+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Тарих һәм шәхес
17 Октябрь , 17:15

"Ышанмайым, һаман көтәм әле, мин теремен, тиеп әйтереңде"

Был шиғырҙы күҙ йәштәре аша уҡыным. Ә йырҙы илап тыңланым...

"Ышанмайым, һаман көтәм әле, мин теремен, тиеп әйтереңде"
"Ышанмайым, һаман көтәм әле, мин теремен, тиеп әйтереңде"

Яҡындарҙы юғалтыу йөрәктә мәңге уңалмаҫ эҙҙәр ҡалдыра. Ҡайһы берҙә яҙмыш бигерәк аяуһыҙ шул.

Социаль селтәрҙәрҙә тәүҙә - Әбйәлилдән Римма Сәлимова, бер аҙҙан Хәйбулланан Йәнбикә Хәсәнова башҡарыуында "Мәңгелеккә" тигән йыр таралды. Уның һүҙҙәре - быйыл ҡыш махсус хәрби операцияла һәләк булған Даян Денисламовтың ҡатыны Гөлфиәнең йөрәген ярып сыҡҡан шиғырҙан. Ә көйөн Марсель Нәжметдинов яҙған.

Даян Ғәли улы Белорет ҡалаһында 30 йылдан ашыу рентген-лаборант булып эшләй. Быйыл февралдә 50 йәшен саҡ тултырған 2-се статья старшинаһы яуҙа яралы иптәштәрен ҡотҡарғанда һәләк була. "Үҙенән башҡа барыһын да ҡотҡарҙы", - ти хәрбиҙәр был турала.

Ҡатыны Гөлфиә менән һөйләшкәндә лә: "Барма, йөрөмә тиһәм дә, китте шул. Мин нисек диванда ятайым, күпме йәш егеттәр әрәм булғанда тип", - тине. Аҡылы иренең мәңгелеккә киткәнен аңлаһа ла, йөрәге ышанмай, көтә. "Иремде беренсе юғалтҡанда, бер ай үткәс үҙе шылтыратҡайны. "Йөрәккәйем, мин тере, мин тере!" тип телефон трубкаһына ҡысҡырып. Шуға әле һаман телефонды ҡулдан төшөрмәй йөрөйөм. Үҙем танырға барһам да. Икенсе тапҡыр юғалтҡанда саҡ эҙләп таптым. Туғандар миңә, ярай табып, ҡайтарып алдың бит, күпме кеше таба алмай, тип әйтә. Аҡылым аңлай ҙа, йөрәк көтә шул", - ти һағышланып Гөлфиә. Сабырлыҡтар һиңә. Яҡындарын юғалтҡан барыһына ла.

Ә һәүәҫкәр йырсы Йәнбикә был турала бына нимә тип яҙа: "Иремә арнап яҙылған шиғыр, йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр инде... Яңыраҡ СВО-ла һәләк булды.  Марсель Нәжметдинов минең шиғырыма көй яҙған ине, йырлап ҡарай алмаҫһығыҙмы икән?" тип яҙҙы миңә бер көндө автор Гөлфиә Денисламова. Был шиғырҙы күҙ йәштәре аша уҡыным. Ә йырҙы тыңланым илап... Римма Сәлимова, башҡарыусы, йөрәкте тетрәндереп йырланы. Йыр, минеңсә, Гимн булып сыҡты. Әсәйҙәр, ҡатын-ҡыҙҙар, үҙҙәренең яратҡан улдарын, ир-егеттәрен һуғышта юғалтҡандарға, мәрхүм булған ир-заттарыбыҙға бағышлана. Имандары юлдаш булһын, йәндәре ожмах түрендә булһын. Авторҙарға ҙур рәхмәтемде белдерәм, ошо йырҙы йырларға рөхсәт иткәнегеҙ өсөн. Иҫән-һау булығыҙ". 

МӘҢГЕЛЕККӘ

Гөлфиә Денисламова һүҙҙәре
Марсель Нәжметдинов көйө 

Ҡайтарырға ине бейек күктән ергә,
Һаҡламаны Хоҙай ғүмереңде...
Ышанмайым, һаман көтәм әле
"Мин теремен" тиеп әйтереңде.

Мәңгелеккә киттең матур донъяларҙан,
Йөрәккәйем әрней, йәштәр ҡойола...
Бергә үткән тормош юлдарыбыҙ
Ҡыҫҡа көндәр кеүек тойола.

Сабыр булыу кәрәк, беләм үҙем,
Күҙ йәшемде, йотам һағышымды...
Эстән генә шыңшып илай күңелем,
Йылмайыуыңды һағынып, тауышыңды.

Күҙ алдарым томан, ҡарап тораң һымаҡ
Юлдар аша болғап ҡулдарынды.
Ниңә генә икән ҡыҫҡа булды ғүмерең,
Хоҙай өҫтәмәне икән йылдарыңды...

Фото: Гөлфиә Денисламованың ғаилә архивынан. 

https://bashgazet.ru/articles/geroy-ar-d-ere/2024-05-07/yshanmayym-aman-k-t-m-le-min-teremen-tiep-ytere-de-3756567

 

"Ышанмайым, һаман көтәм әле, мин теремен, тиеп әйтереңде"
"Ышанмайым, һаман көтәм әле, мин теремен, тиеп әйтереңде"
"Ышанмайым, һаман көтәм әле, мин теремен, тиеп әйтереңде"
Автор:
Читайте нас: