-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Тарих һәм шәхес
9 Февраль , 13:18

Мортаза Рәхимов тураһында бер иҫтәлек...

-

Мортаза Рәхимов тураһында бер иҫтәлек...
Мортаза Рәхимов тураһында бер иҫтәлек...

Баймаҡ районы Таулыҡай ауылының 400 йыллығы байрамына Мортаза Рәхимов килде. Беҙ ғаиләбеҙ менән ҡаршы алыусылар араһында. Сөнки әсәйемдең атаһы, ҡартатайыбыҙ Ғәйетҡолов Сөләймән Сабир улы ошо ерлектән һәм әсәйемдең дә тыуған ауылы булараҡ, был мәртәбәле байрамда ҡатнашыу беҙҙең изге бурысыбыҙ ине. Сценарий буйынса, Президентыбыҙ һәм хөрмәтле ҡунаҡтар килеп төшөүгә, тирмә янында таҡмаҡтар, бейеүҙәр башланырға тейеш.
Бына ҡарағастай мөһабәт кәүҙәле Ағайыбыҙ килеп инде... Ҡурай менән гармун көй һуҙҙы... Сыңлап торған тәңкәле, ҡупшы кейемле инәй-апайҙар дәртле таҡмаҡ башланы. Әммә "Ҡулымдағы йөҙөгөмдөң исемдәре Мортаза..." тигән еренә еткәс кенә, "ыссын" президентты шулай яҡын арауыҡта күреүҙән ныҡ тулҡынланып, таҡмаҡтың һүҙҙәрен онотоп, "шып" туҡтаныҡ та ҡуйҙыҡ. Президент ағайыбыҙ аҙ ғына көтөп торҙо ла: "Эййй, сысҡан төшкән уртаға!" - тиеп таҡмаҡты дауам итеп, түңәрәк уртаһына төшөп бейене лә китте...
Геүү итеп ҡалған халыҡ тағы ла дәртләнеп китте, ҡултыҡлап бергәләп рәхәтләнеп бейене, ихлас ҡыуанды шунда! Президенттың ябайлығы, халыҡсан булыуы шул тиклем һоҡландырҙы һәм йөрәктәрҙә мәңгелеккә уйылып ҡалды...
Урының йәннәттә генә булһын, Ил ағаһы! Халыҡ һөйөүе мәңгелек!

Айгөл Фәйзуллина.

https://vk.com/im?sel=396373839&w=wall554743370_11463%2Fcd90ab10f7d6954e25

 

Автор:
Читайте нас: