+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Тарих һәм шәхес
28 Март , 10:59

Тарихи фото

Театр коллективы гастролдәр менән Ҡазан ҡалаһында. Пароход палубаһында. 1935-36 йылдар.

Тарихи фото
Тарихи фото

1935 йылда Башкорт дәүләт драма театрына академия исеме бирелә.
Сәхнәлә Баязит Бикбайҙың “Салауат”, Мөхәмәтша Буранғоловтың “Башҡорт туйы”, Нәҡи Иҫәнбәттең “Аҙаҡ” һәм “Портфель”, Афзал Таһировтың “Алатау” һәм “Завод”, Сәғит Мифтаховтың “Һаҡмар”, “Дуҫлыҡ һәм мөхәббәт”, “Зимагорҙар”, Имай Насыриҙың “Иптәш Сибай”, Вәли Ғәлимов һәм Ғәйнан Әмириҙең М.Ғафури повесы буйынса эшләнгән “Ҡара йөҙҙәр”, Ҡадир Даяндың “Таңсулпан”, Николай Погодиндың “Мылтыҡлы кеше” һәм башҡа әҫәрҙәр ҡуйыла. Классиканан Фирҙәүси, Сервантес, Лопе де Вега, В.Шекспир, Ф.Шиллер, Г.Гейне, А.С.Пушкин, Н.В.Гоголь, А.Н.Островский, Л.Н.Толстой, А.П.Чехов, А.М.Горький һ.б. исемдәрҙе атарға мөмкин.
Театр коллективы гастролдәр менән Ҡазан ҡалаһында. Пароход палубаһында. 1935-36 йылдар.

Автор:
Читайте нас: