+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Тарих һәм шәхес
12 Апрель , 07:46

“Протокол ер кешеләре өсөн төҙөлгән, ә Гагарин — һауа кешеһе.

-

“Протокол ер кешеләре өсөн төҙөлгән, ә Гагарин — һауа кешеһе.
“Протокол ер кешеләре өсөн төҙөлгән, ә Гагарин — һауа кешеһе.

Юрий Гагарин Бөйөк Британия короллеге һарайында ҡунаҡта булған саҡта өҫтәл сервировкаһы менән таныш булмаған. Шулай ҙа ул юғалып ҡалмаған, аптырап ҡараусыларға иҫе китмәй генә: “Әйҙәгеҙ, урыҫтарса ашайыҡ” тип, салатты ябай ҡалаҡ менән алдындағы тәрилкәгә һалып алған. Королева Елизавета II лә: “Йәмәғәт, Гагаринса ашайыҡ” – тип, космонавтың әйткәнен күтәреп алған. Аҙаҡтан королева, һарай протоколы ҡағиҙәләре буйынса фотоға төшөү тыйылһа ла, Юрий Гагарин менән фотоға төшкән. “Протокол ер кешеләре өсөн төҙөлгән, ә Гагарин — һауа кешеһе. Шулай булғас, ҡағиҙә боҙолманы тип иҫәпләгеҙ” — тигән.

Автор:
Читайте нас: