Бейер өсөн генә был донъяға килгәндәр бар. Үҙ тәғәйенләнешен балаһына тапшырып, халҡыбыҙҙың мәҙәни донъяһы күгендә күҙ сағылдырырлыҡ яҡты йондоҙ ҡабындырған әсәләр бар. Шундай бөйөк әсәйҙәрҙең береһе, башҡорт бейеү сәнғәтен Илнарлы итеүсе Лариса Хәтмуллина ла бар беҙҙең арала.
Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы Хәтмуллина Лариса Шәйнур ҡыҙы, Салауат районының Малаяҙ ауылында тыуа. Һәр ус тупрағына, һәр тамсы һыуына тиклем милли рух менән һуғарылған Баймаҡ ҡалаһында үҫеп буй етә. Балалар баҡсаһында уҡ күбәләктәй талпынып бейегән ҡыҙға ололар таң ҡалып һоҡланыр була. Музыка мәктәбендә шөғөлләнеп, мәҙәниәт йортоноң «Ирәндек» ансамблендә бейей башлаған ҡыҙ бейеүгә башкөллө ғашиҡ була. Мәктәпте тамамлағас инде, үҙенең бейеү иленән башҡа йәшәй алмаясағын аңлаған ҡыҙ Стәрлетамаҡ мәҙәни-ағартыу училищеһына уҡырға инә. Тормош иптәше менән дә ошо уҡыу йортонда танышып, донъя ҡоралар. 1999 йылда гөрләтеп туй үткәреп, йәшәй башлай йәш ғаилә. Яңы быуат ҡына түгел, яңы мең йыллыҡ башланған 2000 йылда, шул осорҙоң йәме, шатлығы һәм һағышы булыр улдары Илнар донъяға килә. Сәхнә өсөн генә яратылған йәш бейеүсе әсәйгә декрет ялында ултырырға ла ирек булмай, сабыйына туғыҙ ай тулыр-тулмаҫтан уға ижад донъяһына сумырға тура килә. Әсәй һәм атай эштә саҡта өләсәй менән ҡартатай ярҙамын да тойоп, Илнар тәпәй баҫҡанда уҡ бейергә ынтылған хәрәкәттәре менән һөйҙөрә. Ә инде үҙҙәре менән бергә алып йөрөгән саҡта, атай менән әсәйҙе генә түгел, бар артист халҡын ҡыуандырып, ауа-түнә бейеп йөрөр була. Уның көйҙө һәм ритмды тоя белеүенә таң ҡалалар. Ҙурая килә, сәхнәлә күргән бейеү хәрәкәттәрен өйҙә тулыһынса ҡабатлап бейеп йөрөй был бала. Ике йәше тулған саҡта ул инде, әсәһенән күреп, башына сынаяҡ ултыртып, атаһынан күреп, бөркөт булып бейеп бер була. Лариса сабыйының елкәһенә кофтаһының өҫкө төймәһен генә элеп, елән итеп һалып бирә, һәм, ҡылыс итеп ҡулына тотоп алған бысаҡты ипләп кенә таяҡҡа алыштырып тотторһа, Илнар бөркөттөң үҙе булып ҡанатланып, осоп йөрөп бейергә тотона.
«Ҙур сәхнәгә сыҡҡанда Илнарға өс йәш ине. Сибай ҡалаһында уның атаһы менән бейеүе концерттың иң илаһи өлөшө булды. Унан инде Өфө сәхнәләрен яуларға йүнәлдек. Дүрт йәше тулыр-тулмаҫ көйө, ул үҙендә шул тиклем яуаплылыҡ тойҙо. Уға иҫ киткес матур костюм тектерҙеләр. Аҡназарова Гөлназ Вәкил ҡыҙы концерт алдынан уға оло кешеләргә кәңәш биргәндәй тиң күреп кәңәш итте: «Илнар балаҡай, һин костюмыңды кешегә күрһәтеп йөрөмә, бына һеҙҙең номер килеп еткәс, атайың менән сығып бейерһең». Балаҡайым шулай өлкәндәрсә сабыр ғына, унда-бында күренеп, ҡыҫтырылып йөрөмәй генә сәхнә артында үҙ сығышын көткәнен һоҡланып, ҡыуанып күҙәтә инем. Уның шул тиклем сәхнә тормошон аңлап һәм яуаплылыҡ менән ҡабул иткәненә күңелем тулып таң ҡала инем», – тип һөйләй Лариса Шәйнур ҡыҙы.
Беренсе класҡа барғанда ул инде халыҡ һөйөүен яулаған ысын бейеүсе булып формалашып бөткән була. Бейеү менән бергә, ҡурай буйынса ла үҙен үҫтерергә теләге булған малайға ҡаршы килмәгән ата-әсә Илнарҙы ҡурай класына ла яҙҙыра. Әммә тиҙҙән уҡытыусыһы шылтырата: «Илнар дәрестәргә йөрөмәй...»
– Нисек инде, йөрөмәй? Ул бит ҡурайға тип китә?!
– Бына шулай, йөрөмәй...
Ә хәл былай була: ҡурай дәресенең тәнәфестәре ваҡытында ошо уҡ бинала шөғөлләнеүсе бейеүселәрҙе ҡарарға йүгерә икән малай. Һәм шуларға ҡарап донъяһын онота икән. Уҡытыусы Сания Салауат ҡыҙы йотлоғоп күҙәтеүсе баланы күреп, бейергә саҡыра. Малайҙың бейеү ҡанатлы күңеле ана шулай үҙ юлын табып, ата-әсәнең ҡарар ҡабул иткәнен көтмәй, бейеүселәр сафына баҫа. Етенсе класты тамамлағансы ошо коллективта бейеп, ҡулына бейеүсе тигән таныҡлыҡ ала Илнар.
Һигеҙенсе класҡа барырға ваҡыт еткәс, Илнарға Рудольф Нуриев исемендәге хореография училищеһына барырға тәҡдим итәләр. Донъя кимәлендәге, уҡыуы бик ауыр булған был уҡыу йортона малайҙы бер һүҙһеҙ алалар, хатта имтихан өсөн әҙерләгән бейеүен дә ҡарап бөтмәйҙәр. Ике йыл буйы бер туҡтауһыҙ гимнастика, һуҙылыу-тартылыу талап иткән бейеү хәрәкәттәре һәм күнегеүҙәр осоронда Илнарҙың тубығы бик ныҡ йәрәхәтләнә, бөгөлмәй ҙә, яҙылмай ҙа башлай. Яҙмышы операция өҫтәленә, унан һуң бик оҙаҡ реабилитацияға алып барып бәйләй малайҙы. Ата менән әсә кәңәшләшеп, йәш организмды бысаҡ аҫтына һалмай, халыҡ дауалаусылары шифаһы менән дауалауға өлгәшә. Шулай ҙа тубыҡты бик оҙаҡ һаҡлап ҡына йөрөргә кәңәш ителә. Һыҙланыуҙар үҙәгенә үткән Илнар бейеүҙе ҡалдырып торорға кәрәк икәнен үҙе лә аңлай. Туғыҙынсы класты тамамлағас, егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ, тигән мәҡәлде тотоп, Илнар автомеханик һөнәрен үҙләштерергә була. Уҡыу йортон һәр йәһәттән күтәрмәләп, бөтә сараларҙа ҡатнашып, уны ҡыҙыл дипломға тамамлай. 17 генә йәшлек һәләтле студентты Сибай филармонияһына эшкә саҡыралар. Тырыш егет уҡыу менән эште лә бергә уңышлы алып бара ала. Әрме сафында хеҙмәт итеп ҡайтҡас та ошо туған коллективында эшен дауам итә. Шул уҡ яҙҙа мөхәббәтен – Бөрйән районы ҡыҙы Фидәлиәне табып, өйләнешәләр. Йәйҙең матур көндәрендә фатир алып ҡыуанышып йөрөгән йәш ғаиләнең бәхетен селпәрәмә килтереп, көҙгөлөккә мобилиция иғлан ителгәс, Илнар яу ҡырына китә. Илебеҙ тыныслығы, кескенә балаҡайы Асландың матур киләсәге өсөн һәләк булған бейеүсе егетте юғалтыуҙы башҡорт мәҙәниәте донъяһы ер-һыу илап ҡабул итте...
Илнар Хәтмуллин халҡын ныҡ яратты, күңел хазинаһының тамсыһын да ҡалдырмай кешеләргә таратып йәшәне. Бәлки, шуға ла, уны юғалтыу ҡайтауазы шулай көслө булғандыр.
Күңел ҡанатына ҡеүәт өҫтәр өсөн Лариса Шәйнур ҡыҙы яугир улын ҡулынан килгәнсә күтәрмәләп оҙата: Балаҡайым, һин иҫән-һау әйләнеп ҡайтырға тейешһең, һине беҙ генә түгел, халҡың көтә, һине сәхнәң көтә. Ҙур майҙандарҙа һин атайың, улың менән дә бейергә тейешһең!
Яҡты эҙ ҡалдырып, атылып һүнгән йондоҙ кеүек, Аллаһы Тәғәлә тарафынан бирелгән ҡыҫҡа ғына ғүмерендә ул барыһын да эшләп өлгөрә, өй төҙөй, ағастар ултырта, дауамы итеп улын ҡалдыра...
Тыуған йортондай күргән Сибай филармонияһының бейеү залына Илнар Хәтмуллин исеме бирелә.
Бейеү илендә аҡҡоштай йөҙөп йәшәүсе ғорур, көслө ҡатын Лариса Шәйнур ҡыҙы егерме өс йыл туған мөхитенә әйләнгән Сибай филармонияһында халҡына хеҙмәт итә. Халыҡ яратҡан бейеүсегә Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы исеме бирелде. Йәш кенә килен балаҡайы Фидәлиәгә, атай наҙын да тойоп өлгөрмәгән ейәне Асланға, ҡыҙы Алинаға терәк һәм таяныс булып йәшәргә көс таба ала әсәй кеше. Әсе тормош һынауҙарын күп үтергә тура килһә лә, эсендә дөрләгән ут-ялҡын менән әйләнә-тирәһендәге яҡындарын, коллегаларын, аралашҡан кешеләрен көйҙөрмәҫлек, көйрәтмәҫлек күңел йылыһы таратып йәшәй. Әсә мөхәббәтенең ҡеүәтенә, ҡатын-ҡыҙҙың гүзәл көсөнә бер матур үрнәк ул, һалдат әсәһе Лариса Хәтмуллина.
Миләүшә Ҡыҙрасова
Фото: https://vk.com/im?sel=396373839&w=wall191641988_12095%2F3e4a8be52950b4da2a