-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Тарих һәм шәхес
17 Апрель , 13:22

Бер матур мөхәббәт тарихы

64 йыл иңгә-иң ҡуйып, күҙ ҡараштары менән бер-береһен наҙлап, һүҙ-ғәмәлдәре менән бер-береһен күтәрмәләп йәшәгән был парҙың мөхәббәт көсө сикһеҙ икәнлеген хисле йөрәгем улар менән бер күрешеүҙә үк тойоп алды. 

Бер матур мөхәббәт тарихы
Бер матур мөхәббәт тарихы

Мотлаҡ күрешеп һөйләшергә теләүем Альбина һәм Фәнис Исхаҡовтарҙың яҡтылыҡ, изгелек, миллилек һирпелеп торған йортона алып килде лә инде.  Ишектән инеү менән, ейәндәре ҡаршы алды. Үҙ телендә, үҙ ымында ул мине сисенергә, түргә уҙырға әйҙәне.  Йорт хужаһы Фәнис ағай кисә генә дауахананан сыҡҡан, сырайында арығанлығы һиҙелеп торһа ла,  ҙур аҡыл, оло тормош тәжрибәһе йөрөткән йән эйәһенең күҙҙәрендә генә була торған мөләйемлеге  һөйләшеүҙәргә ылыҡтырып ҡына тора.  Альбина апайҙың ғүмер буйы йыйып туплаған, юҡтан бар итеп тергеҙгән хазиналары - ҡул эштәре, стеналарға, шкафтарға ғына һыймай, иҙәнгә лә теҙелеп киткән.  Матур тормош күргәҙмәһенә килеп эләккәндәй, хәтирәләр тулы фотолар, әйберҙәр, картиналар   араһында йөрөгө лә йөрөгө килә. Ә, йәнәш ҡуйылған ике фотонан ҡараштарҙы бөтөнләй алып булмай: береһе - 1960 йылдың 25 февралендә уларҙың загстан һуң төшкән, икенсеһе -  2010 йылда “Алтын туй”ҙарында төшкән фото. Ярты быуат ғүмер арауығында күпме кисерештәр, һынмай уҙылған һынауҙар һәм яуланған үрҙәр! Минең хис-тойғолар ҡойононда торғанымды күреп, Фәнис ағай әйтеп ҡуйҙы: -Бына шулай, тәү күргәндә үк ғашиҡ булғайным Альбинаға, һаман ғашиҡмын!

-Һөйлә әле , ағай, нисек башланды был мөхәббәт?

Бер-береһенең һүҙен йөпләй-йөпләй, олоғайған хәтер упҡынында юғалып ҡала яҙған иҫтәлектәрҙе тергеҙә-тергеҙә үҫмер саҡ хәтирәләрен яңыртты геройҙарым.

Апайы Санкт-Петербургҡа балет мәктәбенә уҡырға алып  китеп барған Альбина билет булмау сәбәпле, поездан тороп ҡалғас, уны 1-се һанлы интернат-мәктәпкә алып килеп урынлаштыралар. Фәнис инде, күптән шунда. (Әле быуыны ла нығымаған бала көйө үкһеҙ етем ҡалып, тормоштоң әсе-сөсөһөн әҙ татымаған малайҙың күргән- кисергәндәре хаҡында Рәлис Ураҙғоловтың “Кешеләргә йылылыҡ өләшәм” исемле китабында бик тетрәндергес итеп яҙылған.)

Аҡ бантиктар тағып сәсен үргән, ап-аҡ ҡына гөлфөй кейгән сибәр ҡыҙҙың һылыулығынан телһеҙ ҡалған үҫмер егет, һиҙҙермәй генә Альбинаны ҡурсалап йөрөй башлай. 

 

Матур мәҡәләне тулы килеш журналыбыҙҙың яңы апрель (№2-2024) һанында уҡырға була.

Автор:
Читайте нас: