Талантлы, әһәмиәтле образдары менән театр тарихында лайыҡлы урын алған сәхнә оҫталарының исеме, үҙҙәре баҡыйлыҡҡа күскәс тә, тамашасының теленән төшмәй. Асия Закуан ҡыҙы Нафиҡова ана шундай һоҡланғыс, һәләтле ижадсы булды.
Башҡортостандың халыҡ, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Асия Закуан ҡыҙы Башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәһендә кәүҙәләндергән йөҙҙән ашыу образ – оло йөрәкле, киң күңелле, наҙлы әсәләр ҙә, шаян, күңелсәк еңгәләр ҙә, уңған килендәр ҙә, тормош мәғәнәһен тик үҙ мәнфәғәтендә күргән, рухи яҡтан зәғиф, эскерле ҡатын-ҡыҙҙар ҙа – барыһы ла тамашасы хәтерендә. Драмала ла, комедияла ла берҙәй уңышлы уйнап, хатта эпизодик ролдәрҙе лә иҫтә ҡалырлыҡ итеп башҡарған, эҙләнгән, тынғыһыҙ артист булараҡ ул башҡорт милли драматургияһы әҫәрҙәрендә, шулай уҡ урыҫ, сит ил классикаһында ла йөҙөп уйнаны. Үҙенең ғәжәйеп тормошсан, тәбиғи образдары менән тамашасының ихтирамын, мөхәббәтен яуланы.
Шишмә районы күп кенә мәшһүр сәнғәт оҫталары — атаҡлы йырсы Әсмә Шайморатова, танылған бейеүселәр Хәләф Сафиуллин менән Венера Ғәлимова, халыҡ артисы Тәлиға Бикташева, күренекле режиссер Вәзих Сәйфуллин кеүек бик күп шәхестәрҙең тыуған төйәге. Асия Нафиҡова ошо райондың Ураҙбахты ауылынан. Өфө дәүләт сәнғәт училищеһын тамамлағас, Башҡорт дәүләт филармонияһында конферансье булып эш башлай. Сираттағы концерттан һуң уға һәләтен театр сәхнәһендә һынап ҡарарға тәҡдим итәләр. Был 1956 йылда була. Шунан алып ғүмеренең һуңғы көндәренә тиклем Асия Нафиҡова яҙмышын театр менән бәйләй.
Асия Нафиҡованың исеме бөгөн дә хеҙмәттәштәренең, уны хәтерләгән тамашасының теленән төшмәй, яҡты ла, һағышлы ла бер моң кеүек күңелдәренең иң түрендә һаҡлана (1932-1995).
Башҡортостандың халыҡ артисы Ратмир Бәҙретдинов 1931 йылдың 15 ноябрендә Башҡортостандың Дыуан-Мәсетле (хәҙерге Мәсетле) районының Ҡотош ауылында тыуған. Бала саҡтан халыҡ йырҙарына һәм бейеүҙәренә ғашиҡ булып үҫә. Үҫмер йылдарында уҡ башҡорт бейеүҙәрен оҫта башҡарыусы булып таныла.
1952 йылда Башҡорт театр-сәнғәт училищеһын тамамлағандан һуң, хеҙмәт юлын Башҡорт дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамблендә солист булып башлай. 1973 йылда ансамблдең директоры итеп тәғәйенләнә. 1980 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтының проректоры булып эшләй. 1986–2001 йылдарҙа Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының директор урынбаҫары һәм төп администраторы вазифаһын башҡара.
Башҡорт бейеү сәнғәтенең аҡһаҡалы, бихисап сағыу, ҡабатланмаҫ бейеүҙәр һалыусы, “Байыҡ” телевизион бейеү конкурсының алмаштырғыһыҙ баһалама төркөмө ағзаһы Ратмир Бәҙретдинов хаҡында яҡты хәтер халҡыбыҙ күңелендә мәңге һаҡланыр. (Ратмир Сәрүәр улы Бәҙретдинов 2020 йылдың 30 октябрендә Өфө ҡалаһында вафат булды).
Ратмир Сәрүәр улының тоғро тормош юлдашы Асия Закуан ҡыҙы була. Үкенескә ҡаршы ул Ратмир Сәрүәр улын яңғыҙын ҡалдырып бик иртә теге донъяға китеп бара.
Улар бергә уҡығандарында таныша. Рәшит һәм Ирек исемле һоҡланғыс ике ул тәрбиәләйҙәр.
«Намыҫ, Тоғролоҡ, Әҙәп кеүек һирәк осраған, әммә бик мөһим сифаттарға эйә булған кеше ине ул – Башҡортостандың халыҡ артисы, Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбле ветераны, «Байыҡ» бәйгеһенә ҙур өлөш индереүсе Ратмир Бәҙретдинов. Уның менән бик күп юлдар үттек, съёмкаларҙа ҡатнаштыҡ. Төрлө саҡтар булды: Ратмир ағайҙың тоҡанып, көйөп киткән мәлдәре лә, бәхәсләшкән саҡтар ҙа. Ул йәне-тәне менән башҡорт бейеү йолаларын һаҡлау, Фәйзи Ғәскәровтың бейеү мәктәбен үҫтереү өсөн янып йәшәне! Имәндәй ныҡ аҡһаҡалабыҙ үҙ намыҫына тоғро булды. Бер ваҡытта ла һауаланманы, ябай кеше булып ҡалды...» – ти «Ҡурай» телеканалы етәксеһе Рита Өмөтбаева.
«Ратмир Сәрүәр улы башҡарған һәр бейеү сәнғәт әҫәренә әйләнә ине», – ти республиканың халыҡ артисы Риф Ғәбитов.