+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Тарих һәм шәхес
26 Март , 19:21

Мостай КӘРИМ:

Минең өсөн йыр бына ҡасан башланды

Мостай КӘРИМ:
Мостай КӘРИМ:
Өршәк буйынан беҙгә ултырма ҡыҙы килде. Зөбәржәт ҡоҙаса. Кашауай сана егеп, Мортаза ағайым барып алды. Ул – күҙ яуын алырлыҡ сибәр. Ҡыйғас ҡара ҡаштары ғына ни тора. “Керпегенән нурҙар тама” тигән йыр, моғайын, шул Зөбәржәт тураһындалыр. Ишектән ингәс тә ул бүтәндәр менән ҡуш ҡуллап күреште, “кесе ҡоҙам” тип, мине ҡосаҡлап алды. “Бәләкәс” тимәне, “кесе” тине. Һигеҙ йәшлек кеше нишләп бәләкәс булһын, ти. Аҙаҡтан аңлауымса, ҡоҙасаға әүәл үк ағайымдың күҙе төшкән икән, тегенең дә күңеле тартҡан булыр, тартмаһа, ер аяғы – ер башы ергә ултыр маға килмәҫ ине. Ә мин, иҫәүән, икенсе көндө үк Зөбәржәткә, һөмһөҙләнеп, үҙем ғашиҡ булдым. Күҙҙәремде йөҙҙәренән айырып ала алмайым. Етмәһә, ул тура килгән һайын, Аҡманай ҡамышы төҫлө матур, оҙон бармаҡтары менән йә минең битемдән һөйә, йә башымдан һыйпай. “Бөҙрә бәрәскәйем…” – ти. Ҡыш көнө минең сәсемде ҡырып ыҙаламайҙар. Шуға күрә бөҙрәм бармаҡ тыҡҡыһыҙ. “Бәрәскәй” тигәне миңә оҡшап етмәй ҙә, тик, яратҡан кешең әйткәс, күнәһең инде.
Ҡунаҡ килеп, ике-өс көн үтеүгә, атайымдар Ҡаранйылғаға туйға китте. Аулаҡ өйгә күҙ-ҡолаҡ булырға һаңғырау Миңзифа инәйебеҙҙе ҡалдырҙылар. Ул ҡаты түгел, тыймай. Теләһәң нимә ҡылан. Аулаҡ өйҙә кис ултырырға ҡыҙҙар йы йылды, һуңыраҡ ағайымдың тиҫтер егеттәре лә инде. Уйын, йыр китте.
– Туҡтағыҙ әле, ҡыҙҙар, – тине Гөльямал апайым, – беҙ гел үҙ яғыбыҙҙың ғына йырҙарын йырлайбыҙ. Өршәк яҡтарында ниндәй йырҙар бар икән? Йырлап күрһәт әле, Зөбәржәт.
– Ҡоҙаса йырлаһын! – тип ҡушылды егеттәр. Зөбәржәт инәлтмәне. Матур ирендәрен саҡ ҡына ҡымтып торҙо ла:
– Йырлап ҡарайым, әләйһә. Тын етһә. – Күҙҙәренән нур һирпеп, ағайым аша миңә әйләнеп ҡараны. Мин ултырған мөйөшөмә тағы ла нығыраҡ һыйындым.
Ул йырын башлауы булды, мин был донъянан ваз кистем. Моң һуҙылған һайын, мине бөтмәҫ-төкәнмәҫ һағыштарға батырып, йөрәгемде арбай барҙы. Йәнемде әллә һауаларға ашырҙы, әллә упҡындарға атты, бынан ары ҡалай итеп йәшәрмен, белмәйем. Мин йырсының йөҙөн күрмәйем. Ул миңә ҡырын ултырған. Нисек иламай сыҙай икән? Моғайын, ике күҙе тулы йәштер. Ир булып, мин әле саҡ түҙеп ултырам.
Оҙон һуҙып, оҙаҡ йырланы Зөбәржәт. Әйткәнемсә, мин үҙ-үҙемде оноттом, шулай ҙа килеп-килеп шомланып ҡуям, йыр бөтөр тип ҡурҡам. Ул бөтһә, ни ҡала? Бушлыҡ.
Йыр ҙа тынды, һулышым да өҙөлдө. Бүтәндәр ҙә оҙаҡ шымып ҡалды.
Юҡ, вафат булмаҫ йәнкәй-йәнәш. Бары аҙашҡан ғыналыр. Ошо йырҙы ишетеп, ҡайтыр юлын табыр ул.
Был кистән башлап рухыма йыр һенде.
Гөльямал апайым менән әхирәт булышып, Зөбәржәт ҡоҙаса беҙҙә айға яҡын торҙо, сигеү сикте, ҡайыу ҡайыны. Ҡайтам, тип һөйләнә башлағас та өс-дүрт көн ебәрмәй торҙоҡ. Аҡсалды кашауайға егеп, алыҫтағы кескәй ауылға Зөбәржәтте ағайым менән икәү илттек. Мине атайымдар тағып ебәрҙе булыр. Кашауайҙа балаҫ йәйелгән йомшаҡ бесән өҫтөндә егет менән ҡыҙ уртаһында рәхәткә сумып барам. Ат еле күтәргән шыйыҡ буран бит остарын семтеп ала. Мамыҡ шәл осо менән Зөбәржәт минең битемде ҡаплай. Рәхәт өҫтөнә рәхәт! Хәҙер инде мин уға ғашиҡ ҡына түгелмен, ғашиҡтан да артығыраҡ. Туған апайым йәки туған еңгәм кеүек ул. Ағайым менән ҡауышһындар ҙа, теге үҙәк өҙгөс йырҙы бер ваҡытта ла йырламаһын ине Зөбәржәт.
Ҡоҙалар беҙҙе ике көн ҡунаҡ итте. Ағайымды ла, мине лә ҡайҙа ултыртырға, ҡайҙа ятҡырырға белмәнеләр. Беҙҙе нығытып оҡшаттылар булыр.
Ҡайтыр юлда ағайым үтә бойоҡ күренде. Мин беләм инде, айырылышыу бәндәне шулай һағышҡа һала. Үҙем дә яманһыулайым.
Өйгә ҡайтҡас, өлкәңдәрҙең хәстәрле һүҙҙәре йыш ҡына ҡолаҡҡа салына башланы. Алдағы көҙҙә ҡыҙҙың ун һигеҙе тула икән, артыҡ йыбанмай, яусылар ебәрербеҙ, ахырыһы. Алдан йәрәштереп ҡуйыу хәйерлерәк булыр.
…Йырғанаҡтар тулып, ҡар һыуҙары аҡҡан мәлдә ҡоҙаларҙан үтә яман хәбәр килде. Сибәр ҡоҙасабыҙ, минең буласаҡ еңгәм, аҫыл таш исемен йөрөткән Зөбәржәт мәкенән һыу алып сыҡҡан сағында, боҙ ишелеп, Өршәк төбөнә киткән, һыу өҫтөндә көйәнтәһе генә тороп ҡалған.
Үҙе китте, йыры ғүмер буйы миндә йәшәй. Мин уны күптән үҙем сығарған һүҙҙәргә әле лә тауышһыҙ ғына эсемдән генә йырлайым. Үтә йәшләй донъя ҡуйған Мортаза ағайым булып йырлайым.
Үҙе сыҡмаҫ инде, ә йыры хатта тарих даръяларына батмай йәшәр һәм иңрәр…
Автор:
Читайте нас: