+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Тарих һәм шәхес
15 Октябрь , 08:18

СССР-ҙың халыҡ артисы Гөлли Мөбәрәкова:

– Атайымдарҙың быуыны – Станиславскийҙың кисерештәр мәктәбе (школа переживаний) артистары. Шуға өҫтәп, милли характер ҙа килеп ҡушыла. Беҙҙең халҡыбыҙҙа ниндәйҙер юғары хистәр, романтик тойғолар менән яныу, бер аҙ хыялыйлыҡ та бар. Әҫәрҙәрҙә лә сағыла был. Артистарҙың уйыны ла ошондай планда барҙы, беҙҙең театрға ғына хас булған алымдар, тип әйтәйемме, сәхнәлә йәшәү рәүешеме – бер ҡасан да яһалмалылыҡ булманы. Уҡытҡанда ла шуға ирешергә, студенттарҙы ла, театрға килгән йәштәр­ҙе лә шулай тәрбиәләргә тырышабыҙ – сәхнәгә ысынбарлыҡ килеп менергә тейеш. Персо­наждарҙы үҙеңдең йөрәгең аша үткәреп, үҙеңдең кисерештәрең менән тулыландыраһың. Әле лә шул кисерештәр мәктәбе традицияларында эшләргә тырышабыҙ. Атайым менән әсәйем, улар быуыны артис­тары ана шундайҙар ине. Улар сәхнәлә уйнаманы, ә унда йәшәне. Беҙ әле һаман да нимәбеҙ менәндер уларға барып етә алмайбыҙ. Сөнки уларҙа милли рух та, һөнәри оҫталыҡ та бик юғары кимәлдә ине. Сығыштары үҙенсәлекле булды. Был уларҙы ҡарағанда, тыңлағанда ла һәйбәт тойолдо. Атайым менән әсәйемдең артистар булараҡ ошо һыҙаттары оҡшай торғайны.Улар сәхнәлә йыш ҡына герой менән героиня ине.

СССР-ҙың халыҡ артисы Гөлли Мөбәрәкова:
СССР-ҙың халыҡ артисы Гөлли Мөбәрәкова:

Мин бәләкәй генә булғанда, 3 – 4 йәштәр самаһымы икән, сәхнә артынан уларҙы күҙәтәм. ҡалдырыр урын юҡ бит инде, шуға эшкә алып киләләр ҙә, мин шунда йөрөйөм. Онотолоп, йотлоғоп уларға ҡарап ултырам. Икеһе лә матурҙар, бүтән артистар ҙа матур, әлбиттә, әммә былар, ата-әсәйем булғанғамы, бигерәк тә матур, идеаль, илаһи кеүектәр. Мин улай булдыра алмаясаҡмын, тип уйланым үҫә бара. Актриса булырмын тип башыма ла килтермәгәйнем. Әммә дәрестәрҙән ҡасып спектаклдәр ҡарарға йөрөгән саҡтарым да булды. Бик ныҡ оялсан, үҙемдә әллә ни тиклем етешһеҙлектәр күрә, башымды ла күтәреп ҡарарға баҙнатһыҙланып йөрөй инем. Тауышым да үҙемдән алыҫ китмәй. Пианинола уйнап булаштым бер мәл, һөнәремде шул музыка ҡоралы менән бәйләргә лә хыяллана инем. Ниндәй ҙә бер икенсе юл менән китер инем, моғайын. Сөнки ата-әсәйемдең ҙур даны күләгәһендә генә баҫылып йәшәгем килмәҫ ине. Әммә шунда бер осраҡлы хәл килеп сыҡты. Мәскәүҙән башҡорт труппаһына йәштәрҙе йыйып йөрөүсе комиссия килде. Төрлө иғландар бирелде, һайлап алыу тураһында ишетеп, йәштәр килә башланы. «Әллә мин дә үҙемде һынап ҡарайыммы?» – тип атайыма әйттем. «Аяғыңды баҫаһы, яҡын йөрөйһө булма!» – тине ул. Ул саҡта атайым театрҙың етәксеһе ине. Ныҡ ҡәтғи, төшөндөрөрлөк итеп әйтте. Быны ишетеп торған әсәйем: «Барып ҡараһын, бәлки, булдыра алыр, бәлки, берәй нәмәһе барҙыр», – тигәнгә атайым, ҡыҙып: «Нимәһе булһын уның, ҡиәфәте юҡ, тауышы юҡ, нимә эшләп йөрөһөн унда», – тип фекерен үҙгәртмәне.

Иң яҡын кешемдең теләгемде кире ҡағыуы ҡыйын, бик ҡыйын булды. Шуға һөйләйемдер ҙә инде.
Атайым мин бәләкәй саҡта ныҡ йомшаҡ булһа ла, үҫә бара ҡатыланды.
Шулай ҙа Мостай Кәримдең бер шиғырын, Максим Горькийҙың поэмаһынан өҙөктө ятлап, хатта әсәйемә лә күрһәтмәй, үҙ аллы әҙерләнеп барҙым. Комиссия алдына килеп ингәс, атайымдың йөҙө үҙгәреп, ҡара һөрөм баҫты, ҡыҙы тыңламағанға йәне көйгәндер инде, шартлата баҫып сығып китте. Нисектер шул мәлдә үҙемде ҡулға алып, киреһенсә, сәмләнеп һөйләнем. Комиссия ағзаларына сығышым оҡшаған. Ул мәлдә 9-сы синыфта ғына уҡый инем. Шулай Мәскәүгә сығып китеп, 10-сыны шунда тамамлап ҡуйҙым. Уҡып бөтөп, эшкә ҡайтҡас та, ҡыйынлыҡтар әҙ булманы. Театрҙан китергә уйлаған саҡтарым да була торғайны. Шул саҡта телевидение режиссеры Рифҡәт ағай Фәйзуллин мине аңлап, ярҙам итте. Уны уҡытыусым тип һанайым, аҙаҡ бик һәйбәт дуҫтар булып киттек. Ул минең асылыуыма булышлыҡ итте, үҙ-үҙемә ҡарата ышаныс уятты. Уның ҡуйыуында «Тапшырылмаған хаттар» телевизион спектаклендә тамашасыға бик оҡшағанмын. Әммә мин аҙағыраҡ ҡына, Мәскәүҙә ҡуйылған Вольтерҙың «Мөхәммәт» трагедияһы аша ғына үҙемде нимәгәлер һәләтле артист итеп тоя башланым. Шулай төрлө осраҡлы хәлдәр аша килеп, театр донъяһында үҙ урынымды таптым.

https://www.ye02.ru/mahsus/3398-12101241r-ya1187y-obraz-artisty-bajyta-11991195ter1241-.html

 

Автор:
Читайте нас: