+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Тарих һәм шәхес
2 Апрель , 08:22

Радик ГӘРӘЕВ

“1983 йылда Сочила үткән «Ҡыҙыл ҡәнәфер» халыҡ-ара йыр конкурсында Радик «Уралым»ды башҡарып жюри ағзаларын таң ҡалдырҙы”, - тип хәтерләй Александра Пахмутова. Ишмулла Дилмөхәмәтов: «Радиктың ҙур еңеүенә мин бик шатмын. Асылда был беҙҙең милли мәҙәниәтебеҙҙең тантана итеүе. «Уралым» – ике октавалы, ауыр йыр, уны һәр кем йырлай алмай” («Ленинец», 1984, 12 ғинуар). Роберт Паль үҙенең «Уралым» шиғырын Радик Гәрәев иҫтәлегенә бағышлап яҙған:

Радик ГӘРӘЕВ
Радик ГӘРӘЕВ
Радик Гәрәев (1956-1996) — РСФСР-ҙың һәм БАССР-ҙың халыҡ артисы, бөтә Рәсәй һәм бөтә союз конкурстары лауреаты, «Ҡыҙыл ҡәнәфер» халыҡ-ара фестивалендә Гран-приға лайыҡ була, Ғ. Сәләм исемендәге республика премияһы лауреаты.
Радик Арыҫлан улы Гәрәев 1956 йылдың 23 мартында Яңауыл районында тыуған.
Буласаҡ йырсының музыкаль һәләттәре уның бала сағында уҡ асыҡлана. Йортта һәр ваҡыт музыка яңғырай: ата-әсәһе, ағай-апайҙары башҡорт, татар, урыҫ телендә популяр совет йырҙарын да, халыҡ йырҙарын да башҡара. Радик һәр бер көйҙө тиҙ арала эләктереп ала, телдән-телгә еңел күсә, хатта милли башҡарыу оҫталығы — ике тауышта тамаҡ менән йырлау оҫталығын да үҙләштерә
Ун биш йәшендә музыка училищеһына, артабан Өфө сәнғәт институтына (бөгөнгө сәнғәт академияһы) уҡырға инә. Гәрәевтың матур тауышы, сәхнә өсөн яратылған төҫ-ҡиәфәте, эшһөйәрлеге иғтибарһыҙ ҡалмай. Икенсе курс студенты сағында уҡ уны опера театрына эшкә саҡыралар, һәм ул ғүмеренең аҙағына тиклем ошонда эшләй.
Радик Гәрәевты тамашасылар опера йырсыһы булараҡ ҡына түгел, бай һәм төрлө репертуарында классика, халыҡ ижады һәм Башҡортостан композиторҙарының әҫәрҙәре яңғыраған концерт башҡарыусыһы булдараҡ та белә һәм яратып иҫкә ала. Ул йомшаҡ, обертондарға бай баритоны, яҡшы вокаль мәҙәниәте, тыумыштан килгән һығылмалылығы, сәхнәлә үҙен дәрәжәле тота белеү һәләте менән айырылып торҙо.
1990—1994 йылдарҙа Гәрәев Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры директоры вазифаһын башҡара, опера солисы булараҡ та сығыш яһай. Ошо ваҡытта театр сәхнәһендә «Шаляпин кисәләре» тип исемләнгән опера сәнғәте, Рудольф Нуреев иҫтәлегенә балет фестивалдәре үткәрелә.
Операла һәм концертта йырларға, опера фестивале һәм Глинка исемендәге конкурсты ойошторорға, педагог һәм йәмәғәт эшмәкәре булырға ла, театрҙа барған ижади процеста музыка тыңлау, уны тикшереү, ролдәрҙе билдәләүҙән башлап балет һәм опера ҡуйыусылар, дирижер һәм музыка авторы менән һөйләшергә лә барыһына ла өлгөрә ул.
1996 йылдың 29 октябрендә, 41-се йәшендә генә вафат була.
 
Роберт ПАЛЬ
Он шел на сцену, как на луг зеленый;
На свой тугай в березках и цветах,
Черноволосый, стройный, окрыленный.
С любимой песней на своих устах.
Он, кажется, принес ее оттуда,
Где лес, где горы, где святой намаз,
И на глазах людей творилось чудо —
В который раз, как будто в первый раз.
Ах, эти песни, песни об Урале!
Души народной красота и суть.
Я так люблю их, что смогу едва ли
Об этом рассказать когда-нибудь.
Они понятны мне без перевода.
Они во мне тоскуют и грустят.
Как будто сам я — часть того народа,
Что их поет который век подряд.
От русскости своей не отрекаясь,
Не вопреки ей, а в согласье с ней,
Я сам слегка в башкира превращаюсь,
Как на Инзере — курский соловей.
И сразу все дороже мне и ближе
На этой очарованной земле:
Иначе слышу и иначе вижу,
Как будто в горы вышел на заре.
На песню песней сердце отзовется.
Одна в них радость и одна тоска.
Здесь все мое — от родника до солнца,
От солнца до лесного родника.
Автор:
Читайте нас: