1861 йылда Өфө губернаторы, талантлы яҙыусы Сергей Аксаковтың улы Григорий Аксаковтың ҡатыны Софья Александровна тырышлығы менән театр төҙөү өсөн етерлек аҡса туплана. Театрҙың ағас бинаһы ҡала үҙәгендә - Садовая (Матросов), Ильинская (Вәлиди), Телеграфная (Цюрупа), Воскресенская (Туҡай) урамдары арауығында урынлаша. Әммә ете йыл үтеүгә был театрҙа янғын сығып, бина янып бөтә. 1876 йылда ошо уҡ урында меценат Базилевский исемен йөрөткән ике ҡатлы яңы театр асыла.
Өфөлә ул саҡтағы иң билдәле театр заводчик, меценат Виденеев исеме менән атала. Ул хәҙерге Аксаков паркында төҙөлә, 1894 йылдан 1991 йылға тиклем эшләй. Уның сәхнәһендә бик күп күренекле сәнғәт әһелдәре, әҙәбиәт һәм фән белгестәре сығыш яһай. Мәҫәлән, СССР-ҙың буласаҡ халыҡ артисы Александра Яблочкина тап ошо сәхнәлә тамашасыларҙың күңелен яулай. Өфө театрҙарында сығыш яһаған Фёдор Шаляпин, замандашыбыҙ, күренекле балет артисы Рудольф Нуреев һуңынан барса донъя сәхнәләрендә танылыу таба.
"Киске Өфө" гәзите, №15, 2024 йыл
https://kiskeufa.ru/index.php?dn=news&to=art&id=6662