҡоштар һайрай,
Әллә таң ата инде.
Уҡлау менән беште ҡарсыҡ,
Әллә ярата инде.

Әбей, әбей, әбһәнә,
Ишегеңде асһана,
Тәҙрәңде, тим, япһана,
Бер ҡосаҡлап ятһана.

Алтмыш биш йәшлек Әжмәғол ауыҙынан яңғыраған был йырҙың халыҡҡа киң мәғлүм мут йөкмәткеле төп варианты хәтергә төшә. Шул иһә тамашасыны ихлас көлөргә мәжбүр итә, комедияның баштан-аяҡ халыҡсан юмор һәм сатиранан торасағын көнэлгәре аңғарта һәм шуға тамаша ҡылырға әҙерләй. Хәйер, әҫәрҙе уҡыған саҡта ла тыныс ҡалып булмай. Комедияның башындағы шул юмористик йыр һине лә артабанғы комик ситуацияларҙы һәм уға сәбәпсе булған комик характерлы персонаждарҙы күҙалларға, тикшеренеүсене иһә халыҡ йырының әҙәби әҫәргә ниндәй маҡсат менән индерелеүе, уға нисек яраҡлаштырылыуы хаҡында уйлана башларға форсат бирә.
“Нисек яраҡлаштырылыуы” тигәндән. Халыҡта бына бындай йыр бар:

Ай юғары, Ай юғары,
Ай юғары, мин түбән.
Түҙер хәлдәрем ҡалманы –
Сабырлыҡ менән түҙәм.
Әжмәғол ҡарт менән Уңған­бикәнең кескәй ейәне Иштимерҙең апайҙары ошо йырҙы Баян менән Мөхәмәтшаның шөғөлөнә былай тип яраҡлаштыра:
Мин юғары, Ай түбән,
Каланчала төш күрәм.
Каланчала төштәр күрәм:
Имеш, Айҙы һүндерәм.

каланчала егеттәрҙең йоҡо һимертеүенә, бушты бушҡа ауҙарыуына сатираға әүерелә. Уны Иштимер ишеттерә.
“Тәңре миңә көй ҙә, тауыш та бирмәгән”, – тиһә лә, “Күңелемде һаңғырау итмәгән”, – тип, халыҡ шағирының йыуаныс кисереүен үҙе үк ҡеүәтләгәне лә булыр.
1974 йылда “Вопросы литературы” журналында осетин яҙыусыһы Нафи Джусойтының Мостай Кәрим менән әңгәмәһе баҫылып сыҡҡайны. Шунда әңгәмәсеһе поэтик маяҡтар, эстетик зауыҡ хаҡында һүҙ ҡуҙғатҡас, Мостай Кәрим шулай ти: “Отношение человека, например, к Солнцу и Луне, к звездам и морю вне вкусовых категорий. Так и отношение к Пушкину… Я – башкир, получил воспитание в национальных традициях, но для меня Пушкин – мой личный праздник. О художественном опыте моего народа я скажу короче… Первое, что покорило, это поэзия Габдуллы Тукая. Правда, это классик татарской литературы. Но башкиры читают его в оригинале. Назову и скромного поэта и человека – Батыра Валида. У него есть поэма “Йылкыбай и медный курай” (замана уҡыусыларына ул “Тау балаһы” булараҡ мәғлүм – Ә. С.), которая произвела на меня сильное незабываемое впечатление. Но самым потрясающим для меня в нашей национальной культуре явлением всегда была народная песня. Я у песни учусь всегда, вслушиваюсь не только в слова, но и в мелодию – мелодия родной песни дает душе самое лучшее самочувствие” (5-се том, 562 – 563-сө б.). Үҙе әйткән ошо фекерен, 28 йыл үткәс, үҙе үк ҡеүәтләгәндәй, көндәлегенә шағир шулай тип яҙып ҡуйған: “Мин ғүмер буйы боронғо йырҙарҙы яраттым. Теге донъяла йырлайҙармы икән? Йырламаһа­лар, бик ҡыҙғаныс. Күңелһеҙ булыр” (Көндәлек. – 18. 02. 2002).
Йырҙың тәьҫир итеү ҡеүәте хаҡында уйланыуҙарын шиғыр ҡалыбына һалып, бына нисек аңлатҡан ул:

Йырлап үтте сәсән өйҙән өйгә –
Өйҙәрҙә ут янды;
Өмөт танһыҡлаған кешеләрҙең
Танһыҡтары ҡанды;
Күҙҙәренән берсә нур бөркөлдө,
Берсә йәштәр тамды.
(Сәсән).

Халыҡ йыры башҡаларға шулай тәьҫир иткән. Ә шағирҙың үҙенә? Был һорауға халыҡ шағирының хәтирәләренән дә, әңгәмәләренән дә беҙҙе ихласлығы менән арбамалы яуаптар табырға була.

Әхмәт СӨЛӘЙМӘНОВ.

https://www.ye02.ru/litra/9991-ebee-yyry-yyrlap-barasaby.html

Земфира Аҡбутина фотоһы.

Автор:
Читайте нас: