+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Тарих һәм шәхес
7 Сентябрь , 20:16

КИТАПТАР МИНЕ КЕШЕ ИТТЕ...

Билдәле ғалим, юрист, тарихсы-этнограф, философия фәндәре кандидаты Зәкирйән ӘМИНЕВты беҙ хаҡлы рәүештә "китап ене ҡағылған"дар исемлегенә индерә алабыҙ. Ҡайҙа ғына йөрөһә лә, уның ҡулында ҙур сумкаһы, уның эсендә яңы ғына һатып алған, типография еҫтәре аңҡып торған китаптар ята булыр.Шул да мәғлүм булһын, пенсия йәшенә еткәнсе хоҡуҡ һаҡлау органдарында тәфтишсе, прокурор булып хеҙмәт иткән Закирйән Әминев отставкаға сыҡҡас, көтөлмәгән йүнәлеш, тарих, этнография менән шөғөлләнеп, халҡыбыҙҙың мифологияһы буйынса сенсацияға торошло асыштар яһаны. Быларҙың барыһы менән Зәкирйән Әминев бала сағынан башлап туплаған китаптарына бурыслы. Хәйер, был хаҡта ғалимдың үҙенә биргән һорауҙарға яуаптарында.Зәкирйән ағай, һинең фатирыңа барып ингәндә иң тәүҙә күҙгә салынғаны китап. Ҡайҙа ҡарама - китап. Һин уларҙы билдәле бер система буйынса туплайһыңмы, барыһын да уҡып өлгөрәһеңме?

КИТАПТАР МИНЕ КЕШЕ ИТТЕ...
КИТАПТАР МИНЕ КЕШЕ ИТТЕ...

- Мин алты йәшемдә уҡырға өйрәндем. Күршелә йәшәгән Алһыу апай мәктәпкә барып уҡырға-яҙырға өйрәнгән дә, беҙҙең тирәлә йәшәгән балаларҙы йыйып алып, күмәкләп уҡытыусы һәм уҡыусы булып уйнайбыҙ, апайҙың ҡустыһы Азат мәрхүм менән беҙ ул "мәктәп уҡыусылары". Уҡыуыбыҙ уйын һымаҡ булһа ла, уҡырға, яҙырға өйрәнеүебеҙ ысын ине.
Тәүге ҡулыма алған китабымдың тышында арбаға егелгән мөгөҙлө аттар һүрәте төшөрөлгәйне, йөкмәткеһе Египеттың иң боронғо тарихы. Китап урыҫ телендә, аңламаһам да уҡырға тотондом. Ҡыҫҡаһы, беренсе класҡа килгәндә уҡый белә инем инде. Китап йыйырға етенсе класта башланым. Әсәйем мәктәптең буфетында ашарға аҡса бирә торғайны. Мин ул аҡсаны тотонмайым, өйҙән өҫтөнә май һылап шәкәр һибеп алып килгән икмәк, бер тингә шәкәрһеҙ сәй менән генә мөрхәтһенәм. Шулай итеп, тинлектәрем һумдарға әйләнгәс, китап магазинынан күңелемә оҡшаған китапты һатып алам. Беҙҙең мәктәптә етенсе класта Йәмилә тигән апай уҡығайны. Ул ҡайҙандыр алып килеп, мәктәптә балалар китаптары һата торғайны. Яңы китаптар булһа, иң тәүҙә миңә йүгереп килә. Мин барлыҡ китаптарын ҡарап сығып, үҙемә кәрәген һатып алам. Унынсыны тамамлауға апаруҡ ҡына әҙәби баҫмаларҙан торған китапханам тупланғайны. Китаптар башҡорт, урыҫ, татар телдәрендә. Әрмегә барғас, аҙна-ун көн хеҙмәт иткәс тә, китапханаға яҙылдым. Ике йыл буйына ундағы китаптарҙың ҙур өлөшөн уҡып сыҡтым. Минең бәхеткә, китапханасы Нуриман районында тыуып үҫкән башҡорт апайы ине. Ире офицер. Апай мине: "Төпкә үтеп ултыр, офицерҙар күреп ҡалмаһын", - тип китапхананың эсенә индерә торғайны.
Әрменән һуң университетта уҡығанда инде системалы рәүештә тематика буйынса махсус китаптар туплай башланым. Минең китап туплауҙың төп принцибы: уларҙа теге йәки был кимәлдә башҡорт тарихы сағылыш табырға тейеш. Был темаға арналған китаптар бар, әммә артыҡ күп түгел. Шул йүнәлештә тарихи-этнографик китаптар йыя башланым. Ғафури урамында китап магазины булды. Ундағы букинист бүлегендә "Башҡорт халыҡ ижады"ның ике томы бар ине. Шуларҙы ҡулға төшөрҙөм. Ул саҡта томлыҡтар яңы сыға башлағайны. Яйлап ҡына "Башҡорт халыҡ ижады"ның 18 томын да йыйып бөттөм.
Атайым ул ваҡытта эше буйынса йыш ҡына Өфөгә килә торғайны. Ул килеүгә китаптарҙы туплайым да, Баймаҡҡа ҡайтарып ебәрәм. Сөнки ятаҡта китаптарҙы һаҡлау мөмкин түгел. Кемдер ала ла, кире алып килмәй, китап юғала. Атайым мәрхүм үҙе лә китап яратты, күп уҡый торғайны.
Аҙаҡ, эшләй башлағас, эш хаҡым китап һатып алырға ҙур мөмкинлек бирҙе. СССР заманында аҙнаһына бер тапҡыр "Книжное обозрение" тигән гәзит сыға торғайны. Шуны яҙҙырҙым да, илебеҙҙә сыҡҡан барлыҡ китаптар хаҡында мәғлүмәт алып, үҙем кәрәкле тип һанаған китаптарға заказ биреп, китап туплауымды яңы кимәлгә күтәрҙем.
Шулай итеп, йыйылған китаптарым фатирымды боролоп сыҡҡыһыҙ итте. Бер саҡ венгр авторының "Комедия книги" тигән китабын уҡығайным. Унда ҡатыны сығып китеп, яңғыҙ йәшәгән профессорҙың тормошо һүрәтләнә. Ул да минең һымаҡ фатирын китаптар менән тултырған да, йомран кеүек йөрөп ятҡан. Тәҙрә төптәренә лә китаптар өйөп ҡуйған, фатирына хатта ҡояш нуры ла төшмәй башлаған. Оло йәштә була профессор. Бер мәл китаптары өйөлгән кәштә емерелеп төшөп, хужаны баҫып үлтерә. Ҡыҙым: "Атай, һин һағыраҡ бул, теге венгр профессоры кеүек булып ҡуйма", - тип көлә.

Һәр кеше үҙ ғүмерендә 3 мең самаһы китап уҡый ала икән. Шул уҡ ваҡытта ул шунсама китап уҡып та, үҙенә иң кәрәкле китапты уҡымауы бар. Һин үҙеңә кәрәкле китап менән кәрәкле булмағанын нисек айыраһың? Китаптың кәрәклеме-юҡмы икәнен белер өсөн уны кәмендә уҡып сығырға ла кәрәк бит әле...

- Мин әрмелә шундай хәрби часта хеҙмәт иттем, унда беҙгә мәғлүмәтте хәтерҙә һаҡларға өйрәттеләр. Мин теге йәки был китапты асам да, уның һәр хәрефен уҡып тормайым. Дөрөҫөрәге, мин китапты уҡымайым, ә диагональ буйынса ҡарайым да, унда нимә хаҡында һүҙ барғанын шундуҡ төшөнәм. Минутына 5-6 битте ҡарап сығып, унда нимә хаҡында һүҙ барғанын тулыһынса аңлайым. Был һәләтем бигерәк тә университетта имтихан, зачет биргәндә ныҡ ярҙам итте. 300 битлек китапты 5 сәғәт эсендә уҡый алдым. Имтихан, зачет биргәндә, күҙҙәремде йомам да, китаптың һәр битен күҙ алдына баҫтырып, унда яҙылғанды иҫемә төшөрәм. Ҡайһы ваҡыт уҡытыусылар күҙемде йомоп ултырыуымды күреп ҡалып: "Нимә, ҡыйын булып киттеме?" - тиҙәр. Мин уларға: "Юҡ, уҡығанымды иҫемә төшөрәм", - тиһәм, аптырайҙар ине.
Китап магазинына инһәм дә, иң тәүҙә китаптың исемен, авторын ҡарайым, шунан тәүге биттәрен асып күҙ йүгертәм дә, ул китапты алырғамы-юҡмы икәнен хәл итәм.

"Иң күңелһеҙ китап та иң яҡшы китап булыуы бар..." тигән Пушкин. Һуңғы ваҡытта ниндәй китаптар һатып алдың, уларҙың араһында иң ҡәҙерлеләре ҡайһылары?

- Мәскәүҙә мифология буйынса китаптар сығара башланылар. "Ирәмәл" сауҙа йорто янындағы "Планета" магазинында монгол, румын мифологиялары буйынса китаптар күреп ҡалдым. Үҙемдең ысул буйынса бер битен асып ҡараным да, шундуҡ һатып алдым. Кәрәкле бите асылды. Йәш саҡта шундай маҡсат ҡуйғайным: теге йәки был китапта бер генә һүҙ кәрәкле булһа ла ул китапты һатып алырға. "Волга буйы һәм Урал халыҡтары мифологияһы", "Себерҙең аҙ һанлы халыҡтары мифологияһы" ла китаптарым араһында үҙенең лайыҡлы урынын тапты.
Атайыма автоколоннала политинформация үткәрер өсөн "Маркс, Энгельс, Ленин, КПСС о развитии сельского хозяйства" тигән китап биргәндәр, шуны өйөбөҙгә алып ҡайтты. Мин ул саҡта туғыҙынсы класта уҡый инем. Китапты тегеләй ҙә әйләндереп ҡарайым, былай ҙа ҡарайым. Уйлайым, баҫып сығарғастары кәрәк китап бит инде. Уҡый башланым. Документтарында ҡыҙыҡ тапманым. Иң ҡыҙығы комментарийҙарында икән. Уларҙы уҡығас, төп текстарҙы ла уҡығы килде. Шулай итеп, ул китапты уҡып бөттөм. Шунан үҙемә шундай һығымта яһаным: күңелһеҙ китап булмайҙыр ул. Китап буштан тиккә яҙылмай. Шулай ҙа ҡайһы бер авторҙарҙың китаптары ауыр уҡыла.
Үҙемә ҡуйған принцип буйынса башҡорт әҙәби китаптарын барыһын да уҡып барырға тырышам. "Бер аҙым алға баҫам да, әйләнәм мин артыма", тигән Ғафури. Мин дә әҙәбиәтебеҙ алға китеп, артта тороп ҡалмайым, тип тырышам. Бер туҡтауһыҙ башҡорт халыҡ ижадын уҡыйым. Сөнки телебеҙҙең байлығы шунда бит.
Урыҫ әҙәбиәте даръя кеүек, уны уҡып та бөтөрөп булмай. Мәҫәлән, Юрий Поляковтың барлыҡ яҙғандарын уҡып барырға тырышам. Әле уның "По секрету" тигән китабын һатып алдым. Алексей Ивановтың, Борис Акуниндың сыҡҡан китаптарын ҡарап барам. Захар Прилепинды ла уҡыйым, әммә ул "шығырҙай-шығырҙай тәгәрләгән тәгәрмәс кеүек" ауырыраҡ яҙа. Талха Ғиниәтуллинды совет осоро ваҡытынан алып уҡыйым, уны иң тәүҙә Анатолий Генатулин тип белдем. Астафьев, Проскурин, Бондарев, Распутин китаптарын да тулыһынса уҡып сыҡтым.
Йомғаҡлап шуны әйткем килә: мин үҙ ғүмеремдә нимәгәлер өлгәшкәнмен икән, бының өсөн иң тәүҙә китаптарға бурыслымын. Улар мине кеше итте.

Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ яҙып алды.
"Киске Өфө" гәзите, №20, 2024 йыл

Автор:
Читайте нас: