+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Тарих һәм шәхес
20 Февраль , 12:50

Бер шаршаулы “пьеса”- әңгәмә

-

Бер шаршаулы “пьеса”- әңгәмә
Бер шаршаулы “пьеса”- әңгәмә

Инеш
Башҡортостандың халыҡ артисы, режиссер, Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһының доценты Азат Әхмәҙулла улы Нәҙерғолов театр һөйөүселәргә яҡшы таныш. Ул сәхнәләштергән әҫәрҙәр, тыуҙырған образдар театрыбыҙ донъяһына яңы һулыш өрҙө.
Һеҙҙең иғтибарға тәҡдим иткән был әңгәмәне башлар алдынан, шундай уй килде. Туҡтале, сәнғәт кешеһе, режиссер тураһында яҙам икән, сәнғәтсәрәк булһын тип, әңгәмәне драматургия жанрында ҡорорға булдым.

Ҡатнашалар: Азат Нәҙерғолов — Башҡортостандың халыҡ артисы.
Салауат Әбүзәров — “Башҡортостан” гәзитенең әҙәбиәт һәм мәҙәниәт бүлеге мөдире.

Бөхтә кабинет. Өҫтәл артында Азат Нәҙерғолов яҙышып ултыра. Салауат Әбүзәров инә.
Салауат. Һаумыһығыҙ, Азат ағай. Эшегеҙҙе бүлдермәнемме?
Азат (сәғәтенә ҡарап ала). Ә-ә, һаумы, һаумы, ҡустым! Әйҙә, үт, ултыр.
Салауат. Азат ағай, 50 йәшегеҙ менән “Башҡортостан” гәзите уҡыусылары исеменән тәбрикләйбеҙ Һеҙҙе!
Азат (йылмая). Рәхмәт!
Салауат. Һеҙгә бер нисә һорауым бар ине.
Азат. Йә, тыңлайым, ҡустым.
Салауат. Кешене ныҡлап белер өсөн уның тыуған ерендә булырға кәрәк, тиҙәр. Был һүҙҙәр юҡҡа ғына әйтелмәгәндер. Әйҙәгеҙ, хыялда булһа ла тыуған төйәгегеҙгә барып әйләнәйек әле.
Азат (уйланып ултыра). Һәр кешегә тыуған яғы ғәзиз. Йылайыр районының Юлдыбай ауылы — миңә донъяла иң гүзәл, ҡәҙерле төбәк. Шунда тыуҙым. Үкенескә ҡаршы, һуңғы ваҡытта тыуған төйәккә йыш ҡайтып булмай, ләкин форсат сығыу менән ауылыма һуғылып китергә тырышам. Театрҙа эшләгән саҡта спектаклдәр алып ҡайтҡылай торғайным. Үҙем Юлдыбайҙыҡы булһам да, туғандарым, нәҫел-нәсәбем күрше ауылдарҙа ла бар. Әсәйем яғынан Бикбулатовтар — Мәҡсүт, Ҡашҡар ауылында, атайымдың нәҫеле Нәҙерғоловтар Ишбулдыла төйәкләнгән.
Салауат. Сәнғәткә булған һөйөү ҡайҙан килә?
Азат. Нәҫелебеҙ йыр-моңға әүәҫ. Атайым яғынан ҡартатайым, мәҫәлән, заманында Йылайыр яҡтарында данлыҡлы ҡурайсы булған. Һуғышта генерал Шайморатов дивизияһында хеҙмәт иткән. Уның батырҙарса һәләк булғанын күргән кеше лә йәшәне Әбделкәрим ауылында.
Әсәйемдең атаһы Хәйбулла ла һуғыш яланында ятып ҡалған. Уны бик моңло йырлай ине тип һөйләйҙәр. Атайым... (Телефон шылтырай). Эйе. Һаумыһығыҙ. Репетиция була, әлбиттә. Сәғәт етелә башлана. Һау булығыҙ (телефонын һалып). Студенттар... Тәк, нимәлә туҡтаныҡ әле?
Салауат. Атайым тип һөйләй башлағайнығыҙ.
Азат. Атайым иһә Мәскәүҙә Бауман исемендәге институтта уҡыған. Ул да ҡурайҙа оҫта уйнай торғайны.
Бына уларҙан киләлер, тим, минең сәнғәткә булған ынтылыш.
Салауат. Азат ағай, атайығыҙ тураһында үткән заманда һөйләнегеҙ...
Азат (тәмәке ҡабыҙа). Бик йәшләй вафат булып ҡуйҙы. 50-һе лә тулмағайны.
Салауат. Мәктәптә түңәрәктәргә йөрөмәнегеҙме?
Азат. Нөгөшкә күсеп килгәс, бейеү түңәрәгенә йөрөнөм. Унда бейеү ансамбле бар ине. Салауат, Мәләүез, Күмертау, Өфө ҡалаларында сығыш яһаныҡ. Баянда уйнарға өйрәнеп алдым. 70-се йылдарҙың урталары ине, илебеҙҙә төрлө вокаль-инструменталь ансамблдәрҙең балҡып сыҡҡан сағы. Уларҙан күрмәксе, гитараға йәбештем. Үҙебеҙҙең Нөгөштә беҙ ҙә биш кешенән торған ансамбль ойоштороп ебәрҙек. Нөгөш өсөн был ҙур яңылыҡ булды (телефон шылтырай. Азат ағай уны һүндереп ҡуя).
Салауат. Сәнғәт юлын бала саҡта уҡ һайлағанһығыҙ, тимәк.
Азат. Тәүге хыялым телеоператор булыу ине. Минең олатайым, әсәйемдең бер туған ағаһы, Фәрит Бикбулатов ул саҡта телевидениела эшләне. Мине лә үҙе менән телестудияға алып барғылай торғайны. Операторҙарҙың эшләүе оҡшап ҡалды шунда, ләкин был һөнәргә беҙҙә уҡытмағандарын белгәс, кәйеф ҡырылды.
Аҙаҡ, унынсы класты тамамлағас, сәнғәт институтына килдем. Режиссура бүлегенә инергә теләгәйнем. Ләкин, йәшем тулмау сәбәпле, актер бүлегенә тәҡдим иттеләр. Тәүге уҡытыусым күренекле режиссер Рифҡәт Исрафилов булды. Ғөмүмән, беҙҙе Зәйтүнә Бикбулатова, Гөлли Мөбәрәкова, Олег Ханов, Фәрдүнә Ҡасимова кеүек остаздар уҡытты. Уларҙың уҡыусылары хәҙер театрҙарыбыҙҙың төп көсөн тәшкил итә.
Салауат. Тормошта кеше кемделер үрнәк итеп алыусан. Һеҙҙең кумирығыҙ бармы?
Азат. Минең өсөн иң ҙур шәхес Арыҫлан Мөбәрәков булды. “Салауат Юлаев” фильмын 15 тапҡыр ҡарағанмындыр. Арыҫлан ағайҙың уйнауы мине Башҡорт дәүләт академия театрының тарихы менән ҡыҙыҡһыныуға этәрҙе.
Салауат. Ҙур сәхнәгә тәүге тапҡыр сыҡҡанығыҙ хәтерегеҙҙәлер, моғайын.
Азат (уйланып тора). Ҙур сәхнә тигәндәй, академтеатрҙы күҙ уңында тотаһыңдыр инде.
Салауат. Әлбиттә.
Азат. Институттың 2-се курсында уҡып йөрөгән саҡ ине. Шәүрә Дилмөхәмәтова менән мине Рифҡәт Исрафилов саҡырып алды ла Әнғәм Атнабаевтың “Хушығыҙ, хыялдарым!” әҫәре буйынса ҡуйылған спектаклдә уйнарға тәҡдим итте. Был, әлбиттә, беҙҙең өсөн көтөлмәгән мөғжизәле хәл булды, сөнки ул спектаклдә Фидан Ғафаров, Зәйтүнә Бикбулатова, Нурия Ирсаева, Рәфил Нәбиуллин, Әхтәм Абушахманов, Таңсулпан Бабичева кеүек халыҡ һөйөүен яулаған таланттар ҡатнашты. Улар беҙгә студент тип “танау сөйөп” ҡараманы, ярҙам итергә тырышты, кәңәштәрен бирҙе. Ә инде Фидан Ғафаровты атай урынына күрә торғайныҡ. Ғөмүмән, ул минең тормошомда ҙур роль уйнаны, хатта Таңсулпан (Таңсулпан Бабичева) менән минең туйҙа шаһит та булды. Фидан ағайға рәхмәтем сикһеҙ.
Салауат. Тимәк, академтеатрға эләгеүегеҙ студент саҡта уҡ билдәле булғандыр.
Азат. Академтеатрҙа уйнау һәр студенттың хыялы ине ул саҡта. Ләкин кемдең ҡайһы театрға тәғәйенләнәсәге тураһында студенттарға әйтмәй торғайнылар. Уҡып йөрөгәндә үк спектаклдәрҙә ҡатнашыуымдың йоғонтоһо булғандыр, моғайын. 1983 йылда бәхет йылмайҙы — мин Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында эш башланым.
Салауат. Хәйер, минеңсә, йырсы ла була алыр инегеҙ. Моңло йырҙарығыҙҙы ишеткән бар.
Азат. Йәш саҡ — ҡыйыу саҡ. Концерттарҙа ла йырлай торғайным, хатта телевидениела сығыш яһай инем. Ул саҡта ижад юлын башлап ҡына торған йәш композитор Илшат Хәлиловтың, аҙағыраҡ Салауат Низаметдиновтың йырҙарын башҡарҙым. Тора-бара сәхнәлә лә йырлы ролдәр уйнарға насип булды.
Салауат. Ә нисек режиссер булып киттегеҙ?
Азат. Һәр уйнаған ролде ҡат-ҡат анализлай инем. Актерҙар: “Ҡарале, һиңә мотлаҡ режиссерлыҡҡа уҡырға кәрәк”, — тип әйтә торғайны. Шулай итеп, Мәскәүгә ГИТИС-ҡа уҡырға киттем. Имтихан ваҡытында башҡорт бейеүен башҡарғайным, комиссия ағзаһы Олег Табаков: “Ох, Салауат Юлаев!” — тип ебәрҙе хатта.
Салауат. Ул саҡта ҡыҙығыҙ ҙа тыуған бит әле.
Азат. Эйе (йылмая). Аллаға шөкөр, ҡыҙҙарым Рушана менән Рената тураһында көндәр буйы һөйләргә мөмкин. Улар ҙа сәнғәт юлын һайланы.
Салауат. Беләбеҙ, Азат ағай, Рушананың исеме республикабыҙ халҡына яҡшы таныш. Ә бына ГИТИС-ты тамамлағас?..
Азат. Туған театрыма режиссер булып ҡайттым. Шул саҡта Флорид Бүләков менән танышып, уның “Камикадзе” исемле әҫәрен сәхнәләштерҙем. Тамашанан һуң, башҡаса үҙ теләгең менән пьеса һайларға ирек бирмәҫтәр, тиеүселәр ҙә булды. Ләкин үҙ теләгем менән Эдуардо де Филиппоның “Филумена Мартурано” әҫәрен һайланым һәм “Илай белмәгән ҡатын” исемле спектакль ҡуйылды. Уның яҙмаһы әле лә һаҡлана миндә, һирәкләп булһа ла ҡараштырғылап алам.
Салауат. Нисә әҫәрҙе сәхнәләштерҙегеҙ?
Азат. Сама менән әйткәндә, утыҙҙан ашыу.
Салауат. Һеҙ Мостай Кәрим исемендәге республика Милли йәштәр театрында ла эшләнегеҙ.
Азат. Мине унда художество етәксеһе итеп ебәрҙеләр. Йәштәр театрында ҡуйған иң уңышлы эштәремдең береһе Мостай Кәримдең “Салауат” трагедияһы буйынса ҡуйылған спектакль булды. Салауат ролен Рәсүл Ҡарабулатов башҡарҙы. Ул, ысынлап та, батырыбыҙ образын уйнар өсөн генә тыуған тиерһең. Мин нисек күрергә теләнем, шулай еренә еткереп уйнаны. Был спектаклдә төп ролдәрҙе башҡарған Рәсүл Ҡарабулатов, Рушана Бабич, Азат Йыһаншиндарҙың республиканың Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһына лайыҡ булыуы юҡҡа ғына түгел. Спектаклде ҡарап, Мостай Кәрим дә бик риза булды. Миңә уның дүрт әҫәрен сәхнәләштерергә, ике юбилейының режиссеры булырға тура килде.
Шуны ла әйтеп үтәйем: башта “Йәш тамашасылар театры” (“ТЮЗ”) тип атала ине. Миңә был исем оҡшаманы һәм уны “Башҡортостан Республикаһының милли йәштәр театры” тип үҙгәртеү тәҡдиме менән Хөкүмәткә мөрәжәғәт иттек. Бер ай ҙа үтмәне, театрҙың исеме үҙгәртелде. Әлбиттә, Милли йәштәр театрында бик күп эш башҡарылды. Быны ҙур ғорурлыҡ менән әйтә алам.
Салауат. Унан һуң академтеатрға нисек барып юлыҡтығыҙ?
Азат. Мәҙәниәт министрлығы художество етәксеһе вазифаһын тәҡдим иткәйне. Милли йәштәр театрынан китеүе ауыр булһа ла, ризалаштым. Академтеатрҙың яңы бинаһын төҙөтөп бөтөрөү, репертуарҙы яңыртыу бурысы ҡуйылды. Эшкә йәштәрҙе йәлеп иттек. Сара Буранбаева, Гөлфиә Рафиҡова, Фирҙәт Ғәлиев, Азат Йыһаншин кеүек талантлы йәштәр килде. Был осорҙа ла янып эшләнелде. Ул йылдарҙа театрҙың яңы бинаһы төҙөлөп бөттө, яңы һулыш башланды. Академтеатрҙың 80 йыллығы уңайынан ул саҡтағы мәҙәниәт министры Тәлғәт Сәғитовтан башҡорттар йәшәгән төбәктәргә йөрөп сығыу тәҡдиме булды. Шулай итеп, Ырымбур, Силәбе, Пермь, Екатеринбург, Ҡазан, Мәскәү тарафтарын урап сыҡтыҡ. Был ҙур яңылыҡ ине, сөнки театрыбыҙ ҡайһы бер өлкәләрҙә 15–16 йыл буйы бер тапҡыр ҙа булмаған. Ул осорҙа республикабыҙ сәскә атты, халҡыбыҙҙа үҙ иле, теле өсөн ғорурлыҡ тойғоһо уянды. Беҙ ҙә спектаклдәребеҙҙә халыҡ хәтеренән юйыла барған шәхестәрҙе тергеҙергә тырыштыҡ: Зәки Вәлиди, Муса Мортазин, Шәйехзада Бабич, Миңлеғәле Шайморатов...
Әлбиттә, хаталар ҙа булғандыр. Ләкин иң ҡурҡынысы — хаталаныуҙан ҡурҡып эшләмәй ятыу. Әммә, нисек кенә булһа ла, башҡаларға ҡарата ғәҙел булырға тырыштым. Бөгөн үҙемдең уҡыусыларымдан да ошоно талап итәм.
Ишек шаҡыйҙар. Бер ҡыҙҙың башы күренә.
Ҡыҙ. Азат Әхмәҙулла улы, һеҙҙе деканатҡа саҡыралар.
Азат. Ярай. Хәҙер барам (күрешеп). Йә, ҡустым, ошоноң менән ослап ҡуябыҙмы?
Салауат. Һөйләшәһе һүҙҙәр күп, әлбиттә. Шулай ҙа киләсәктә тағы осрашырбыҙ, тип өмөтләнәм. Һау булығыҙ!
Шаршау.

https://bash.bashgazet.ru/litiratura/4233-ssk-atyr-teatr.html

БАШИНФОРМ: 

26 февраля состоится вечер памяти народного артиста Башкортостана, актера, режиссёра и педагога Азата Надыргулова. Он скоропостижно скончался в 60 лет  год назад, 1 марта 2023 года. Вечер состоится в Учебном театре им. Габдуллы Гилязева Уфимского государственного института искусств им. З. Исмагилова, где Азат Ахмадуллович работал доцентом кафедры режиссуры и мастерства актёра. Начало в 16.00 (12+).

Как сообщила «Башинформу» организатор вечера, профессор Тансулпан Бабичева, будут выступать ученики Надыргулова, актёры разных театров — Национального молодежного, Башдрамтеатра, Русского драмтеатра, Сибайского и Салаватского театров.

Азат Надыргулов родился в 1962 году в селе Юлдыбаево Зилаирского района БАССР. В 1982 году окончил актёрское отделение Уфимского государственного института искусств, после чего был распределен актером в Башкирский государственный академический театр драмы имени М. Гафури.

В 1987 году поступает на режиссерский факультет Российской академии театрального искусства в мастерскую известного режиссёра-педагога Анатолия Васильева. В 1992 году Азат Надыргулов возвращается в Уфу и врывается в театральное пространство республики как режиссер с собственным мироощущением, со своей темой, новыми театральными приемами.

В 1993 году Азата Ахмадулловича назначают художественным руководителем Театра юного зрителя (ныне Национальный молодежный театр РБ имени Мустая Карима). В 1997 году Азат Ахмадуллович в качестве худрука был назначен в Башкирский драматический театр. В 2000 году Азат Надыргулов вновь возвращается в Молодежный театр. Одновременно выступает режиссером концертов и праздничных мероприятий республиканского масштаба.

Азат Ахмадуллович совмещал работу педагога в Уфимском государственном институте искусств им. З. Исмагилова с режиссерской деятельностью. Одни из последних его спектаклей, снискавшие большую любовь зрителей: «Глава вторая» по пьесе американского драматурга Нила Саймона (Национальный молодёжный театр РБ им. М. Карима), «Что там, за холмом?» по повести Талхи Гиниятуллина, «Выходили бабки замуж» по пьесе Ф. Булякова (Сибайский государственный башкирский театр драмы им. А. Мубарякова).

https://www.bashinform.ru/news/culture/2024-02-20/v-ufe-sostoitsya-vecher-pamyati-bezvremenno-ushedshego-rezhissera-azata-nadyrgulova-3650603

 

 

Бер шаршаулы “пьеса”- әңгәмә
Бер шаршаулы “пьеса”- әңгәмә
Автор:
Читайте нас: