+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Тарих һәм шәхес
21 Февраль , 14:04

«Мә-мә, ҡустым, аша»

-

«Мә-мә, ҡустым, аша»
«Мә-мә, ҡустым, аша»

1960 йылдарҙа театр һәм йыр сәнғәте үҫешкән йылдар ине. Ул саҡтарҙа мәшһүр Фәриҙә Ҡудашева, Мәғәфүр Хисмәтуллин кеүек йырсылар менән бер рәттән, Илфаҡ Смаков, Филүс Гәрәев, Мәғфирә Ғәлиева, Рамазан Йәнбәков кеүек йәш йырсылар башҡорт эстрадаһын биҙәнеләр. Беҙҙең Ишембай районы Этҡол ауылына ла килеп концерт ҡуйып китә ине улар. Элек ҡунаҡханалар булмау сәбәпле, артистар фатирҙарға төшөп йөрөй ине. Ғәҙәттә, клуб мөдире Зәйтүнә апай беҙҙең өй матур булғас, артистарҙы беҙгә урынлаштыра торған ине. Мин үҙем дә уларҙың килеүен түҙемһеҙлек менән көтөп ала инем. Сөнки улар, минең өсөн иң мөһиме, концертҡа бушҡа инергә саҡырыу ҡағыҙы бирә торғайны. Минең саҡырыу ҡағыҙы менән килгәнде күрһендәр әле тип, маһайып инеп китә торғайным клубҡа. Бер ваҡыт беҙгә Өфө ҡурсаҡ театры килде. Ике артист ағайҙы беҙгә йортҡа урынлаштырҙылар. Береһе киң күкрәкле, күҙҙәре осҡон сәсеп тора, икенсеһе буйға бәләкәйерәк ине. Әнейем (мин әней тип үҫтем) мине улар менән бергә ашарға ултыртты. Бала саҡ, иҫәр саҡ бит инде, тоттом да әнейемдән: «Ниңә минең итем аҙ ул?» – тип һораным. Шунда инде теге киң күкрәклеһе миңә: «Мә-мә, ҡустым, аша», – тип үҙенең иттәрен өҫтәне. Әнейем миңә шелтәле ҡараш ташланы, мин яңылышлыҡ эшләгәнемде аңланым. Ашағандан һуң улар тышҡа сығып, өҫкө кейемдәрен сисеп, ҡар менән ышҡындылар. Беренсе тапҡыр күрҙем мин был хәлде. Кисен клубта осҡон сәсеп торған күҙле ағайым Шүрәле ролен башҡарҙы. Бик ҡурҡыныс ине ул Шүрәле. Балалар ғына түгел, хатта иң алғы рәттә ултырған Ғәтифә апай, ҡурҡышынан артҡы рәткә күсеп ултырҙы. Ул, һуңынан мәшһүр йырсы булып киткән Мәүлетбай ағай Ғәйнетдиновтың апаһы ине. Йылдар үтте. Мин үҙем артист булып киттем. 1990 йылдарҙа, гастролдәр ваҡытында, беҙ Өфө ҡурсаҡ театры менән осрашып, бер ҡунаҡханала йәшәргә тура килде. Мин шул саҡ һәр береһенән, һеҙ киң күкрәкле, осҡон сәсеп торған күҙле артисты белмәйһегеҙме ул, тип һорашып йөрөнөм. Тағы күпмелер йылдар үтте. Беҙҙең Салауат театры режиссерҙарының береһе – Ким Рәүф улы Нәҙершин, «Тамаша» журналында мемуар яҙып сыҡты. Мин 1960-68 йылдарҙа ҡурсаҡ театрында эшләнем – тигән һүҙҙәрҙе уҡығас, башыма ҡылт итеп, туҡта әле, был бит мин эҙләгән, осҡон сәсеп торған күҙле ағай булып сыға, тигән фекер килде. Уның фотолағы күҙҙәренә ҡарайым һәм ҡылт итеп теге әртис ағай күҙ алдыма килеп баҫа... Бына бит, ике йыл бергә эшләп йөрөгәнбеҙ, ә мин уны ҡайҙалыр ситтә эҙләп йөрөгәнмен... Иҫең китерлек... Тик был турала Ким ағайҙың үҙенә әйтергә тура килмәне. 1990 йылда ул театрҙан китте. Бик күп матур спектаклдәр ҡуйҙы ул беҙҙә. Үҙе театр бинаһындағы бер бәләкәй генә бүлмәлә йәшәне. Ҡайһы бер режиссерҙар кеүек фатир һорап та йөрөмәне. Әле яңыраҡ ҡына беҙҙең Ким ағайыбыҙ был донъянан китеп барҙы... Бик йәл һәм ҡыҙғаныс. Үткән йылдың сентябрь айында, Йоматау шифаханаһында ял иткәндә, беҙ Гөлсәсәк менән, күстәнәстәр алып, ул йәшәгән фатирға барҙыҡ. Тик ҡатыны: «Ул йоҡлай, йөрәгенә операция эшләнеләр, тулҡынланырға ярамай», – тип уның янына индермәне. Беҙ уға асыуланманыҡ, уның һауығыуын теләп сығып киттек. Тик улын юғалтыу, яратҡан режиссерлыҡ эшенән мәжбүри китеү ҡайғыһын кисергән йөрәк түҙмәгән...

Ә кеше үлгәс беҙ уны данлайбыҙ, маҡтайбыҙ... Ҡурҡыныс.

 

Яҡуп ШӘРИПОВ, Башҡортостандың халыҡ артисы.

"Тамаша" журналы, №1-2024

Автор:
Читайте нас: