-26 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Тарих һәм шәхес
6 Февраль , 14:16

ТАМҒАНЫҢ БАҺАҺЫ ЮҒАРЫ ӘММӘ НИ ӨСӨН ЮҒАРЫ?

Мәҡәләнең исемен уҡығас, ҡайһы берәүҙәр, тамға тураһында яҙмаһа ла була инде, был турала беҙ былай ҙа беләбеҙ, тип әйтеп ҡуйыр. Әлбиттә, был фекер менән килешмәйенсә булмай. Күптәр тамға тураһында белә. Уға хөрмәт менән ҡарай. Сит яҡтарҙан килгән ҡунаҡтарға ҡарағай олонона һуғылған тамғаны күрһәтергә онотмай. Ә һөйләй башлаһа... күптәр яңылыш һөйләй ҙә ҡуя.

Был хәл минең өсөн көтөлмәгән асыш булды. Ярай, тамғаға ҡағылышлы мәсьәләне бөгөнгө мәҡәләлә асыҡларға тырышырбыҙ. Ә хәҙер "күптәр яңылыш һөйләй ҙә ҡуя" тигәнемде кирәм миҫалында тикшереп ҡарайыҡ әле. Уның менән танышҡандан һуң Бөрйән ҡунағы, моғайын, беҙгә ошондай һорау бирер ине.
- Кирәмдең ниндәй төрҙәре була?
Күптәр был һорауға дөрөҫ яуап бирер.
- Йүкә-кирәм һәм ҡайыш-кирәм була.
Икенсе һорау ҙа артыҡ ҡыйынлыҡ тыуҙырмаҫ кеүек.
- Ә ни өсөн борон күберәген йүкә-кирәм менән ҡулланғандар?
Күптәр сәбәбен ошолайыраҡ аңлатыр ине.
- Борон ҡайыш ҡиммәт булған. Күптәрҙең уны һатып алырға хәленән килмәгән. Шуға ҡайыш-кирәм хәлле солоҡсола ғына булған. Ә йүкәне һатып алырға кәрәкмәй. Уны урманға барып бушлай һыҙырып алып ҡайтырға була. Шуға борон күптәр йүкәнән үрелгән кирәм ҡулланған.
Тәү ҡарамаҡҡа, яуап дөрөҫ һымаҡ. Ә ысынында иһә ул дөрөҫ түгел. Быны аңлар өсөн ошо һорауҙарға яуап бирер кәрәк. Ни өсөн ҡайыш ҡиммәт булған? Уның хаҡы ниндәй мәғлүмәттәргә таянып әйтелә? Ә, бәлки, ҡайыш арзан булғандыр? Бәлки, уны күптәрҙең һатып алырға хәленән килгәндер. Бына ошондай һорауҙарҙы асыҡлау һөҙөмтәһендә мин үрҙә әйтелгән яуапты дөрөҫ түгел тип иҫәпләйем. Әлбиттә, был минең шәхси фекер. Ә шулай ҙа кирәм тураһында киләһе мәҡәләлә һөйләшербеҙ әле.
Хәҙер тамға тураһындағы һөйләшеүгә күсәйек. Нимә ул тамға? Тәүҙә ошо һорауҙы асыҡлайыҡ. Тәү сиратта, тамға - ул билдә. Был билдә, был - минеке, тигәнде аңлата. Әйтәйек, борон һәр ҡәбилә үҙ ерҙәрен тамға менән билдәләгән. Ул ике ҡәбилә ерҙәре сигендә үҫеп ултырған ниндәйҙер билдәле (яңғыҙ, бейек, йыуан, ялбыр һәм башҡа) ағасҡа, осло булып сығып торған ҡая ташына, үҙҙәре өйгән таш өйөмөнә, үҙҙәре ҡаҙған тәрән соҡорға һәм башҡаһына һуғылған. Бындай билдәләү беҙҙең көндәргә тиклем еткән осраҡтар ҙа бар. Бына, әйтәйек, бөгөн беҙҙең районда бөрйән һәм ҡыпсаҡ ерҙәрен билдәләгән тамғалар һаман һаҡлана, тип һөйләй ҡайһы берәүҙәр. Насип итһә, барып күрелер әле. Тамға тураһында мәғлүмәт ҡыҫҡаса ошолай.
Хәҙер төп хата фекер тураһында һөйләшеп китәйек. Күптәребеҙ ошолай һөйләй - борон тамғаны уҡый-яҙа белмәгән кеше ҡулланған. Бының хата фекер икәнен иҫбатлауы ауыр түгел. Әйтәйек, берәй уҡымышлы кеше балыҡсы икән, тей. Уның кәмәһе лә бар икән, тей. Ул ишкәктәргә һәм кәмәгә нимә һуға? Тап шулай, ҡултамғаһын түгел, ә үҙ тамғаһын һуға. Борон тамға һәр кемгә - һунарсыға, балыҡсыға, тире эшкәртеүсегә, солоҡсоға, игенсегә, күмер яндырыусыға, балта оҫтаһына һәм башҡаһына кәрәк булған. Ғаилә башлығы үҙ тамғаһын бар нәмәгә һуҡҡан - көрәгенә, сүкешенә, урағына, һабанына, батманына, бураһына, балтаһына, мылтығына, атының янбашына, үгеҙҙең ҡулбашына, арбаһына, дуғаһына һәм башҡаһына.
Был теҙмәлә солоҡ ағасы ниндәйҙер айырым урын алып тормай. Ул бары ошо иҫәп эсенә генә инә. Ә ҡайһы берәүҙәр, тамға - ул солоҡсоноң милек билгеһе, тип хата һөйләп ҡуя. Был осраҡта, тамға - ул ғаилә милке билгеһе, тип аңлатыу дөрөҫлөккә тап килә. Алдан әйткәнемсә, тамға - был минеке, тигән билдә. Шуға ул элек урлашыуға ҡаршы төп кәртә булып торған. Сөнки тамғаны бер нисек тә юҡҡа сығарып булмай. Әйтәйек, берәүҙең мылтығын сәлдерҙең, тей. Әммә уны минеке тип иҫбатлап булмай. Сөнки уның һабында торған тамғаны соҡор ҡалдырмай ғына юнып ташлау мөмкин түгел. Иң мөһиме, үҙ тамғаңды һуғып булмай. Сөнки борон сит тамғаны боҙоп, үҙ тамғаңды һуҡҡан өсөн ҡаты яза ҡаралған. Әйтәйек, кемдер берәү берәй балыҡсының кәмәһен үҙенә әйтмәй генә "ваҡытлыса" алып торҙо (дөрөҫөрәге, урланы) икән, тей. Әлбитә, күпмелер ваҡыттан һуң был ҡырын эш асыҡлана. Хәҙер был уғры язаһын алырға тейеш. Уны билдәләү өсөн тәү сиратта тамғаны тикшерәләр. Тамға боҙолмаған. Ул кәмәлә һәм ишкәктәрҙә бар. Тимәк, был эш боҙоусы эште әле артыҡ боҙмаған. Уның төҙәлеүенә өмөт бар. Әлбиттә, ул үҙ язаһын ала. Әммә ул артыҡ ҡаты булмай. Ә әгәр ул тамғаны боҙған булһа... Бында эш бөтөнләй икенсе төҫ ала. Ололар әйтеүенсә, заманында тамғаны боҙған өсөн дүрт ат йәки уларҙың хаҡын түләү язаһы ҡаралған.
Моғайын, тамға кешенең уҡый-яҙа белгәненә бәйле түгел икәнен уның солоҡ ағасында ғына булмауын аңлата алғанмындыр. Әммә ваҡыты менән төп хата ошондай көслө "дәлил" менән нығытыла.
- Борон уҡый-яҙа белмәгән кеше ҡултамға урынына тамға ҡуйған.
Һәм тағы бер көслө "дәлил" өҫтәлеп ҡуя.
- Тамға ҡуйылған рәсми ҡағыҙ юридик көскә эйә булған.
Әммә, минеңсә, был фекер дөрөҫлөккә тап килмәй. Бындай һығымтаны мин өйрәнеү-эҙләнеүҙәргә таянып әйтә алам. Улар миңә ошондай һығымта яһарға мөмкинлек бирә - борон рәсми ҡағыҙға уҡый-яҙа белгәне лә, уҡый-яҙа белмәгәне лә тамға ҡуйған. Сөнки ҡултамғаға ҡарағанда тамғаның баһаһы күпкә юғары. Ә ниңә юғары? Был һорауға яуап юҡ (был турала һөйләшербеҙ әле). Минең өйрәнеү буйынса, рәсми ҡағыҙға ике тамға - ошо кешенең тамғаһы һәм уның атаһының тамғаһы, ҡуйыла. Атай тамғаһы был кеше кемдең улы икәнен күрһәтеп тора. Эш шунда, ҡайһы ваҡыт тамғала өҫтәмә һыҙыҡтар күбәйеп китә. Ваҡыты менән аралар араһында оҡшаш тамғалар барлыҡҡа килә башлай. Шуға атай тамғаһы кәрәк тә инде. Рәсми ҡағыҙҙа эш тамғалар ҡуйыу менән генә тамамланмай. Ул юридик көскә инһен өсөн мотлаҡ ҡултамға кәрәк. Бында уҡый-яҙа белгәне үҙ ҡултамғаһын ҡуя. Ә уҡый-яҙа белмәгәне өсөн ауылдың уҡымышлы кешеһе - мөғәллим, үҙ ҡултамғаһын ҡуя. Бына ошо осраҡта ғына рәсми ҡағыҙ юридик көскә эйә була. Минең өйрәнеүҙәр ошондай һығымтаға килтерҙе.
Ә ни өсөн тамғаның баһаһы юғары? Был һорау әле асыҡланмаған. Ғалимдар өсөн ул һаман сер булып тора. Улар араһында тамғаның баһаһы юғары булыуында шик юҡ. Быны аңлау өсөн Ағиҙел буйына төшәйек тә ҡаяларға күҙ һалайыҡ. Бында ниндәй генә яҙыуҙар юҡ! Иҫ китмәле инде. Был яҙыуҙар араһында беренсе урында кеше исемдәре һәм исем-шәрифтәрҙең баш хәрефтәре тора. Икенсе урында - ҡала-ауыл исемдәре. Өсөнсө урында - уҡ менән үтә атылған йөрәк, "мин бында булдым", "һине һис ҡасан онотмам", "беҙ тағы килербеҙ", "көт мине" тигән яҙыуҙар. Ғалимдар ошо яҙыуҙарҙы, былар замана кешеһе тамғаһы, тип аңлата. Кемдер бының менән ризалашмаҫ. Ундайҙар, был яҙыуҙар тамға түгел, тип әйтеп ҡуйыр. Шуға күрә беҙ уларҙы билдә тип атайыҡ. Бының менән күптәр риза булыр. Ғалимдар билдәләүенсә, бына ошо билдәләр ярҙамында кеше ошо ерҙә булғанлығын белгертергә тырыша. Иғтибар иткәнһегеҙҙер, бөгөн кеше уҡымышлы. Әммә ҡая ташына ул үҙ ҡултамғаһын ҡуймай. Ул ниндәйҙер билдә һуға!
Ошо билдәләргә ҡағылышлы асыҡланмаған һорауҙар күп. Шуларҙың береһе - кешене бейек ҡаяға менергә һәм унда нимәлер яҙырға ниндәй көс алға этәрә икән? Бына ошо һорауға яуап юҡ. Иғтибар иткәнһегеҙҙер, кеше үҙ яҙыуын мөмкин тиклем бейектә яҙырға тырыша. Ҡайһы бер яҙыуҙарға ҡарайһың да аптырап баш сайҡап ҡуяһың. Нисек унда менә алды икән... Ә ҡолап китһә... Тере ҡалыуы бит бик икеле. Асыҡ ҡаяла арҡан менән бәйләнеп тороп яҙып була, тип әйтеп ҡуйыр ҡайһы берәү. Әммә был аңлатмалар мәмерйә эсенә инеү менән юҡҡа сыға. Сөнки мәмерйә эсендә лә шул уҡ хәл. Уның эсендә ҡараңғы, таш стеналар еүеш, түшәм бейек. Һүрәт эшләү түгел, имен-аман сыҡһаң да шәп. Аптырамалы инде, мәмерйәнең эсе тулы һүрәт. Борон эшләгән һүрәттәр ҙә бар, замана кешеһе яҙған яҙыуҙар ҙа күп. Ярай, асыҡ ҡаяла торғанын күптәр уҡый ала. Ә мәмерйәлә яҙылғандарын кем күрер ҙә кем уҡыр. Әммә кеше барыбер яҙа!
Бына кешенең ошо билдәләрен ғалимдар аңлата алмай. Нишләп кеше нимәлер яҙам тип, үҙ ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып, өҫкә табан үрмәләй? Ни өсөн ул өйҙә үк нимәлер яҙыр өсөн арҡан, буяу, бумала һәм башҡаһын алдан хәстәрләй башлай? Ошо урында беҙгә, кемдер нимәлер яҙған, тип аптырап ултырырға кәрәкмәй. Заманында беҙ үҙебеҙ ҙә бәке осо менән партаға йә эскәмйәгә нимәлер яҙып ҡуя торғайныҡ. Нимәгә яҙғанбыҙҙыр инде... Шуға күрә ғалимдар, бәлки, тәү осорҙа тамғаның шәхси милекселеккә ҡатнашы булмағандыр, тигән фекерҙе лә әйтеп ҡуя. Ҡыҫҡаһы, тамға ул тәү ҡарамаҡҡа ғына ябай. Бында асыҡ һорауҙар күп. Бәлки, был һорауҙарға йәш быуын өйрәнеүселәре яуап табыр. Тамға һуғыу ҡасандан бирле ҡулланыла? Уның төп тәғәйенеше нимәлә? Ул ни өсөн һаман һаҡлана? Уны ҡулланыу ҡасан юғалыр? Ҡыҫҡаһы, тамғаға ҡағылышлы һорауҙар күп.

Әғләм ШӘРИПОВ.
"Киске Өфө" гәзите, №49, 2023 йыл

Автор:
Читайте нас в