- Был осорҙа йырсы кәрәклеген белгәс, Әнүәр Нурғәлиев Вәсиләне тыңларға тәҡдим итте. Шунда был оло талант эйәһе менән таныштым. Уға тиклем төркөмдә икенсе ҡыҙ ине, ул беҙҙең менән гастроль турына юлланды. Һоҡланғыс команда– йырсылар, аранжировкалаусылар, композиторҙар барлыҡҡа килде. Был Вәсилә өсөн һәйбәт башланғыс булды. Урал Рәшитовтың «Тыуған яҡ» йырын иң тәүҙә миңә тәҡдим итеүен барыһы ла белмәй. Ләкин мин Вәсиләнең ул йырҙы яҡшыраҡ «һиҙгәнен» аңланым. Шулай итеп, был йыр уның хитына әйләнде. Вәсилә бөгөн дә беҙҙең менән, уның иҫтәлегенә концерттар ойошторабыҙ, күңеле һәр саҡ ҡайҙалыр яҡында һымаҡ.