Яҙыусылар араһынан Сабир менән мин иң күп уйнағанмындыр. Тәү осор гел ладьяһыҙ уйнай инем. Әгәр ун партияға бер еңһә, ул һүҙ оҫтаһына әйләнә – конферансьеларың артыҡ торһон
Һуңғы осор гел тигеҙ көс менән уйнайбыҙ. Кешене гел еңеп ултырып булмай, ара-тирә еңелеп тә ҡуяһың. Шул саҡ Сабирҙың теле асыла – түҙеп кенә тор:
– Ҡараңғы ҡына ауылда үҫһәм дә, шәп уйнайым бит, ә
– Светһыҙ ауылда үҫтем. Шахмат та юҡ ине. Ә нисек уйнайым! Каспаровтан кәм уйнамайым мин!
– Йоморомо минең баш? Мә, тотоп ҡара! Мейене үлсәтергә кәрәкме!
– Уҡыған кеше - уҡыған инде. Йөрөһәм йөрөйөм да ҡуям! Шах.
– Яҙыусылар араһында иң талантлы баш минеке. Үҙем тикшерҙем. Наил, һинеке лә нисауа. Но минекенә етмәй! Ҡулың таҙамы? Ҡулды ҡыҫ әле, ҡыҫ!
– Партия еңеүгә етә башлаһа, бигерәк ҡотороп китә, кешеләрҙе саҡыра, ҡысҡыра:
– Килегеҙ. Керегеҙ! Һин кандидатмы әле? Мин хәҙер мастерлыҡҡа кандидатҡа шапылдатып мат ҡуям! Башҡа шахмат уйнайым тип ауыҙ астырмаҫтай итәм. Илатып ҡайтарып ебәрәм мин Наилды! Нисауа, бисәһе йәш, йыуатыр!.. Шах и мат! Шәпме мат? Уй, шәп! Бындай матты Каспаров та ҡуя белмәй! Һин кемдең тренерымын тип яҙҙың әле үҙеңде? Каспаровтыҡымы? Саҡырып килтер, үҙенә лә мат ҡуям. Ҡасып йөрөй минән...
– Ҡайһы яҡтан әле һин? Баймаҡтанмы? Вәт, тотош килегеҙ. Машиналарға, комбайндарға тейәлеп килегеҙ, мат тейәп ҡайтырһығыҙ. Ход будет?
– Һоҡланам мин үҙемә. Ана шул һоҡланыу харап итә ҡай саҡта. Үҙенең күҙе үҙенә теймәһә икән ул кешенең.
Берәйһенә мат ҡуйһа, тағы бер һүҙе бар, имеш.
– Үпкәләмә, йәме. Уйын бит, уйын...
– Еңелгән саҡта Сабир ләм-мим өндәшмәй, фәҡәт ара-тирә.
– Бөгөн баша ауыртыбыраҡ тора ине шул, – тиеү менән генә сикләнә.
Әммә Сабирҙың тирадаһын тыңлау өсөн генә ара-тирә еңелергә була. Был үҙе бер спектакль!
Наил Ғәйетбаев.
"Ағиҙел" журналынан.