Уны бер мәл Францияға сығыш яһарға ебәрәргә тигән тәҡдим килгән. Тик райондың мәҙәниәт бүлеге уның талантын иғтибарға лайыҡ тип тапманы.
Ә бит белгестәр уны башҡа ерҙә һис ишетелмәгән өзләү төрө һаҡлаусыһы тип таныған.
Гәзиттә эшләп йөрөгән сағым. Туҡанға юл төшкәс, юлайҡан апайҙы мотлаҡ күреп китергә булдым. Шундай оҫта өзләгәне хайран итте. Радиоға ла яҙып алғандар ине кеүек, хәтерем яңылышмаһа. Бәлки радио архивында һаҡланалыр ҙа әле яҙмалары.