-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Миңә Аллаһ Тәғәлә көс бирә. Аллаһ мине һаҡлап йөрөтә

-

Миңә Аллаһ Тәғәлә көс бирә. Аллаһ мине һаҡлап йөрөтә
Миңә Аллаһ Тәғәлә көс бирә. Аллаһ мине һаҡлап йөрөтә

«Башаҡ бешкән һайын башын аҫҡа эйә. Кеше рухи яҡтан үҫкән һайын кешелекле, игелекле, итәғәтле, ихлас була бара. Тәкәбберлектән, мин-минлектән ваз кисә. Дингә ылығыу, рухи камиллыҡҡа ынтылыш – кешенең иң юғары ҡаҙанышы», – тигәйне ул миңә. «Яратып өйрәнергә кәрәк. Ярата белмәгәндәр, ғәфү итә алмағандар йөрәк сирле була. Дошманыңды кисереп, йөрәгеңде таҙартһаң, ауырыуҙан ҡотолаһың. Аллаһ Тәғәлә – үҙе Хаким. Кеше хаким була алмай. Һәр кем үҙенә ситтән күҙ һалып, үҙен-үҙе тәрбиәләргә тейеш. Артыҡ алсаҡлыҡ та һәләкәткә килтерә. Хәҙистә әйтелгәнсә, дошманың дуҫҡа әйләнергә, йә дуҫың яман дошманыңа әүерелергә мөмкин. Теләһә кемгә сер сисмәй, үҙеңде белеп, Алланан ярҙам һорап йәшәүҙән дә һәйбәте юҡ.
Рухи нигеҙең булыуы мөһим. Рухи нигеҙ – ҡалҡан кеүек һине сит-ят йоғонтоларҙан һаҡлай. Ауыр саҡта бер сүрәне иҫләһәм дә еңел булып ҡала. Рәнйемәҫкә тырышам, мин рәнйегән кеше бәлә-ҡазаға осрай. Ғөмүмән, рәнйеүҙән ҡурҡырға кәрәк. Уның шауҡымы барыбер үҙеңә әйләнеп ҡайта».
«Ҡасандыр яңылыш юлда йөрөп, һынауҙар, шырлыҡтар аша дөрөҫлөк юлына килеп сыҡҡан кешене ҡайһы берәүҙәр мыҫҡыл итергә ярата.
Элек эсеп, донъя болғап йөрөй ине, мулла булып киткән! – тиҙәр улар. Аллаһ Тәғәләнең ҡөҙрәте киң, тәүбәгә килгәндәрҙе ғәфү итеүсән. Йәнең-тәнең менән миңә бирелһәң, ярҙамымдан айырмам, ти Аллаһ. Гонаһһыҙ бәндә юҡ. Гонаһтан арынып, Хоҙайға һыйынһа, уны күңел тыныслығы, бәхет көтә. Техникаға инструкция нисек кәрәк, кешегә лә Ҡөрьән шулай уҡ кәрәк. Ул – беҙҙең ҡотҡарыусы, кешелекте тәрбиәләүсе. Нисәмә быуын кешеһе эскелек ҡоллоғонда интегә! Араҡы ниндәй аҫыл егеттәребеҙҙең, ирҙәребеҙҙең башына етте! Эскелек упҡынына сумһаң, ҡотолоу бик ауыр. Аллаһ Тәғәләгә һыйынһаң ғына был афәтте еңеп сыға алаһың», – тип һөйләгәйне йырсы. 

Тәнзилә Дәүләтбирҙина.

Автор:
Читайте нас: