+15 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Тарих һәм шәхес
2 Сентябрь , 15:16

МИНЕҢ ФАМИЛИЯМ — ҮТӘШЕВ!

1967 йылдың май айы. Миңә ете йәш, әле уҡырға төшмәгәнмен. Ауылымдың урамы буйлап, трактор ҡалдырған тәрән колея эсенән мәктәпкә китеп барам, ҡулымда шаҡмаҡ дәфтәр менән ҡәләм. Быйыл көҙөн уҡырға төшәсәкмен — әсәйем шулай тине.

МИНЕҢ ФАМИЛИЯМ — ҮТӘШЕВ!
МИНЕҢ ФАМИЛИЯМ — ҮТӘШЕВ!
Әлегә мин бер аҙна буйы мәктәпкә дәрескә әҙерлек төркөмөнә йөрөргә тейешмен. Нисек икән ул мәктәп тигәндәре? Шул тиклем күрге килә.
Мин килеп еткәндә мәктәп алдында минең йәштәге бер нисә бала уйнап йөрөй ине. Ишектән мөләйем йөҙлө бер апай сыҡты. Ул — Менәүәрә апай. Беҙгә ҡунаҡҡа килгән саҡта: «Йә, Хөрмәтулла, ҡасан уҡырға киләһең?» — тип гел арҡамдан һөйә торғайны... Ул ҡулындағы ҡыңғырауҙы юғары күтәреп шылтыратырға тотондо.
— Балалар, бына был ҡыңғырау тауышы дәрестең башланыу һәм тамамланыу ваҡытын хәбәр итә. Ә хәҙер, әйҙәгеҙ, класҡа инәйек, — тип беҙҙе мәктәпкә инергә саҡырҙы. Беҙ, йәмғеһе ун бала, апайыбыҙ артынан эйәрҙек. Парталар артына инеп ултырғас та апайыбыҙ журналын ҡулына алды.
— Ә хәҙер, балалар, журналға кемдәр уҡырға килгәнлеген теркәйбеҙ. Исем, фамилияларығыҙҙы әйтегеҙ, — тип ҡулына ҡәләм алды.
— Мерәсов Иршат...
— Рахманғолов Сәлимгәрәй...
— Хөрмәтулла...
— Ә фамилияң нисек? — тип апай көлөмһөрәп миңә төбәлде.
— Фамилия?.. Белмәйем...
— Нисек инде белмәйһең? Мәктәпкә уҡырға килгәнһең, ә фамилияңды ла белмәйһең... Бар, өйөңә ҡайтып, әсәйеңдән һорап кил, — тип йылмайҙы Менәүәрә апай...
Мин мәктәптән сығып, өйгә табан йүгерҙем. Ишек алдында тауыҡ себештәрен ашатып йөрөгән әсәйемә алыҫтан уҡ һөрәнләнем:
— Әсәй, минең фамилиям нисек?
— Үтәшев... Ә ниңә? — тине әсәйем аптыраңҡырап.
— Уҡытыусы апай һорарға ҡушты, — тинем дә, кире мәктәпкә табан саптым. «Үтәшев... Үтәшев... Онотоп ҡына ҡуймаһам ярар ине!» Ах та ух килеп мәктәпкә етеп, класс ишеген асып инеү менән:
— Апай! Минең фамилиям — Үтәшев! — тинем шатланып. — Шулаймы ни? Үтеп ултыр урыныңа...

Хәҙер уйлайым да, Менәүәрә апай, әлбиттә, минең фамилиямды белгән. Ағайымды, дүрт апайымды уҡытып сығарған бит ул. Был аҙым менән ул мәктәпкә әҙерлекһеҙ килгән миңә, ә тәү сиратта ата-әсәйемә шелтә яһарға, һабаҡ бирергә телә- гәндер. Был хәлдән һуң, яйы сыҡҡан һайын, ата-әсәйем ике ҡустымдан: «Фамилияң нисек әле?» — тип һорарҙар ине...
Тәүге дәрестә дәфтәремде тишә яҙып нимәләр сыймаҡлағанымды әле булһа хәтерләйем. Фотоһүрәт күҙ алдымда кеүек: баҫҡыс, тәгәрмәс, туп һәм КӨЛӘС ҠОЯШ! Көләс ҡояш нурҙары төрлө яҡҡа һибелгән... Бына шул тәүге тапҡыр мәктәпкә барған көнөмдәге ҡояш нурҙары күңелемде әле булһа йылытып, зиһенемде яҡтыртып тора...
 
Хөрмәтулла Үтәшев

Бер туғандар — Рәхимә, Рәхилә, Хәсән, Хөрмәтулла. 1965 йыл.
 
Автор:
Читайте нас: