-18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Тарих һәм шәхес
28 Сентябрь , 16:34

Шуны иҫбат итке килгәйне

Илле нисәнселер йылдар. Мин эшләгән “Ленинсы” гәзите редакцияһына Илештән Фәнил Арсаев тигән башлап яҙыусы берәү шиғырҙарын алып килә торғайны. Бер аҙ үҙһүҙлерәк тә ине буғай ул. Шиғырҙарының бында түгел, Ҡаҙанда баҫылғанын күрергә теләге ҙур ине йәш авторҙың. Әммә уның ебәргән хаттарына “шиғырҙарың етлекмәгән” тигән яуаптар ғына килә ине.

Шуны иҫбат итке килгәйне
Шуны иҫбат итке килгәйне

– Бюрократтар! Исемдәре билдәле шағирҙарҙың ғына әҫәрҙәрен баҫалар. Бына күрһәтермен әле мин һеҙгә! – тип һөйләнеп тә ала ине.
Күп тә үтмәне, “Совет әдәбияты” (хәҙерге “Казан утлары”) журналында Сәйфи Ҡудаштың шиғырҙарынан бер шәлкем баҫылып сыҡты. Сәйфи ағай журналды уҡып, мин быларҙы ҡасан яҙҙым икән, тип аптырап ултырғанда телефон шылтырай.
– “Совет әдәбияты” журналында һеҙҙең шиғырҙарығыҙ баҫылған икән, ҡотлайым! – ти таныш түгел тауыш.
– Кем был?
– Илештән Фәнил Арсаев тигән егет.
– Ул шиғырҙар минеке түгел бит әле, Фәнил туған, – ти Сәйфи Ҡудаш.
– Шулай ҙа улар һеҙҙең исемгә тап төшөрөрлөк түгелме?
– Юҡ, юҡ, киреһенсә, миңә оҡшанылар.
– Улайһа, әйтәйем инде: ул шиғырҙарҙы мин яҙҙым, – тип танырға мәжбүр була Фәнил Арсаев.
– Ниңә улай эшләнең инде? – тип ҡыҙыҡһына Сәйфи Ҡудаш.
– Журналдар, ғәҙәттә, танылған шағирҙарҙың ғына шиғырҙарын баҫа. Йәш ҡәләмдәрҙе матбуғатҡа яҡын да ебәрмәйҙәр. Шуны иҫбат итке килгәйне, – тип аңлатып бирә Арсаев үҙенең был аҙымын. Ул шиғырҙар өсөн килгән гонорарҙы үҙенә ебәреүҙе һорағандырмы-юҡтырмы, уныһы иҫтә ҡалмаған. Хәйер, гонорар нимә ул? Була ла бөтә. Ә бына үҙеңдең ҡарашыңдың дөрөҫлөгөн иҫбат итеү күпкә ҡиммәтерәк.
Аҙаҡ Фәнил Арсаев гәзит эшенә башы менән сумды. Шиғриәттә үҙенең һүҙен әйтә алманы. Бәлки, ижад менән шөғөлләнергә ваҡыты ла ҡалмағандыр инде. Гәзит эше бит бар һәләтте йотоп тора. Шуны ла әйтергә кәрәк: ул заманда шиғыр өсөн трибуналар аҙ булды. Ныҡ һайлап баҫтылар, талаптар ҙур ине. Хәҙер генә ул графомандарға киң юлдар асылды. Ҡайһылары хатта лауреат та булып йөрөй...

Марат КӘРИМОВ, Башҡортостандың халыҡ шағиры.

Автор:
Читайте нас: