+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Тарих һәм шәхес
24 Февраль , 21:34

ИЗГЕЛЕК ЕРҘӘ ЯТЫП ҠАЛМАЙ

-

ИЗГЕЛЕК ЕРҘӘ ЯТЫП ҠАЛМАЙ
ИЗГЕЛЕК ЕРҘӘ ЯТЫП ҠАЛМАЙ

Күрнекле яҙыусы Рәшит Солтангәрәев хаҡында бер хәтирә яҙмаҡсы булдым. Минең яңы яҙыша башлаған сағым "АУЫЛ БИСӘҺЕ" тигән тәүге яҙған кикәйәмде батырсылыҡ итеп АҒИҘЕЛ журналына ебәрҙем. Бер аҙҙан ул журналда баҫылып та сыҡты. Күп тә үтмәне АҒИҘЕЛДӘ эшләгән Рәшит ағайҙан хат килеп төштө. Кем ул Лира Яҡшыбаева? Әҙәбиәттә бындай исемдең ишетелгәне булманы. Тәү башлап яҙған кеше былай яҙа алмай. Кем уға ярҙам итте икән? тип хикәйәне бик ныҡ оҡшатыуы хаҡында яҙған.Рәшит ағай мине "Ағиҙел"гә саҡырып алды. Йәнә бер "ХИКМӘТЛЕ БҮЛӘК" тигән хикәйәмде алып барҙым. Был әҫәремде лә шунда уҡ журналда баҫтырып сығарҙы. Етмәһә: "Әҙәбиткә әйтер һүҙе, үҙ фекере булған талантлы яңы яҙыусы килде," - тип тә яҙҙылар. Башлап ҡына яҙған кешегә бындай иғтибар көтөлмәгән хәл булды.Эйе, мин хәҙер танылған яҙыусымын. Әҫәрҙәремде яратып уҡыйҙар. 3-сө кластан 7-се класҡа тиклем әҫәрҙәрем Туған тел дәреслегенә инде. Их, бөгөнгө көндә Рәшит ағай Солтангәрәев иҫән булһа ине, минең ижадым өсөн иң ныҡ шатланған ҡәләмдәшем ул булыр ине! Рухтары шатланып ҡайтһын, йәне йәннәт түрендә булһын. Бына шулай, изгелек ерҙә ятып ҡалмай. Был хәлгә 25 йыл ваҡыт үтте, ә мин уны һаман онотмайым. Рухтарына доғалар ҡылам.

https://vk.com/im?sel=396373839&w=wall221104265_20540%2F68d267e2bef67c7931

 

Автор:
Читайте нас: