+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Тарих һәм шәхес
11 Сентябрь , 14:47

Хәҙрәт бетеүе

Кәрешкә ауылы Ырыҫҡужин Мөхәммәт улы Имаметдиндың Бөйөк Ватан һуғышында нисек немец фашистарына пленға эләгеүен, тотҡонлоҡта күргәндәрен бәйән итә башлаһаң, бер роман яҙырға булыр ине. Әҙәм көсө етмәҫтәй ауыр-ауыр таштарҙы күтәреп ташытып юл төҙөүҙәре, төрлөсә язалау, бер сәбәпһеҙ туҡмау, иптәшеңә ярҙам иткән өсөн дә үлем язаһы, атыу һәм фашистарҙың башҡа яуызлыҡтары тураһында Имаметдин гел илап һөйләр булған.

Хәҙрәт бетеүе
Хәҙрәт бетеүе

Бер рәт тотҡондарҙы ат урынына һабанға егеп, миналанган баҫыуҙы һөрөргә ҡушалар. Аслыҡтан ҡаҡ һөйәккә ҡалған тотҡондарҙың төрәнгә көсө етерлек түгел. Саҡ ҡына хәл алырга туҡтаһалар, шашынған немец палачтары аҡырынып, автоматтан ут яуҙыра башлай. Баҫыуҙы һөрөп барғанда минаға эләгеп, тотҡондарҙың бөтәһе һәләк булды. Был мәхшәрҙә бер Имаметдин тере ҡала. Һуғышҡа китер алдынан Мөжәүир хәҙрәт яҙып биргән йән һаҡлау бетеүе арҡаһында иҫән ҡалды ул.

— Әҙерәк барам да күкрәгем тәңгәленә эстән тегелгән бетеүемде һәрмәп ҡарайым. Эй, Аллам, ярҙам ит, Олатай доғалары миңә көс-ҡеүәт бир, тип теләйем. Баҫыуҙың теге осона имен-аман килеп сыҡҡас, немецтар үҙҙәре лә минең тере ҡалыуыма аптырап ҡуйҙы буғай, — тип хәтерләй торғайны Имаметдин еҙнә. Ул йәнә ошоларҙы һөйләй.

Бер яуызы:

— Азиат, һин барыбер үләсәкһең, — тип ҡара тиргә батып әлһерәгән Имаметдингә автоматын тоҫҡағайны, икенсеһе, кешелеклерәге, уның ҡулынан тотто:

— Ҡуй, теймә, үҙе дөмөккәнсе йөрөһөн, әйҙә.

Шулай итеп, Имаметдин был тамуҡтан да тере ҡала. Ҡайҙа йөрөһә лә, ни эшләһә лә, ул бетеүенән һис бер ваҡытта ла айырылманы. Аҙаҡ та уны пуля алманы, крематорий мейесенән дә ҡотолоп ҡалды, төрлө ауырыуҙарға ла бирешеп барманы, һуғыш бөткәс, плендан азат ителеп, ауылына иҫән- һау әйләнеп ҡайтыу насип булды.

Ҡайтып яҡындарынан иҫәнлек-һаулыҡ һорашҡас та Имаметдиндең тәүге һорауы:

— Мөжәүир хәҙрәт иҫәнме? — була. Түш кеҫәһенән иҫкереп, туҙып, тетелеп бөткән әйбер килтереп сығара ла:

— Бына ошо Мөжәүир хәҙрәт бетеүе арҡаһында мең үлемдән ҡотолоп, тере ҡайттым, — ти.

— Нисек һаҡлай алдың уны, — тип хайран ҡалды немецтарҙың яуызлығын, кеҫәләрҙе ныҡ тентеүен, шәхси нәмәне һаҡларға рөхсәт итмәүен ишетеп белгән ауылдаштары.

— Тентенеләр, тик ни хикмәт менәндер бетеүгә теймәнеләр, әллә күрмәнеләр. Уйлай торғас, аңланым, тентеүҙәр башланһа, бетеү йәшеренә, кешегә күренмәй. Был олатай ҡөҙрәте икәненә инандым, — тип һөйләне тотҡонда булған Имаметдин.

Ул һөйләгәндәргә Мөжәүир хәҙрәттең илаһи ҡөҙрәтен белмәүсе башҡа яҡ кешеләре булһа, бәлки, уйҙырма тип, шик белдерер, йә ышанмаҫ ине, ә әүлиәнең хикмәттәрен көн дә үҙ күҙе менән күреп, аҙым һайын ишетеп йөрөгән күрше ауыл халҡы был ишеткән хәбәргә инанып ышанды.

Имаметдиндең был һөйләгәндәренә алтмыш йыл тулып үтһә лә, һаман ул хәлде үҙ күҙе менән күреүсе Һәҙиә апай хайран ҡалып беҙгә бәйән итә. Иртәгеһен Кәрешкәнән бер төркөм кеше, барлыҡ эшен ҡуйып, Имаметдингә эйәреп, туранан тау аша төшөп, хикмәт күрер өсөн Манһырга йүнәлде. Хәҙрәт килеүселәрҙе ҡапҡа төбөнә сыгып ҡаршыланы.

— Һиңә яңы бетеү яҙып бирмәй булмаҫ, Имаметдин туған. Тегеһе һуғышта йөрөп туҙып тетелеп бөттө, әрһеҙләп ҡайттың, — тине олатай көлөп. — Бетеү ҡәҙерен белдең үҙең дә. Ана, әйткәнде тыңламаған Вәлиулланан кире алдым. Бер ағас ботағына элде лә китте. Иҫенә төшөп кире килгәйне, эҙләгәне урынында булманы.

— Ошо бетеү арҡаһында әллә нисә рәт үлемдән ҡотолоп ҡалдым. Рәхмәт һиңә, хәҙрәт, тыуған илемә ҡайтып, туғандарымды күрҙем, — тинелә Имаметдин илап ебәрҙе.

Утты-һыуҙы кисеп тере ҡайтҡан яугирға ҡушылып бөтә килендәр иланы. Был күҙ йәштәре, беренсенән, Имаметдиндең имен ҡайтыуы өсөн шатланыу булһа, икенсенән, бөйөк хикмәт эйәһенә рәхмәтле булыу йәштәре ине.

Мөжәүир хәҙрәт” китабынан, Лира Яҡшыбаева.

Автор:
Читайте нас: