+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Тарих һәм шәхес
20 Октябрь , 15:12

Халыҡ шағирының замана йырҙары хаҡында әйткәне

Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына – 95 йыл

Халыҡ шағирының замана йырҙары хаҡында әйткәне
Халыҡ шағирының замана йырҙары хаҡында әйткәне

Мәғлүмдер ки. Шундай заман килде. Һәр гармунсы үҙен композитор итеп тоя башланы, буғай. Тегенән-бынан көй өҙөктәренән ҡорама көйҙәр туҡыу ғәҙәти хәлгә инә бара. Был эшкә компьютерҙы тотона башланылар. Улай ғына ла түгел, башҡорт йыры, тип, танытырға тырышҡандарының бәғзеләре рус, ҡаҙаҡ, ҡытай, һинд, төрөк һәм башҡаларға хас көйҙәрҙән сәлдермеш киҫәктәрҙән туҡыла ла, композитор Рим Хәсәнов әйтмешләй, “баштарына түбәтәй кейҙерелә”. Шуныһы ҡыҙыҡ, хәҙер ҡайһы йыр башҡорттоҡо, ҡайһыныһы татарҙыҡы, ҡайһыныһы төрөктөкө, ҡаҙаҡтыҡы, үзбәктеке – айырып булмай башланы. Ә уларҙы башҡарыусылар, радио һәм телевидениебыҙға ышанһаң, кәмендә “йондоҙ”ҙар, хатта “күҙ ҡамаша”. Эфирға, сәхәнәгә сығырға дәғүә итеүсе йырҙар элек художестволы совет иләгенән үтер ине. Хәҙер ундай “ОТК”-лар ҙа юҡ. Заманында халыҡ шағиры Назар Нәжми “киң ҡулланыу” тауарҙарын хәтерләтеүсе ундай бер көнлөк көйҙәрҙе лә “һөйәлдем һөйәндәргә” (быны икесе төрлө “һөйәнер өсөн, йүкә ағасының йүкәһен һыҙырып ташланым да шуға һөйәндем” тип аңларға кәрәктер), ҡырҡ тапҡыр “яратам”, “ауылымды һағындым” йә “2 х 2 = 4”, “Ағиҙел – Камаға, Кама – Волгаға, Волга – Каспийға ҡоя” тибындағы, йәғни образлылыҡтың “о”һо ла, художестволылыҡтың “х”һы ла булмаған, булырға ла уйламаған, әммә моңһөйәрҙәребеҙгә йыр тип тәҡдим ителгән, йәш-елкенсәктең ҡул болғай-болғай, ҡысҡыра-ҡысҡыра, сатай-ботай һикрәндәүенә иҫәп тотҡан, тик шаҡылдыҡ та туҡылдыҡҡа ҡоролған нәмәләрҙе ҡаты тәнҡитләп торор булды. Халҡыбыҙҙың гүзәл йыр ҡомартҡылары хаҡында юғары фекер йөрөтөп тә, йыр сәнғәте менән уртаҡлығы булмаған ундай күренештәргә халыҡ шағиры Мостай Кәримдең дә хуш күңел менән ҡарауы мөмкин түгел ине. Ысынлап та, замана йырҙары уны ла хәүефләндерҙе. Бер осраҡта ул, мәҫәлән: “Заман йырҙары тураһында уйланам. Ә күңелемдә “Бейеш”, “Сәлимәкәй”, “Буранбай”, “Ҡолой кантон”, “Һандуғас”, “Түрәкәй”, “Сибай”, “Таштуғай”, “Ашҡаҙар һ.б., һ.б…. Был йырҙарҙың һыны, кәүҙәләнеше, еҫе, төҫө, хайран ҡалырлыҡ моңо бар. Һәр береһенең асылында тәрән драматизм ята. Бөтәһе лә күҙ алдына килеп баҫа”, тиһә (Көндәлек. – 31. 05. 1998), икенсе осраҡта: “Хәҙерге йырҙарҙың күпселеген тыңлау – төбө тишек бокалдан шарап эсеү шикелле. Шарапты һоҫоп алаһың, ауыҙыңа еткәнсе, түгелеп бөтә. Әлеге йырҙар за күңелгә еткәнсе һауала шартлап, юҡ була. Ундай йырҙарҙың ике генә һүҙе бар:

Беренсеһе – яратам, яратам, яратам, яра, яр...
Икенсеһе – әсәйемде һағынам, һағынам, һағынам, һағын... һағ... һа...”, тип яҙҙы (Көндәлек.– 31. 05. 1998).

Әхмәт СӨЛӘЙМӘНОВ.

https://www.ye02.ru/litra/9991-ebee-yyry-yyrlap-barasaby.html

 

Автор:
Читайте нас: