-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Тарих һәм шәхес
19 Март , 11:42

Йор һәм шаян һүҙле йырсы

Бына заманында филармонияның әҙәби бүлегендә эшләгән Гөлдәр Ишкинина һөйләгән ысын ваҡиға. 70–80–се йылдарҙа ауылдарға баш ҡала артистары концерт менән килһә, йыр-моң, бейеү яратыусы һәр кем уларҙы үҙенә саҡырып, ашатып-эсереп, йоҡлатып, хатта мунса яғып керетеп, уларҙың күңелен күрергә, хәленсә хөрмәт итергә тырыша ине. Был йырсы ағай беҙҙең ауылға килһә, йыш ҡына күршеләребеҙгә фатирға төшә ине. Яҙҙың йылы бер көнөндә ул ғәҙәттәгесә уларға килә, ләкин өйҙә берәү ҙә булмай. Тупһаға ултыра ла хужаларҙы көтә. Йомош менән ингән бер апай, уны танымайынса, кемлеген һораша. «Ауылығыҙға көтөүсе булып ялланырға һөйләшергә килгәйнем», – тип яуап бирә был ағай. Кис клубта концерт башлана, сәхнәнән баяғы «көтөүсе» йырлап ебәргәс, теге апай «аһ» итә, билдәле йырсыны танымауына оялып, хатта клубтан сығып китә.

Йор һәм шаян һүҙле йырсы
Йор һәм шаян һүҙле йырсы
1971 йылдан – «БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы», 1982 йылдан «БАССР-ҙың халыҡ артисы» исемдәрен йөрөтөүсе оло шәхесе арзан, өс көнлөк йырҙарға ваҡытын исраф итмәне. Ул репертуарына алған йырҙар – бәхетле яҙмышлы һәм ғүмерлек. Йыр матурлыҡ сәнғәте икәнлеген Рамаҙан Фәтхулла улы ҡабат-ҡабат иҫбатланы. Йөҙҙәрсә мең тамашасы уның йырлауын яҡын күрҙе, үҙенә йәшәүгә дәрт алды. Тауышының сағыу, йомшаҡ, яғымлы булыуының сере ябай – ул йырҙарында ихласлыҡҡа өйрәтте, изгелеккә, сафлыҡҡа өндәне, гүзәллеккә һәм мөхәббәткә табынды. Уның репертуарындағы боронғо «Сибай», «Азамат», «Абдрахман», «Сәлимәкәй», «Юлғотло», «Түрәкәй», «Төйәләҫ», «Ерән ҡашҡа», «Уйыл» йырҙары башҡарыу оҫталығы эталоны һәм критерийы булды, тиһәк тә яңылышмабыҙ. Был аҫыл йырҙарҙы ул «Рамаҙанса» моң, хис үткерлеге менән яңғыратып, халыҡ йөрәгенән урғылып сыҡҡан, халыҡ хәтерендә быуаттар дауамында һаҡланған, оло бер күренеш тыуҙырырға һәләтле ҡомартҡыларҙы ҡабат йәшлегенә ҡайтарыуға баһалап бөтөргөһөҙ өлөш индерҙе.
Йырҙар һәм йырсылар тураһында халыҡ артисының фекерҙәре һәм күҙәтеүҙәре фәһемле. «Талант Хоҙайҙан бирелә, күңел байлығы ла сабыйға әсә ҡарынында уҡ һалына, – ти ул. – Яңы тыуған балала һулыш алыу дөрөҫ ҡуйылған, йырҙар өсөн нигеҙ һәм тауыш регистры, йәғни тауыш көсөнөң дәрәжәһе лә бар, тигән һүҙ. Буласаҡ йырсыға тауыш мөмкинлеген, моң иркенлеген һиҙә һәм аса белеүсе уҡытыусы мотлаҡ кәрәк. Тик әллә ниндәй мәшһүр уҡытыусылар ҙа моңһоҙ күңелде моң менән байыта алмай. Моң ул йә бар, йә юҡ. Ҡиблаңды үҙ асылың билдәләй һәм уға хас үҙенсәлектәр һаҡланырға, һәр йырсы үҙенә генә килешле башҡарыу манераһы менән айырылып торорға тейеш. Башҡарыу алымымдың сере шунда: минең йыр мелизмдары... ҡурайҙыҡы. Үҙем уйнамайым, ләкин эстән ҡурай булып моңланам. Тауыш билдәле бер моң тәьҫирендә тирбәлә. Башҡорт халыҡ йырҙарының мелизмдары бик ҡатмарлы. Ҡайһы берәүҙәр ошо нескәлекте тотоп ала алмаймы, әллә һанға һуҡмаймы – тура йырлай. Етмәһә, самаһыҙ һуҙа. Йырҙың боронғо ерлегенә хас йыйнаҡлығында, халыҡсанлығында хикмәт.
Ҡайһы берәүҙәр, ҡурай менән йырлаһаң, ысын мәғәнәһендә башҡортса була, ти. Ҡурайға эйәреү үтә лә ҡатмарлы. Мин Ишмулла Дилмөхәмәтов, унан һуң Азат Айытҡолов менән күп сығыш яһаным. Баян йырҙың әһаңын тағы ла байыта төшөүен дә әйтәһе килә. Баянсы тәғәйен нотаға баҫа һәм һинең унан ситләшеү мөмкинлегең булмай – тауышыңды ҡалынайтып-нескәртеп йырлай алмайһың. Һәр ҡурайсы ла тоналлекте һаҡлай алмай, моң нисектер ике нота араһында яңғырай, ҡайһы бер ҡушылып йырлаусылар ихтыярһыҙҙан шуға эйәрергә мәжбүр. Ә йырҙың саф яңғырауы мотлаҡ, тауыш тембры үҙгәрергә тейеш түгел. Ишмулла ағай ҙа: «Мин һинең йырыңа ғына ҡушылып уйнай алам», – ти һәм үҙе камиллыҡҡа ирешеү өсөн «Буранбай»ҙы концертта бер көнө – бер, икенсе көнө икенсе төрлө уйнай торғайны.
Башҡарыу серҙәренә ҡағылып, тағы шуны ла әйтке килә: оҙон көйҙәрҙе аллы-артлы йырлау бик ауыр, композиторҙарҙың еңелерәк әҫәрҙәре менән аралаштырып, тоналлекте үҙгәртергә кәрәк.
Һәм ҡыҫҡа көй башҡарыусылар тураһында. Элек уларҙы йырсыға ла һанамағандар, «таҡмаҡсы» тип кенә йөрөткәндәр. Оҙон көйҙәр улар йәштәргә лә, урта һәм өлкән быуынға ла, хатта музыка яратыусы башҡа милләт кешеләренә лә аңлашыла, көслө тьәҫир итә. Боронғо көйҙәребеҙ – мәңгелек».
 
Фәрит Фәтҡуллин
Автор:
Читайте нас: