+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Тарих һәм шәхес
26 Август , 12:41

«Күңеле таҙа кеше генә халыҡ йырҙарын башҡара ала»

Райман Ишбаев: «Халыҡ йырҙарын йырлағанда рухи күтәренкелек кисерәм», – тип әйтер ине. Райманға быйыл мартта 65 йәш тулған булыр ине. 2002 йылдың яҙында интервью алғанымда ул филармонияның кесе залында 24 апрелдә үтәсәк концертына әҙерләнә ине. Был тамашаны йырсы II Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына арнаны. Шул тиклем ихлас, эскерһеҙ әңгәмәсе ине Райман. Уның менән һөйләшеү үҙе бер ғүмер булған икән. Ошо яҙмамда мин яҡташымдың яҡты, матур булмышын асып һалырға тырыштым.

«Күңеле таҙа кеше генә халыҡ йырҙарын башҡара ала»
«Күңеле таҙа кеше генә халыҡ йырҙарын башҡара ала»

Атаһының ризалығын ала

 

Райман мәрхүм атаһы менән әсәһен яратып хәтерләй торғайны. Сәйәх бабай Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан, 112-се кавалерия дивизияһында дошманға ҡаршы һуғышҡан. Ғүмер буйы Буденныйҙыҡы кеүек оҙон мыйыҡ йөрөткән. Шаян, дәртле, мөләйем ирҙең зәңгәр күҙҙәре янып торған. Шәп бейегән, ҡурайҙа оҫта уйнаған. Әсәһе Миңлебикә лә зыңғырҙап торған нескә, моңло тауышы менән «Тәфтиләү», «Әрме» һ.б. халыҡ йырҙарын йырлар булған. Иҫ белгәндән алып уларҙың моңона сорналып йәшәгән Райман: «Ата-бабам моңо йәнемә инә һөтө менән һеңде», – ти торғайны.

Сәйәх бабай 87 йәшендә вафат була. Үлеренән бер аҙна элек Райман уны күрергә ҡайта. Ҡулын атаһының баш осона ҡуя ла, таҙа энергия бирергә теләй. Шул мәл, күңеле һиҙенеп: «Күп ҡалмаған...» – тип уйлай. Атаһы, уның уйын аңлағандай, моңһоу күҙҙәрен улына төбәй ҙә: «Ризалығымды бирәм, балам. Йырыңды ташлама. Эсмә. Юлың һәр саҡ асыҡ булыр», – ти.

Был һүҙҙәр йырсының ҡолағында һәр ваҡыт яңғырап тора. Ауыр саҡтарҙа шул һүҙҙәрҙе иҫләһә, алдында өмөт ҡапҡалары асылып киткәндәй тойола.

Райман бәләкәй сағында өй башына менеп тупраҡ ашарға ярата. Үҫкән организмға витамин етешмәгәндер инде – балсыҡлы тупраҡ, ауыҙҙа эреп, ҡаймаҡ һымаҡ бик тәмле була. Малай ҡайһы саҡ мөйөштә өйөлөп ятҡан, сепрәккә төрөлгән китаптарҙы ла аҡтара. Онотолоп, сәғәттәр буйы дини яҙмаларҙы ҡарап, аптырап ултыра. «Был китаптарға өйҙә урын юҡмы икән ни, ниңә уларҙы бында тоталар?» – тигән уй борсой малайҙы.

Ул китаптарҙың ни өсөн ҡыйыҡ аҫтында һаҡланыуын олоғайғас ҡына аңлай Райман. Зат-ырыуы дини кешеләр булған уның. Илгә совет власы килеп, дин инҡар ителгәс, ислам тәғлимәттәре уларҙың йөрәгенә күскән. Йылдар үткән, дин яңы быуын кешеләренең аҡылынан юйыла башлаған. Эскелек, хакимлыҡты үҙ ҡулына алып, бәндәләрҙе аҙҙырған, юлдан яҙҙырған. Сөнки изге китаптар кеше күҙе күрмәҫтәй урындарға йәшерелгән булған. «Аллаға шөкөр, заманалар үҙгәрҙе хәҙер. Ҡараңғыла тонсоҡҡан Ҡөрьәндәребеҙ алдыбыҙға килеп ятты, юлыбыҙға яҡты нур һипте», – тигәйне Райман, ҡыуанып.

 

Ике үлемдән ҡала

 

Армияла Райманды матростар йә «Рома» йә «башкир» тип йөрөтә. Гармунда, ҡурайҙа һыҙҙырып уйнаған егетте йыш ҡына: «Приходи к нам, возьми свою дудку», – тип кубрикка саҡырып ала. Ҡурайҙы бигерәк яратып тыңлай улар.

Бер мәл Атлантик океанда төндә төп (основоной) руль сафтан сыға. Аварийный руль дә эшләмәй башлаһа, кораблде һәләкәт көтәсәк. Етмәһә, шторм ваҡыты. Корабль командиры электриктар командиры Райманды саҡырып ала ла биш минут эсендә рулде сафҡа индерергә ҡуша. Райман, өтәләнеп, өҫкө палубаға менеп китә. Корабль хәрәкәт иткәндә унда сығырға ярамай. Шул мәл ҡараңғыла артынан нимәлер килгәнен тойоп, ҡапыл лейра (тулҡын тураусы) аҫтына ырғып төшөп ята. Шул секундта көслө, бейек тулҡын кораблгә килеп бәрелә лә, палубаны уратҡан тимер сынйырҙы өҙә. Ҡасып өлгөрмәһә, сынйыр тиклем сынйырҙы өҙгән тулҡын палубаға ырғығанда Райманды йәлпәштерә һуғыр ине.

Егет тиҙ генә тора ла, люкты асып, аҫҡа төшә. Эҙләнеп, тикшереп йөрөй торғас, рулде сафтан сығарған сәбәпте таба – предохранитель янған була. Корабль командиры барыһына ишеттерерлек итеп электрик Райманға рәхмәт әйтә һәм базаға ҡайтҡас, ун тәүлек отпуск бирергә вәғәҙә итә.

Ә был хәл Урта диңгеҙҙә була. Дүшәмбе – политуҡыу көнө. Барыһы ла шунда. Корабль, якорен ташлаған да, тыныс ҡына тора. Өсөнсө йыл хеҙмәт итеүселәр «годок» һанала. Улар политуҡыуға йөрөмәй, ҡасып-боҫоп диңгеҙҙә һыу инәләр. Райман да, водолаз кейемен кейеп, дуҫы Толик менән һыуға сума. Корабль аҫтындағы бер винтҡа Райман, икенсеһенә Толик тотонған да, һыу аҫты мөғжизәһен күҙәтә... Иҫ киткес матур! Әйтеп аңлатҡыһыҙ! Шул саҡ Райман яҡынлашып килгән шәүләне шәйләп ҡала. Уның һигеҙ метр самаһындағы акула икәнлеген аңлаған егет йәһәт кенә Толяға ҡарай йөҙә. Ҡулы менән ымлап, ҡасырға кәрәк, акула йота, тип аңлата. Диңгеҙ хозурлығына иҫе китеп аңшайып торған дуҫын төрткөләп, винттан ысҡындырып алғас, кем уҙарҙан йөҙөп китәләр. Кораблгә менгәс, ҡоттары осоп бер килке иҫтәрен йыя алмай ултыра улар.

 

Уға Аллаһ көс биргән

 

Армиянан ҡайтҡас, Райман Ишбаев үҙен эшсе сифатында ла һынап ҡарай. Екатеринбургтағы «Уралмаш» заводында слесарь, электрик булып эшләй. «Йәшлек» ансамблендә йырлап йөрөй. «Унда башҡорт-татар йәштәре бик күп ине. Халыҡ урамда, цирк артындағы майҙанда, күңел аса торғайны», – тип хәтерләгәйне ул. Йөрәгендәге моң барыбер егетте профессиональ сәнғәткә килтерә.

Мәскәүҙә Союздар йортоноң Колонналар залында сығыш яһап, «Ҡолой кантон»ды йырлап, сәхнә артына сыҡһа, бер урыҫ ирекәй килеп егеттең ҡулын ҡыҫа. «Рәхмәт! Таушыңдың, йырыңдың шифаһы бар. Башым ныҡ ауыртып килгәйнем, йырыңды ишеткәндән һуң һауыҡтым», – ти.

Әтек ауылында концерт ҡуйғанда Мәләүездәнг килеп халыҡты дауалап ятҡан мулла бабай ҙа Райманды: «Һинән көмөш нур сәселә, кешене дауалай алаһың», – тип аптырата.

Бер мәл йырсының үҙен дауаларға теләүсе лә осрай. Филармония сәхнәһендә сығыш яһағанда Райман өсөнсө рәттә төкөрөнөп ултырған әбейҙе күреп ҡала. Ни өсөн шулай ҡыланыуын һорағас, уныһы: «Һиңә көс-ҡеүәт бирәм тип өшкөрәм, улым!» – тип яуап бирә. «Уйығыҙ, бәлки, изгелер, инәй. Әммә миңә Аллаһ Тәғәлә көс бирә. Аллаһ мине һаҡлап йөрөтә», – ти йырсы.

«Башаҡ бешкән һайын башын аҫҡа эйә. Кеше рухи яҡтан үҫкән һайын кешелекле, игелекле, итәғәтле, ихлас була бара. Тәкәбберлектән, мин-минлектән ваз кисә. Дингә ылығыу, рухи камиллыҡҡа ынтылыш – кешенең иң юғары ҡаҙанышы», – тигәйне Райман миңә. «Яратып өйрәнергә кәрәк. Ярата белмәгәндәр, ғәфү итә алмағандар йөрәк сирле була. Дошманыңды кисереп, йөрәгеңде таҙартһаң, ауырыуҙан ҡотолаһың. Аллаһ Тәғәлә – үҙе Хаким. Кеше хаким була алмай. Һәр кем үҙенә ситтән күҙ һалып, үҙен-үҙе тәрбиәләргә тейеш. Артыҡ алсаҡлыҡ та һәләкәткә килтерә. Хәҙистә әйтелгәнсә, дошманың дуҫҡа әйләнергә, йә дуҫың яман дошманыңа әүерелергә мөмкин. Теләһә кемгә сер сисмәй, үҙеңде белеп, Алланан ярҙам һорап йәшәүҙән дә һәйбәте юҡ.

Рухи нигеҙең булыуы мөһим. Рухи нигеҙ – ҡалҡан кеүек һине сит-ят йоғонтоларҙан һаҡлай. Ауыр саҡта бер сүрәне иҫләһәм дә еңел булып ҡала. Рәнйемәҫкә тырышам, мин рәнйегән кеше бәлә-ҡазаға осрай. Ғөмүмән, рәнйеүҙән ҡурҡырға кәрәк. Уның шауҡымы барыбер үҙеңә әйләнеп ҡайта».

«Ҡасандыр яңылыш юлда йөрөп, һынауҙар, шырлыҡтар аша дөрөҫлөк юлына килеп сыҡҡан кешене ҡайһы берәүҙәр мыҫҡыл итергә ярата.

Элек эсеп, донъя болғап йөрөй ине, мулла булып киткән! – тиҙәр улар. Аллаһ Тәғәләнең ҡөҙрәте киң, тәүбәгә килгәндәрҙе ғәфү итеүсән. Йәнең-тәнең менән миңә бирелһәң, ярҙамымдан айырмам, ти Аллаһ. Гонаһһыҙ бәндә юҡ. Гонаһтан арынып, Хоҙайға һыйынһа, уны күңел тыныслығы, бәхет көтә. Техникаға инструкция нисек кәрәк, кешегә лә Ҡөрьән шулай уҡ кәрәк. Ул – беҙҙең ҡотҡарыусы, кешелекте тәрбиәләүсе. Нисәмә быуын кешеһе эскелек ҡоллоғонда интегә! Араҡы ниндәй аҫыл егеттәребеҙҙең, ирҙәребеҙҙең башына етте! Эскелек упҡынына сумһаң, ҡотолоу бик ауыр. Аллаһ Тәғәләгә һыйынһаң ғына был афәтте еңеп сыға алаһың», – тип һөйләгәйне йырсы.

Райман ошондай фәлсәфәүи фекерҙәре менән йомарт уртаҡлашыр ине. Һөйләшеп ултырғанда Бөрйән бөркөтөнөң күңеле бейектә, бик бейектә осҡанын аңлап була торғайны: «Исемдә күп мәғәнә ята. «Ра» – Ҡояш Аллаһы, «ман» – «мен» – ир тигәнде аңлата. Ә минең өсөн һөйөклө ҡатыным менән Камиләбикәм үҙҙәре ҡояш. Яратҡан эшем, матур ғаиләм бар, Аллаға шөкөр. Шуға ла мин көслөмөн».

Инде тормоштоң йәмен белеп, тәмен татып, шатланып ҡына йәшәр мәлдә йырсының ғүмере көтмәгәндә фажиғәле рәүештә өҙөлдө. Ике үлемдән ҡотолоп ҡалған Райманды өсөнсө үлем 47 йәшендә генә алып китте... Әммә әжәл уның тәрән моңло йырҙарын алып китә алманы. Улар беҙҙең менән – бөгөн дә һоҡланып, яратып тыңлайбыҙ һәм бөйөк йырсыбыҙҙы иҫкә алабыҙ.

Тәнзилә Дәүләтбирҙина, "Тамаша" журналы, №2-2024 й.

Автор:
Читайте нас: