+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

Тормошто яратҡандар ғына әйләнә-тирәгә йылылыҡ, нур өләшеп йәшәй...

Бик матур мөхәббәт тарихы

Тормошто яратҡандар ғына әйләнә-тирәгә йылылыҡ, нур өләшеп йәшәй...
Тормошто яратҡандар ғына әйләнә-тирәгә йылылыҡ, нур өләшеп йәшәй...

64 йыл иңгә-иң ҡуйып, күҙ ҡараштары менән бер-береһен наҙлап, һүҙ-ғәмәлдәре менән бер-береһен күтәрмәләп йәшәгән был парҙың мөхәббәт көсө сикһеҙ икәнлеген хисле йөрәгем улар менән бер күрешеүҙә үк тойоп алды. Мотлаҡ күрешеп һөйләшергә теләүем Альбина һәм Фәнис Исхаҡовтарҙың яҡтылыҡ, изгелек, миллилек һирпелеп торған йортона алып килде лә инде. Ишектән инеү менән, ейәндәре ҡаршы алды. Үҙ телендә, үҙ ымында ул мине өҫ кейемен һалырға, түргә уҙырға әйҙәне. Йорт хужаһы Фәнис ағай яңыраҡ дауахананан сыҡҡан, сырайында арығанлығы һиҙелеп торһа ла, ҙур аҡыл, оло тормош тәжрибәһе йөрөткән йән эйәһенең күҙҙәрендә генә була торған мөләйемлеге һөйләшеүҙәргә ылыҡтырып ҡына тора. Альбина апайҙың ғүмер буйы йыйып туплаған, юҡтан бар итеп тергеҙгән хазиналары – ҡул эштәре, стеналарға, шкафтарға ғына һыймай, иҙәнгә лә теҙелеп киткән. Матур тормош күргәҙмәһенә килеп эләккәндәй, хәтирәләр тулы фотолар, әйберҙәр, картиналар араһында йөрөгө лә йөрөгө килә. Ә йәнәш ҡуйылған ике фотонан ҡараштарҙы бөтөнләй алып булмай: береһе – 1960 йылдың 25 февралендә уларҙың ЗАГС-тан һуң, икенсеһе – 2010 йылда «Алтын туй»ҙарында төшкән фото. Ярты быуат ғүмер арауығында күпме кисерештәр, һынмай уҙылған һынауҙар һәм яуланған үрҙәр! Минең хис-тойғолар ҡойононда торғанымды күреп, Фәнис ағай әйтеп ҡуйҙы:

– Бына шулай, тәү күргәндә үк ғашиҡ булғайным Альбинаға, һаман ғашиҡмын!

– Һөйлә әле, ағай, нисек башланды был мөхәббәт?

Бер-береһенең һүҙен йөпләй-йөпләй, олоғайған хәтер упҡынында юғалып ҡала яҙған иҫтәлектәрҙе тергеҙә-тергеҙә үҫмер саҡ хәтирәләрен яңыртты геройҙарым.

Апаһы Санкт-Петербургҡа балет мәктәбенә уҡырға алып китеп барған Альбина, билет булмау сәбәпле, поездан тороп ҡалғас, уны 1-се һанлы мәктәп-интернатҡа алып килеп урынлаштыралар. Фәнис инде, күптән шунда. (Әле быуыны ла нығымаған бала көйө үкһеҙ етем ҡалып, тормоштоң әсе-сөсөһөн әҙ татымаған малайҙың күргән-кисергәндәре хаҡында Рәлис Ураҙғоловтың «Кешеләргә йылылыҡ өләшәм» исемле китабында бик тетрәндергес итеп яҙылған.)

Аҡ бантиктар тағып, сәсен үргән, ап-аҡ ҡына гөлфөй кейгән сибәр ҡыҙҙың һылыулығынан телһеҙ ҡалған үҫмер егет, һиҙҙермәй генә Альбинаны ҡурсалап йөрөй башлай. Хатта нәҡ ошо маҡсатта бокс түңәрәгенә яҙылып, ҡыҙҙы ла, үҙен дә яҡлай алырлыҡ таһыллыҡҡа, көскә эйә була ул. Һылыу, аҡыллы егет Альбинаның да иғтибарынан ситтә ҡалмай. Күп ҡыҙҙарҙың нәҡ Фәнисте уйлап һулыуҙарын да, уны бер күрер өсөн йән атып йөрөүҙәрен дә һиҙеп йөрөгән ҡыҙ, һыр бирмәй генә был шәп егеттең хәстәрләүен, үҙенә айырым иғтибарын ҡабул итә йөрөй. Һығылмалы, һомғол буйлы ҡыҙ барыһын да таң ҡалдырып, гимнастика менән шөғөлләнә, ҡатмарлы күнегеүҙәрҙе лә оҫта атҡарып сыға. Артабан, еңел атлетика буйынса Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең чемпионы, спорт гимнастикаһы буйынса СССР-ҙың спорт мастеры булыу ҙа ҡыҙҙың ныҡышмалылыҡ, тырышлыҡ һөҙөмтәһе. Әле лә олоғайҙым тип, үҙен генә йәлләтеп ултырмай Альбина Хажим ҡыҙы: 78 йәшендә тәүге тапҡыр конькиға баҫып, спорттың яңы төрөн үҙләштереүе – үҙе үк батырлыҡ был матур йәштәге кеше өсөн.

Спорт менән дуҫлыҡтары ана шулай, йәш кенә саҡтан башланған Альбина Хажим ҡыҙы һәм Фәнис Ғәйнетдин улы Исхаҡовтарҙың 79 йәшендә ГТО нормаларын үтәп, алтын билдәгә лайыҡ булыуы ғәжәп түгел, әлбиттә.

Ә тормош юлының башында, бер-бер артлы мәктәп-интернатты тамамлаған ғашиҡтар, аралар алыҫайған саҡта, һағыныу хисен татып, бер-береһе өсөн йән атып торғанлыҡтарын аңлағас, әллә ни шаштырмай ғына ЗАГС-ҡа барып яҙылып, бер ғаилә булып йәшәй башлайҙар. Яҙмыш елдәре ҡайҙа ғына, Ер шарының ҡайһы нөктәһендә генә йөрөтмәй уларҙы.

Һуғыш осоро балалары күргән әсе яҙмыш, көс еткеһеҙ һынауҙар үткән йәш Исхаҡовтар ғаиләһе тыныс, матур тормоштоң ҡәҙерен белеп, ҡайҙа ғына йөрөһәләр ҙә, матурлыҡ һеңдереп, йылылыҡ өләшеп йәшәй.

Альбина Хажим ҡыҙы һиҙгер йөрәгенең тыуған еренә, халҡының милли хазиналарына мөхәббәте бик көслө икәнен дә тойомлай сит ерҙәрҙә йөрөгән сағында. Өфөгә ҡайтҡас, боронғо селтәр-ҡашмау эҙләп табыу теләге көсәйеп, уны, төрлө эҙләнеүҙәргә килтерә. Үҙ белдеге менән генә, әле бер кем дә башҡорт ҡатын-ҡыҙының төп биҙәүесе булған селтәр-һаҡалдарға ҡыҙыҡһыныу уятмаған саҡта уҡ, ул, төрлө таштарҙан, мәрйендәрҙән бик күп селтәрҙәр, түшелдеректәр эшләй. Ана шулай, милли хазиналарыбыҙға иғтибар бөтөнләй юҡ кимәлендә булған осорҙарҙа уҡ, башҡорт ҡатын-ҡыҙы милли кейеменең төп атрибуты – тәңкәле һаҡалды тергеҙеүсе, уны популярлаштырыусы булараҡ билдәлелек яулай.

Эҙләнә торғас, төпкөл райондарҙың береһендә боронғо ысын көмөш тәңкә, сулпылы селтәр барлығын ишетеп, уны барып, һатып ала. Шул тиклем ҡыуана, шул тиклем уның ҡәҙерле икәнен аңлай, хатта үҙенән дә ҡыҙғанып, уны ете йоҙаҡ артына бикләп ҡуя. Йәшереп кенә сығарып, ҡарап һоҡлана ла, тағы ла йыйып ҡуя. Йөрөй торғас, улай ярамай икәнлеген аңлай башлай. Уны һандыҡ төбөнән сығарып, күҙ алдына, тәҙрә төбөнә һалып ҡуя. Әйләнгән һайын барып, танһығын ҡандыра алмай оҙаҡ-оҙаҡ итеп был ҡомартҡыны ентекләп өйрәнә, уны кешеләргә, милләттәштәребеҙгә күрһәтеү теләге көсәйә бара. Ниңә шул тиклем ҡиммәтле, матдилыҡтан бигерәк рухи хазина булған был биҙәүескә иғтибар юҡлығы һыҙландыра. Һәм, уны кейеп сығып, баш ҡала халҡына күрһәтергә була. Тәүге тапҡыр ул опера һәм балет театрына, «Салауат Юлаев» операһына тағып бара боронғо селтәрҙе. Кешеләрҙең ҡайһылары сәйерһенеп ҡарай, ҡайһылары туранан-тура ҡыҙыҡһынып һәм һоҡланып, тотоп ҡарайҙар. Осҡондо дөрләтеп усаҡҡа әйләндерер мәл еткәнен аңлаған Альбина Хажим ҡыҙы ошо йүнәлештә әүҙем эш башлай. Онотолоп, юғалып барған рухи ҡиммәттәрҙе балҡытыу – уның тормош мәғәнәһенә әүерелә.

Альбина Хажим ҡыҙы Исхаҡованы Башҡортостан балаларының өләсәһе тип кенә хөрмәтләп йөрөтәләр. Уның тормош әүҙемлеге, күңел байлығы, ысынлап та, өләсәйҙәрҙең алтын аҡылына мохтаж булған бөтә кешегә лә етерлек. Үҙ балаларын, үҙ ейәндәрен, тәрбиәгә алған балаларын халҡыбыҙҙың шәхестәре итеп үҫтереүҙән тыш, баш ҡалала үткән барлыҡ сараларҙы ла үҙенең ҡатнашыуы менән йәмләй. Исхаҡовтар ғаиләһенең тормош юлы барыбыҙға ла өлгө булырлыҡ матур эштәр менән туп-тулы.

Ике бала тәрбиәләп үҫтереп, юғары белем бирә улар. Туғандары юл фажиғәһендә һәләк булғандан һуң, уларҙың Камилә менән Арыҫлан исемле балаларын тәрбиәгә алып үҫтерәләр, бының өсөн улар 2008 йылда «Иң яҡшы аҫрау ғаилә» тигән исемгә лайыҡ була һәм махсус премия менән бүләкләнә.

Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәтен ойоштороусыларҙың береһе, «Аҡ тирмә» милли мәҙәниәт үҙәгендә өләсәйҙәр мәктәбенә нигеҙ һалыусы ла ул – Альбина Хажим ҡыҙы. Әлеге мәлдә, «Атайсал» мәҙәни үҙәгендә эшләп килгән «Селтәр» башҡорт халыҡ костюмы студияһы оҫтабикәһе булараҡ, бик әүҙем эшләй.

Уның халҡыбыҙ хазиналарына битараф булмауы, уның өгөт-нәсихәте, башланғысы менән әлеге ваҡытта киң таралған, әүҙем эшләгән ойошмалар, төркөмдәр барлыҡҡа килә лә инде.

Күптән түгел генә, милли кәсеп – һөнәрмәнлекте тергеҙеп, мамыҡ шәлдең тағы бер ғәжәйеп төрөн – һуғылған шәлдәрҙе күрһәткән күргәҙмәлә әүҙем ҡатнашты. Бәйләнгән шәлдән бер нисә быуат әүәл, кешеләр һуғылған шәл ябынған, тигән фекерҙә тарихсылар. Бигерәк тә һалҡын ҡышлы Урал буйында донъя көткән, тамырланған халҡыбыҙ кейемһеҙ булмаған.

Тынғы белмәй, башҡорт мәҙәниәтен үҫтереүҙә ҙур эштәр башҡарған «Селтәр» башҡорт халыҡ костюмы студияһының оҫтабикәһе – Альбина Хажим ҡыҙы Исхаҡова был күргәҙмәлә «Иң оло оҫтабикә» итеп билдәләнде.

Халҡыбыҙҙың хөрмәтле ағинәйҙәренең береһе, әүҙем йәмәғәт эшмәкәре, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының «Ал да нур сәс халҡыңа» миҙалы кавалеры, рухи яҡтан бай, тынғыһыҙ кеше Альбина апай Исхаҡованың тормошо – уҡып бөтөп булмаҫлыҡ матур китап кеүек. Тынғы белмәгән, камиллашыуҙан туймаған Альбина апай һәр тамашаның уртаһында ҡайнай. Ғөмүмән, мәҙәниәткә битараф түгел ул. Хаҡлы ялға сығып, 72 йәшендә ул сәхнәлә бейей башлап, «Байыҡ» бейеү бәйгеһендә үҙ көсөн һынап ҡарарға, еңеп сығырға ла булдыра.

– Ҡайҙан һиндә бөтмәҫ-төкәнмәҫ энергия, Альбина апай? – тип һорайым.

– Тормошто яратыуҙан, – ти ул, ябай ғына итеп. Шулайҙыр, асылда, тик тормошто яратҡандар ғына әйләнә-тирәгә йылылыҡ, нур өләшеп йәшәй. Шул яҡтылыҡтан яҡтыра белеп, күңел усаҡтарын дөрләтеп йәшәһәк ине.

Миләүшә Ҡыҙрасова, "Тамаша" журналы, №2-2024 й.

Тормошто яратҡандар ғына әйләнә-тирәгә йылылыҡ, нур өләшеп йәшәй...
Тормошто яратҡандар ғына әйләнә-тирәгә йылылыҡ, нур өләшеп йәшәй...
Автор:
Читайте нас: