+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Тарих һәм шәхес
24 Март , 10:41

Имәндәр оҙаҡ шаулаһын

-

Имәндәр оҙаҡ шаулаһын
Имәндәр оҙаҡ шаулаһын
“Йырҙарыма йырсы турғайҙарың
Үҙе ҡушты моңло тауышын.
Берҙән-берем – ғәзиз ерем, мәңге
Һинең менән уртаҡ яҙмышым! –
Ошондай һөйөү тулы һүҙҙәр менән йырлана Тәлғәт ағай Шәриповтың “Берҙән-берем – ғәзиз ерем” тип исемләнгән йыры. Илгә, тыуған ергә һөйөү тойғоһо ифрат көслө. Ул ҡабатланмаҫ моңдоң ярылыуына илһам биреүсе лә. Ә Тәлғәт Шәрипов тыуған еренә лә, моңға ла ғашиҡ кеше ине. Малай ғына сағынан ауылда берҙән-бер гармунсы ағайҙың уйнауын тыңлайым тип, ҡасып-боҫоп кесерткән араһына ла инеп ултырырға әҙер була ул! Музыка уны үҙенә арбай. Үҫә-бара йырлай башлай, тауышына һоҡланып тыңлаусылар ҙа күп була. Әммә бер апайҙың: “Матур йырлайһың да ул, тик тауышың ҡыҙҙарҙыҡы һымаҡ”, - тип әйтеүе төҙәтә алмаҫлыҡ хатаға килтерә. Үҫмер егет кеше ишетмәгәндә тауышын ҡалынайтып йырларға тырыша һәм бөтөнләй тауышын боҙа. Шулай ҙа музыка уға башҡа серен сисә…
Тәлғәт Муса улы 1928 йылдың 1 ғинуарында Саҡмағош районы Имәнлеҡул ауылында күп балалы ғаиләлә тыуып үҫә. Бала сағы ҡәһәрле һуғыш йылдарына тура килә. Етенсе класты ғына тамамлаған малай колхоз эшенә тотона. Һөт фермаһында һөт сифатын тикшереү лабораторияһында ла эшләп ала. Еңеү көндәре еткәс, егетте Өфөгә бухгалтерҙар курсына уҡырға ебәрәләр. Унда буш ваҡытын концерт, театрҙарға йөрөп үткәрә. Ауылға ҡайтҡас, күптән уйнарға хыялланған гармунда ла өйрәнеп ала, концерттарҙа ҡатнаша башлай. Һуңынан инде ауылдың мәҙәниәт йорто мөдире итеп тәғәйенләп ҡуялар. Бына шулай музыка донъяһы үҙенә ылыҡтыра һәм 1951 йылда Тәлғәт Шәрипов Өфө сәнғәт училищеһының баян класына уҡырға инә. Дүртенсе курста уны Стәрлетамаҡ ҡалаһына Башҡортостан мәҙәни-ағартыу училищеһына уҡытырға саҡыралар, үҙе лә уҡый, 1-се һанлы балалар музыка мәктәбендә лә эшләп йөрөй.
Тап ошо тынғыһыҙ йылдарҙа Тәлғәт ағай үҙенең тәүге йырҙарын яҙа. Рәсих Ханнанов һүҙҙәренә яҙылған “Һин онотма” исемле тәүге йыры тиҙ арала популярлыҡ яулай: радио, телевидение, концерттарҙа башҡарыла. Был йырҙы хатта халыҡ йыры тип “Халыҡ гәүһәрҙәре” китабына ла индереп ебәрәләр. Халыҡ ижады үҙәгендә композитор ун йылға яҡын хеҙмәт итә. Райондарҙа баянистар етмәү сәбәпле, алты айлыҡ баянистар курсын асып ебәрә. Яңынан-яңы йырҙар тыуып тора, әммә махсус белеме булмағанға күрә,Тәлғәт Шәрипов Өфө сәнғәт училищеһының киске бүлегенә, билдәле композитор Николай Яковлевич Инякин ҡулы аҫтына уҡырға инә. Шул уҡ ваҡытта 20-се һанлы башҡорт гимназияһында балаларға музыка һабаҡтарын бирә. Тәлғәт ағайға ата-әсәләрҙең рәхмәттәрен күп ишетергә тура килә: “Балаларыбыҙ башҡортса матур итеп һөйләшеү менән бергә һәйбәт итеп башҡортса йырларға өйрәнделәр”.
Училищены тамамлағас, Тәлғәт Муса улы белемен Өфө сәнғәт институтында дауам итә. 1974 йылдан алып хаҡлы ялға сыҡҡансы 1-се һанлы педагогия училищеһында музыка теорияһынан белем бирә һәм башҡорт вокал ансамбле ойоштороп, уға етәкселек итә.
Тәлғәт ағай Шәрипов 300-гә яҡын йыр,Рәғиҙә Йәнбулатова либреттоһына яҙылған “Мөхәббәт ялҡындары” музыкаль комедия, тиҫтәгә яҡын хор һәм вокал ансамблдәре, инструменталь башҡарыу өсөн әҫәрҙәр, бер-нисә драма спектаклдәре музыкаһы авторы. Йырҙар күбеһенсә тыуған ер, тыуып үҫкән ауыл, Башҡортостан хаҡында. Яҡуп Ҡолмой, Рәсих Ханнанов, Ғилемдар Рамазанов, Назар Нәжми, Абдулхаҡ Игебаев кеүек шағирҙар менән халыҡ күңелендә мәңгегә иҫтә ҡалырлыҡ йырҙар ижад итә. Флүрә Килдейәрова, Тәнзилә Үҙәнбаева, Вәкил Йәләлетдинов, Фәүҙәт Ғиләжев кеүек билдәле йырсылар уның “Зилә”, “Мөхәббәт вальсы”, “Юлдарым һиңә бара”, “Сәскә атһын ромашкалар” һәм башҡа йырҙарын халыҡҡа еткерә.
Тәлғәт Шәриповтың ғаиләһе лә музыка солғанышында йәшәй. Ҡатыны Факиһа апай бик моңло йырлай. Тәлғәт ағайҙы илһамландырған да, ижадҡа этәргән дә ул. Йыш ҡына Факиһа апайҙың тыуған көнөнә композитор йырлы бүләк эшләй. “Янғантау баҫҡыстары”, “Һин онотма”, “Яҙмыштар” һәм башҡа йырҙарын Факиһа Хәмитрәхим ҡыҙы яратып башҡара.
Шәриповтар ғаиләһенең барлыҡҡа килеүенә лә тап йыр сәбәпсе була. Тәлғәт менән Факиһа Стәрлетамаҡта Башҡортостан мәҙәни-ағартыу училищеһында уҡ танышалар. Ваҡыт уларҙы ҡабаттан Өфөлә осраштыра. Егет ҡыҙға һөйөүен белдереп, кейәүгә сығыуын һорай. Әммә ҡыҙ яуабы менән ашыҡмай. Шулай бер ваҡыт радионан Тәлғәт Шәриповтың “Аҡ ҡайындар шаулай” йырын ишеттерәләр. Был йырға Факиһа апай ғашиҡ була. “Бындай йырҙы бары тик күңеле матур булған кеше генә яҙа алалыр ул”, - тип, кейәүгә сығырға ризалығын бирә...
Факиһа һәм Тәлғәт Шәриповтар бер ҡыҙ, бер ул тәрбиәләп үҫтерҙеләр.
– Беҙҙе Саҡмағош районына ҡунаҡҡа йыш саҡыралар ине. Мин йырлайым, Тәлғәт ағайың гармунда уйнай. Ҡайтҡан һайын яңы йыр алып бара инек. Бер йыл ниндәй йыр йырларға белмәй аптырандым. “Мин бер башҡарған йырҙы йырламайым, миңә яңыһын яҙып бир”, – тигән инем, “Саҡмағошта туғандар” йырын тиҙ арала яҙып та ҡуйҙы. Назар Нәжмиҙең һүҙҙәренә “Ярай әле ерҙә һағыныу бар” йыры афишаның артына нота юлдарын һыҙып яҙылған йыр. Шулай уҡ Роза Аҡкучукова яратып башҡарған “Алтын балдаҡ” йыры ла бер төн эсендә тыуҙы”, – тип йылмайып хәтерләй Факиһа Хәмитрәхим ҡыҙы.
Тәлғәт ағай Шәриповтың эскерһеҙ күңеленән урғылған моң-йырҙар халыҡ күңелендә әле оҙаҡ һаҡланыр, “имәндәр” шаулар әле...
Автор:
Читайте нас: