-12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Тарих һәм шәхес
11 Сентябрь , 14:29

МИЛЛИ КЕЙЕМДӘ - МИЛЛИ ХОЛОҠ

Түбәтәй һәм бәләкәй ҡалпаҡБөгөнгө көндә, заманса кейем милли традицияларыбыҙҙы еңеп алып бара, тип уйлаһаҡ та, ҡайһы бер кейем өлгөләре халыҡ араһында бик популяр булып ҡала килә. Иң йыш кейелгән, барыһына ла билдәле баш кейеме - ул түбәтәй. Борон ир балалар уны атлап өйрәнгәнгә тиклем үк кейә башлаған һәм аҙаҡ ғүмере буйы кейгән.

МИЛЛИ КЕЙЕМДӘ - МИЛЛИ ХОЛОҠ
МИЛЛИ КЕЙЕМДӘ - МИЛЛИ ХОЛОҠ

Билдәле рус яҙыусыһы В.Н. Львов былай тип яҙа: "Бәләкәй малайҙар тик күлдәксән генә йүгереп йөрөй, олораҡтары ыштан кейә, күберәген, өлкән башҡорттарҙыҡы кеүек ҡыҙыл төҫтән. Әммә бөтәһе лә, яңы имгәкләй башлағандарҙан башлап, түбәтәй йөрөтә ине - ҡыҙыл, күк йәки ҡара, йыш ҡына сәскәләп сигелгән..."
Бөгөн дә түбәтәйҙе ҡарттар яратып кейә. Тик йәштәр араһында, үкенескә ҡаршы, түбәтәйҙе мәсеткә йөрөүселәр генә үҙ итә, ул көндәлек баш кейеме булараҡ түгел, дин тотоусыларҙың ғына баш кейеме булараҡ таралған. Түбәтәйҙе йәйен дә, ҡышын бүрек аҫтынан да кейгәндәр. Олораҡ кешеләр уны өйҙә лә сисмәгән. Ғөмүмән, өйгә ингәндә баш кейемен һалыу ҡағиҙәһе башҡорттарҙыҡы түгел. Ҡунаҡ саҡырғанда уны матур кейемдә, ҡаплаулы баш менән ҡаршы алыу хөрмәт билдәһе һаналған. Был көнсығыш традициялы халыҡтарға хас күренеш. Оло кешеләрҙең түбәтәйҙәре ҡара төҫтә булһа, йәштәрҙеке ҡыҙыл, йәшел, күк бәрхәттән тегелгән, уға ҡупшы биҙәк һалынған. Байрам түбәтәйҙәре, бигерәк тә кейәү түбәтәйе бай итеп биҙәлгән, уҡа, сәйләндән биҙәк һалынған, сәскәләр сигелгән. Боронғо йола буйынса кейәүенә туй кейемен буласаҡ кәләш әҙерләгән, түбәтәйҙе лә ул сигеп биргән. Ир бала тыуып, бер аҙ үҫкәс, әсәһе уға беренсе баш кейеме - түбәтәй тегеп биргән. Бала түбәтәйе - иҫ киткес сәнғәт әҫәре. Ҡайһы саҡ уны тотошлай төрлө төҫлө сигеү ҡаплаған, йәки төҫлө сәйләндән сәскә биҙәк һалынған. Тәңкә, ҡортбаш менән дә биҙәгәндәр бала түбәтәйен.
Түбәтәй ирҙәр баш кейеме булһа, ҡатын-ҡыҙҙар кейгән, формаһы менән түбәтәйгә оҡшаш баш кейеме бәләкәй ҡалпаҡ тип аталған. Уны еткән ҡыҙҙар һәм йәш ҡатындар кейгән. 12-15 см киңлектәге, 3-5 см бейеклектәге бәләкәй ҡалпаҡтың тирәсе ҡайыр йәки күндән яһалған, ҡара йәки төҫлө туҡыманан, бәрхәттән тегелгән. Алдына һәм түбәһенең күренеп торған өлөшөнә ынйы, сәйлән, аҡ мәрйен йәки көмөш ептән, нәҙек тимер сымдан үҫемлек биҙәге һалынған. Сәйләндән биҙәк ошолай һалынған: оҙон епкә сәйлән теҙгәндәр, аҙаҡ уны алдан билдәләнгән биҙәк урынына һалып беркеткәндәр. Биҙәк ҡалҡыу булһын өсөн уның аҫтынан, бер нисә ҡатлап, кескәй генә туҡыма киҫәктәре һалғандар.
Тәңкә менән дә биҙәр булғандар бәләкәй ҡалпаҡты. Ҡалпаҡтың ситенән ынйы селтәр таҡҡандар, сикә тирәһенән ынйы йәки сәйләндән ишелгән суҡ төшөргәндәр. Бәләкәй ҡалпаҡты ҡыя һалып кейгәндәр, ситенән тегелеп ҡуйылған бауҙары, толом аҫтынан үткәрелеп, бәйләп ҡуйылған. Бәләкәй ҡалпаҡ өҫтөнән дүртмөйөшләп яулыҡ бәйләгәндәр йәки ҡушъяулыҡ ябынғандар. Ҡушъяулыҡ ябынған осраҡта эйәк аҫтынан сағылдырыҡ, йәки һаҡалдырыҡ - тәңкә менән биҙәлгән таҫма ла таҡҡандар. Ҡалпаҡ менән ҡушъяулыҡ кейеү көнсығыш башҡорттарына, йәғни Силәбе һәм Ҡурған яҡтарына хас.
Бындай бәләкәй ҡалпаҡтарҙы көндәлек тә кейгәндәр, аҙаҡҡа табан ул байрам кейеме детале булараҡ ҡына һаҡланған. Үткән быуаттың 50-60-сы йылдарында Башҡортостандың төньяҡ-көнсығыш райондарында, Силәбе, Ҡурған өлкәләрендә бындай баш кейемен һабантуйҙарға, төрлө байрамдарға кейгәндәр. Сигелгән алъяпҡыс кейгән, бәләкәй ҡалпаҡ өҫтөнән яулыҡ ябынған ҡыҙҙарҙың фотоһүрәттәре һаҡланған. Был байрам кейемдәрен теккәндә улар үҙҙәренең оҫталығын, ҡул эшенә маһирлығын күрһәткән.
Көнсығыш төбәктәрҙә, Урал аръяғында бәләкәй ҡалпаҡты икенсерәк теккәндәр. Ул түңәрәк итеп түгел, ярымай формаһында булған, уның ал яғы ғына ҡаты тирәсле итеп тегелгән.
Милли костюмдың төньяҡ-көнсығыш комплексына ҡараған был баш кейеме, сигелгән күлдәк-алъяпҡыс менән берлектә, иҫ киткес гүзәл ансамбль тәшкил итә. Бәхеткә ҡаршы, был төбәктәрҙә традицияларҙы һаҡлап киләләр. Бөгөнгө көндә лә оҫта ҡуллы ҡатын-ҡыҙ шау сәскәле алъяпҡыстар сигә, бәләкәй ҡалпаҡ тегеп биҙәй, хатта, ҙур күләмдә булмаһа ла, уны һатыуға ла сығара. Бындай костюмды һатыу даирәһе киңәйһен, баш ҡалабыҙҙа йәшәүсе, тамырҙары төньяҡ-көнсығыш сығышлы милләттәштәребеҙ уны һатып ала алһын ине, тигән теләк белдерге килә. Сөнки байрамдарға милли кейем кейеү традицияһы яңыра барһа ла, ҡалала йәшәүсе күп милләттәштәребеҙ милли кейемде ҡайҙа тектертеп алырға белмәй аҙаплана. Бөгөнгө көндә эшләп килеүсе милли кейем тегеү цехтары күбеһенсә сәхнә кейеме тегеү менән шөғөлләнә, шәхси заказдарҙы ла улар, сәхнә кейеме һымаҡ итеп, үтә сағыу, баҙыҡ стилдә тегә, ә тормошта бындай ялтырауыҡлыҡ зауыҡһыҙ күренә, күҙҙе сағылдыра. Әгәр ҙә берәй эшҡыуар шәхси заказдар буйынса милли кейем тегеү цехы ойоштороп ебәрһә, халыҡ ихтыяжын да ҡандырыр, үҙенә бер аҙ килем дә табыр ине.
Оҫта ҡуллы ҡатын-ҡыҙҙарҙың милли костюм тегеүҙе аяҡҡа баҫтырыуы бик ҡыуандыра. Был - бөгөнгө көнгә яңыса ҡараш. Ҡайтарайыҡ милли кейемебеҙҙе. Шул уҡ бәләкәй ҡалпаҡты байрамдарға ғына түгел, көндәлек тә яулыҡ аҫтынан кейеү мөмкин бит. Ә түбәтәйгә килгәндә инде, ул яңынан ир-егеттәрҙең көндәлек баш кейеменә әйләнеп китһен ине. Сөнки түбәтәй - традицияларға тоғролоҡ билдәһе генә түгел, бик кәрәкле баш кейеме лә. Ирҙәрегеҙгә, улдарығыҙға түбәтәй бүләк итегеҙ, шуның менән һеҙ халҡыбыҙҙың гүзәл традицияларын һаҡлауға тағы ла бер өлөш индерәсәкһегеҙ. Башына биҙәкле матур түбәтәй кейеп үҫкән бала халыҡ традицияларына артабан да иғтибарлы буласаҡ.

Таңсулпан БУРАҠАЕВА.

Автор:
Читайте нас: