Кирза итек кейеп,йәйен саң туҙҙырып, ҡышын аяҡ туңдырып Ватанды һаҡлаусыларҙы байрам менән ҡотлайым!!!- ти йырсы-шағир @id308123120Мөхәмәтйәр Мәғәсүмов
Онотолмай икән.
Онотолмай икән һалдат саҡтар,
Һаҡлана ул минең хәтерҙә.
Ҡырҡ йыл үткән, бөгөнгөләй
Иҫкә төшөп ҡуя хәҙер ҙә...
Хеҙмәттәштәр һаман егет көйө,
Күҙ алдымда тора әле лә.
Ҡыҫҡаҡ ҡына һалдат ғүмеренең,
Хәтеремдә һәр бер мәле лә.
Шинель кейеп, билгә ҡайыш тағып,
Ҡыя һалып башҡа бүректе.
Хеҙмәт бөткәс урамдарҙан үттек,
Зар илатып гармун - күректе...
Хәтирәләр һаман ҡарт һалдаттың,
Һулҡылдатып ҡуя күңелен.
Йәшлегемдең матур бер миҙгелен,
Беләм, оноторлоҡ түгелен...
-5 °С
Ҡар