+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Тарих һәм шәхес
16 Апрель , 08:19

Мөжәүир хәҙрәт яңынан атлатты

Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, эшсән, сабыр холоҡлы атайым - Фәйзуллин Нурислам Әюп улы һәм әсәйем - Фәйзуллина Зәнзәбилә Әғзәм ҡыҙы иҫтәлегенә бағышлайым.

Мөжәүир хәҙрәт яңынан атлатты
Мөжәүир хәҙрәт яңынан атлатты

2019 йылдың йәйендә, тағы ла тыуған яҡҡа ҡайтып төштөк. Аҡморонда Ҡанита еңгәйҙәрҙә бер нисә көн торғас, ул беҙгә: "Күптән Мөжәүир хәҙрәт зыяратына барғым килә ине",- тип әйтә ҡуйҙы. Июль айы, көндәр аяҙ тора, ниңә бармаҫҡа ? Беҙ - Рәсимә, Тимур, еңгәй менән ике ҡыҙы Зәмиә, Зилә машинаға ултырып иртә менән юлға ла сыҡтыҡ. Баймаҡты уҙып, Фәйзулла ауылына боролошта Манһырға киткән юлды күрһәткән бәләкәй генә билдә тора. Аҙашып китерлек түгел, машиналар тегеләй -былай йөрөп тора. Тауҙар араһынан, үрҙәргә менә-төшә барып еттек.

Ауылдан ситтәрәк, ҙур түгел мәсет, арыраҡ хәҙрәттең зыяраты. Үҙенсәлекле шәхес, ғүмерен кешеләргә ярҙам итеүгә арнаған, әүлиә исеменә лайыҡ булған Мөжәүир хәҙрәт янына ярҙам һорап, төрлө ауырыуҙарҙан интеккән бик күп кеше килә торған булған. Ул берәүҙе лә үҙенең тылсымлы дауалау көсөнән, нисек был ауырыуҙы еңеп сығырға тип өйрәтеүенән ситтә ҡалдырмаған. Мөжәүир хәҙрәт, әүлиә булараҡ хатта Германия ҡасан һуғыш башларын да алдан әйткән. Шуның өсөн уны ун йылға хөкөм иткәндәр. Ләкин төрмәлә лә изге көсөн ҡулланып кешеләрҙе һауыҡтыра, төрмә башлыҡтарының да туғандарына ярҙам итеп, абруй ала. Шуның өсөн уны дүрт йылдан азат итәләр.

Ябай ғына зыярат. Ағастар менән уратып алынған ҡәбер. Изге кешенең ҡәбер тупрағы ла дауа көсөнә эйә тип, ҡайһы бер кешеләр тупрағын да алып китә башлағас, ҡәбер тирәләй таштан ҡойма күтәргәндәр. Ҡанита еңгәй доғаларын уҡый, ҡыҙҙар ҙа етди ҡалған, минең шаян ейәнем Тимур ҙа шыпырт ҡына миңә һорауҙар бирә: "Кем ул, Мөжәүир бабай һ.б."

Алтмыш йылдан ашыу ваҡыт үткән... Мөжәүир хәҙрәттең миңә әйткән һүҙҙәре иҫкә төшә. "Улым, һин улай һыу менән күп шаярма, йәме, Аллаһы Тәғәлә ярҙамы менән ҡайтҡас та атлап китерһең”.
Һыу тигәндәй, беҙҙең Мәмбәт ауылында һыуға бер ваҡытта ла ҡытлыҡ булманы. Дүрт тау - Сирағол, Сирмауған, Мәсет тау, Хәмзә тауы араһында ята беҙҙең ауыл. Көньяҡта, көнбайышта, төньяҡта тауҙар, тик көнсығышта - ялан . Һәр бер тауҙың итәгендә - эсеп туйғыһыҙ тәмле һыулы ҡоҙоҡтар. Иң һәйбәт һыу - әлбиттә Башҡоҙоҡта. Йәноҙаҡ шишмәһе шунда башланып китә. Мин бала саҡта шишмә тәүҙә Бәләкәй Быуаны тултырып, Ҙур Быуаға ағып төшә ине (хәҙер Бәләкәй Быуа юҡ инде). Ҙур Быуа яланаяҡ малай-шалайҙың иң яратҡан урыны булды. Тәрән урындары ике метрҙан ашыу - ағайҙар ат йөҙҙөрә торғайны . Ә яр ситендәге һай ерҙәре беҙҙеке - эҫе ваҡытта көндәр буйы шунда. Хәҙерге мәсет артындағы уйһыулыҡта ҡаҙ, өйрәк сумып - йөҙөрлек ҙур күләүек - "Зәлифә күле" бар ине. Тирә-яғын кеше буйлыҡ кесерткән, ҙур япраҡлы дегәнәк ҡаплап алған. Тәлмәрйендәргә ожмах инде. Кистәрен тауыштары ауылды яңғырата ине. Тағы бер үҙенсәлекле шишмә тураһында әйтке килә. Ул Герман ҡоҙоғонан ағып сыға ине. Тәүҙә ул Һаҙбашы ереклеге аша ағып, Йәноҙаҡҡа ҡушыла торғайны. Бер йылы ауылдаштар бергәләшеп, шишмәгә яңы үҙән йырҙылар һәм ул ауыл урамы уртаһынан аға башланы. Ҡоҙоҡтоң үҙенсәлеге шунда - ул беренсе тапҡыр 1914 йылда урғылып сыҡҡан һәм бер нисә йылдан һуң ҡороған. Ә икенсегә - 1941 йылда - шуға ла Герман ҡоҙоғо тип атағандар. Хәҙер күптән инде һыу сыҡмай. Шулай һыу ҡойоноп, тауҙарҙа еләк йыйып, ҡулһуҡма, йәшенмәк уйындары уйнап йөрөгән күңелле саҡта ҡапыл ғына ике аяҡтан да атламаҫ булдым. Ете йәшлек малай өсөн был бит ҙур ҡайғы - йәштәш дуҫтар ике урамды бер итеп уйнап йөрөй, ә һин өйҙә ятаһың. Атай әсәй төрлөсә үҙҙәренсә дауалап ҡараны - төрлө үләндән төнәтмә ҡайнатып аяҡтарҙы шуға урап һәм башҡа төрлө саралар...

Атайымдың өс һеңлеһе - Фәхерниса, Рәхимә һәм Райхан апайҙар ҙа Мәмбәттә йәшәне. Рәхимә апай бик оҫта, сыҡҡан аяҡ ҡул быуындарын урынына ултырта белә ине. Тик ул да миңә ярҙам итә алманы. Бер көндө беҙгә Зөлҡагиҙә исемле бик теремек, йүгерә-атлай йөрөгән бер ҡарсыҡ килеп инде. “Нурислам (атайымдың исеме) был баланы һин Мөжәүир хәҙрәткә алып бар, шунан башҡа сара юҡ”,-тип кәңәш бирҙе.

Манһыр ауылы атлы арба менән барыуға яҡын юл түгел. Арбаны ҡараштырып, ҡамыт, йүгән, дилбәгәләрҙе әҙерләп, атайым төнгөлөккә арбаны "шешендерергә" быуаға һыуға төшөрөп ҡуйҙы. Шулай итһәң, арба шығырҙамай икән. Кис еткәс, урам аша йәшәгән Райхан апай килеп инде. Бик йор һүҙле, шуҡ апай ине ул. "Ағай, мин дә барам һеҙҙең менән, башым ауырта нишләптер". Атай ҡаршы килеп ҡараны, ләкин ҡайҙа ул! "Мин һеҙгә сәй ҡайнатырмын, Саматҡа юлда йырҙар йырлармын!" Иртә менән юлға сыҡтыҡ . Хәҙер әйтә алмайым ҡайһы юлдан барғанды, тик Йолалы ауылын үткәнде хәтерләйем. Тауҙар, тау йылғалары, матур үҙәндәрҙе үтеп, хәҙрәт йәшәгән ауылға ла барып еттек. Ҙур түгел ауыл, тирә - яҡта йәшеллек , өй янында бейек тирәктәр үҫә. Ағаслыҡ араһында туғарылған аттар, тәртәләре күтәрелгән арбалар күренә . Алыҫтан килгән юлсылар сәй ҡайната, аш та бешерәләр. Көтә торғас , беҙҙең дә сират етте. Ихатаға ингәс, иң иҫтә ҡалғаны шул булды - тыныслыҡ - ҡаҙ, тауыҡ араһында бесәй йөрөй, эттәр ҙә өрмәй, ҡарап ҡына тора, солан ишеге өҫтөндә, ҡул етмәле генә ерҙә күгәрсен йомортҡа баҫып ята. Алғы өйҙә, иҙәнгә түшәлгән ҡулдан һуғылған балаҫта хәҙрәт ултыра. Аҡ һаҡал, сал сәстәр, тыныс тауыш һәм бөтә барлыҡты үтәнән - үтә күргән һымаҡ ҡарашлы күҙҙәр. Хәҙрәт туҡһан бер йәшендә вафат булған, тимәк, беҙ барғанда уға һикһән дүрт йәш булған.

"Ҡайһы ере ауырта баланың, күптәнме?” Атайға тағы бер - ике һорау бирҙе лә хәҙрәт, оҙон ғына доға уҡып, бетеү яҙып бирҙе. "Тоҙ алып килдегеҙме? Өшкөрөп бирәм, һыуға иҙеп, баланың аяҡтарына шул һыуҙы һөртөргә кәрәк булыр. Шунан миңә ҡарап: "һыу менән күп шаярма, балам, Аллаһы ярҙамы менән, ҡайтҡас та атлап китерһең",- тине лә, атайыма ҡарап: “Һеңлең дә килгән икән, бар әйт, инһен”,- тип ҡуйҙы.

Әҙерәк ҡаушап төшкән һымаҡ булды атай, ысынлап та Райхан апайҙың килгәнен хәҙрәт нисек белгән? Апайым өйгә инде лә күп тә тормай килеп тә сыҡты. Атайымдың: "Йә, нисек?"-тип һорауына "Хәҙрәт миңә лә бетеү бирҙе",-тип кенә әйтте. Күп ваҡыт үткәс апай әсәйемә сер итеп һөйләгән: "Юҡ ауырыуҙы бар тип һөйләп йөрөмә, ҡыҙым, йә ысынлап ауырып китерһең",-тип әйтҡән икән уға әүлиә.

Беренсе мөғжизә - бер аҙна үткәс мин аяҡҡа баҫтым. Эй ҡыуанғанды! Минең һауыҡҡанды көтөп йөрөгән дуҫтарым - Зәкир, Булат, Морат, Рәхмәтулла һәм башҡа йәштәштәр минең сәйәхәт тураһында һөйләүемде көтөп беҙҙең ҡапҡа алдында ятҡан бүрәнәлә йыш ҡына йыйылышып ултыра, мине урамға саҡыра.

Икенсе мөғжизә - хәҙрәт зыяратынан һуң мәсеткә барҙыҡ. Еңгәй, мәсеттә лә доға уҡып сығайыҡ тип әйткәйне. Мин, бөтәһе лә машинанан сыҡҡас, ғәҙәт буйынса, машина асҡысының төймәһенә баҫам - ишектәре бикләнмәй. Ярар, аҙаҡтан ҡарармын тинем дә, мәсеткә инеп киттем.
Мәсет ябай ғына, тик Мәмбәттәге мәсеттән шундай айырма бар - мөнбәр стенанан төпкәрәк индереп эшләнгән. Өҫтәл өҫтөндә хәйергә тип һалынған аҡсалар, төрлө дини китаптар, брошюралар. Ҡарауылсы ла юҡ. Доғалар уҡылғас, хәйер һалып, сығып ҡайтып киттек. Мөғжизә шунда - Аҡморонға ҡайтҡас, машина төймәгә баҫыу менән ишеген шартлатып бикләп ҡуйҙы. Мәсет янында: "Улым, изге ерҙә бурлыҡ юҡ машинаңды бикләмәһәң дә була",-тип әйтергә теләгәндер хәҙрәттең рухы тип уйлап ҡуйҙым инде. Ошо ҡыҫҡа ғына хикәйә беҙҙең яҡтағы ауылдар диалектында яҙылды. Аңлайышһыҙ һүҙҙәр осраһа, ғәфү итерһегеҙ тип уйлайым.

Самат Фәйзуллин

Автор:
Читайте нас: