+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

Әнғәм Атнабаевҡа һәйкәл асылды

“Уның ижадына ҡарата яҡшы ҡарашта, изге ниәттә булыуымды әйткәнем бар. Әнғәм бер ҡасан да ваҡ һүҙ һөйләп, теленә нимә килһә, шуны яҙып йәшәмәне, һәр саҡ иң мөһим, иң хаҡ тигән һүҙҙәрен әйтте”. Мостай Кәрим.

Әнғәм Атнабаевҡа һәйкәл асылды
Әнғәм Атнабаевҡа һәйкәл асылды
Башҡорт дәүләт акадамия драма театры Атнабаевтар ғаиләһе өсөн икенсе тыуған йорт кеүек тә булған. Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең халыҡ артисы Зинира Атнабаева ғүмерен ошо театрға арнаған, ошо сәхнәлә ижади бейек­лектәр яулаған, тамашасылар ал­ҡы­шында йәшәгән. Театрҙағы бөтә цехтарҙа тиерлек Атнабайҙар эш­ләгән: реквизит, грим, ҡораусылар, тауыш режиссеры – улар ғаилә­һендә барыһы ла булды, ә иң мөһиме – улар театр йәнле, театр рухлы ине. Әнғәм Атнабаевтың 11 әҫәре Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә ҡуйылған.
 
Ғүмер китабымды, альбом кеүек,
Ҡарап сығырға, тип бирһәләр,
"Йәшлек" тип яҙылған өс-дүрт битен
Урлар инем,
Әгәр күрһәләр,
Ҡасыр инем алыҫ ерҙәргә,
Йәшлегемде һалып эйәргә.

Ул ҡайҙалыр бик яҡында ҡалған:
Ауылымдың айлы төнөндә
Фуражкаһын ҡырын һалған егет
Ҡыҙын көтә тирәк төбөндә.

Эшкә һуңлай, тиеп, борсолмағыҙ,
Йәшлек бит ул!
Йәшлек өлгөрөр!-
Таң атҡансы тирәк төбөн һаҡлар,
Ә таң менән эшкә йүгерер...

Шундай сағым бик яҡында кеүек,
Ҡулды һуҙһам, етер шикелле,
Ҡулды һуҙам тиеп бер үрелһәм,
Өркөтөрмөн, китер шикелле.

Мин яратам ҡояш сыҡҡан сағын,
Ерҙең өҫтөн нурға балҡытып;
Табалманым,дуҫтар, ғүмеремдең
Йәшлектән дә матур ваҡытын!

Тик донъяла бер ни ҡабатланмай,
Һәр нәмәнең була һыҙығы;
Йәшлектең дә,
әгәр ҡабатланһа,
Булмаҫ ине, бәлки, ҡыҙығы.

Ул ҡайҙалыр бик-бик яҡында,
Йыр йырлайҙар уның хаҡында.

Әнғәм Атнабаев.
 
 
Сегодня, 1 марта 2024 года в селе Верхние Татышлы открыли памятник народному писателю, поэту, драматургу Ангаму Касымовичу Атнабаеву.
Памятник установлен на площади перед зданием районной библиотеки.
На торжественной церемонии открытия памятника приняли участие депутат Государственной Думы Российской Федерации Эльвира Ринатовна Аиткулова,
заместитель министра культуры Республики Башкортостан Ринат Радикович Гайсин, Депутат Государственного Собрания-Курултая Республики Башкортостан, Председатель Союза писателей Республики Башкортостан Айгиз Гиззатович Баймухаметов, Глава Администрации Татышлинского района Фанур Рафисович Шайхисламов, гости из Республики Татарстан.
От нашего театра - народные артисты Республики Башкортостан Ильдар Ибрагимович Гумеров, Минзаля Гайнетдиновна Хайруллина, Алсу Исмагиловна Бахтиева.
На сцене Башдрамтеатра поставлено 11 пьес Ангама Касымовича, из них спектакли по произведениям«Он вернулся» и «Дети мои» - по 3 раза, начиная с 1960 года.
 
 
Әнғәм Атнабаевҡа һәйкәл асылды
Әнғәм Атнабаевҡа һәйкәл асылды
Автор:
Читайте нас: