1999 йылдың яҙында миңә “Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррире вазифаһын тәҡдим иттеләр. Эшләй аламмы, юҡмы, ул хаҡта һүҙ юҡ, баш тартыуҙың булыуы мөмкин түгел, үҙем икеләнәм. Ҡайҙа барайым, унлап дәғүәсе араһынан миңә, үҙ хәбәрсегә, өҫтөнлөк биргәндәр. Иң тәүҙә Рәшит ағай Солтангәрәев менән кәңәшләштем. “Ризалаш, эшләй алаһың!” – тине ҡәтғи итеп. Мин ризалаштым.
Килеүемә Рәшит ағайҙың минең хаҡта көләмәсе ишек төбөндә көтөп тора ине. Уның баҫылғаны, донъя күргәне юҡ, шул осор ишеткәндәр онотҡандыр, шуға иҫегеҙгә төшөрәм. Ул бик бәләкәй, уның ҡарауы, тос һәм үткер.
Йәнәһе, мин, яңы вазифаға тәғәйенләнгән етәксе баш мөхәррир кабинеты ишеген шаҡып торам һәм “Абдулла Ғиниәтович! Юҡ... Мансур Әнүәрович! Түгел... Тәлғәт Ниғмәтуллович! Юҡ! Кем әле?.. Ғәлим Афзалович! Юҡ... Шайтан алғыры, хәҙер бында мин ултырам да баһа!” – тип һөйләнәм икән.
Рәшит ағай бик нескә тотоп алған. Сөнки тәүге көндәрҙә тап шулай булды ла. Был көләмәстең фәһемле генә дауамы бар.
– Мырҙам, һинең хаҡта көләмәсте китапҡа индерҙем, үпкәләмә. Әгәр риза булмаһаң, хаҡын беләһең, – тине Рәшит ағай.
Хаҡын һөйләштек, бик арзан булды.
– Х. ла бер ярты ҡуйҙы, – тине Рәшит ағай.
– Х. тураһында көләмәс бар ҙа инде китапта, – тим аптырап.
– Юҡ, – тине ул, – һинең хаҡта көләмәсте индермәйем тигәйнем, ҡалһын, тип бер ярты килтерҙе.
– Уға нимәгә кәрәк инде?
– Һинең минең хаҡтағы көләмәсең миңә иң яҡшы реклама, –тине.
Бына шулай бер көләмәстән икенсеһе килеп сыҡты.
...Яҙыусыларҙың бер съезында, иҫәп комиссияһы эшләгән арала, Рәшит ағай трибунанан тороп бер сәғәт самаһы көләмәстәрен һөйләне. Ике йөҙләп яҙыусы тәгәрәп ятып көлдө.
...Съезд бөткәс Мостай Кәрим шым ғына килеп: “Рәшит, минең хаҡта бармы?” – тип һораған. “Юҡ, Мостай ағай, сығарайыммы?” – тигән Рәшит ағай. “Юҡ, юҡ, кәрәкмәй, сығарма”, – тигән ҡыуанып Мостай ағай.
...“Минең хаҡта көләмәсең бармы?” – тип һораған М. Ә. “Мин яҙыусыларға ғына сығарам”, – тип яуап биргән Рәшит ағай.
* * *
Тормош дауам итә, һәр замандың үҙ көләмәсе, үҙ батырҙары. Тик үпкәләштән булмаһын ине. Шуны иҫтә тотайыҡ: һөйләйҙәр икән, тимәк, онотмағандар. Хәтерҙән юйылмауҙары ла насар түгел бит әле.
"Ағиҙел" журналынан.