Х.Үтәшев. Мортаза Ғөбәйҙулла улы, беҙҙең театр спектаклдәрен тәүге тапҡыр ҡасан ҡараған инегеҙ?
М.Рәхимов. 1952-се йылдарға барып тоташа тәүге хәтирәләрем. Ул ваҡытта Өфөгә башҡорт ауылдарынан бик һирәк уҡырға киләләр ине. Беҙ, студенттар, башҡорт егеттәре йыйылышып, ял көндәре –шәмбе, йәкшәмбе - һәр ваҡыт театрға йөрөргә тырыша инек. Сөнки шул театрҙа ғына яҡташтарҙы күрәһең, башҡортса һөйләшеп ҡайтаһың. Тормош ауыр, бер стипендияға йәшәй инек. Мин нефтяной техникумда уҡый инем, унда беҙҙең стипендия арыу ине, шулай ҙа, егеттәр менән эшкә йөрөп, биржаға, вокзалға эшкә йөрөп, 10-15 һум аҡса эшләп ҡайта инек. Шул эшләгән аҡсаға театрға билет һатып алабыҙ. Ул билетты галеркаға ала инек. Шунда ҡарап ултырабыҙ ҙа, ҡайҙа бушыраҡ урындар булһа, антрактта йүгереп аҫҡа төшәбеҙ, спектаклдең ҡалған яртыһын шунда ҡарайбыҙ. Элек халыҡ театрға күп йөрөй ине. Һәм артистарҙы ла башҡасараҡ иҫтә ҡалдырғанмын, Рәғиҙә Янбулатова сығып йырлаһа - уға һоҡланып тыңлап ултыра инек.
Д.Ҡәйүмова. Элекке артистарҙан кемдәрҙең уйнағаны иҫегеҙҙә ҡалған?
М.Рәхимов. Элек беҙҙең уйҙа шулай ине – “йырламаған кеше артист булырға тейеш түгел” тигән һымаҡ, ысынлап та, бөтә артистар ҙа матур йырлайҙар ине – Хажи Бохарский ҙа, Рәғиҙә Янбулатова ла, Бәҙәр Йосопова ла…Беҙ ошо театрға барып, рәхәтләнеп туған телебеҙҙә аралашып ҡайта инек, сөнки ул ваҡытта бөтә башҡорт интеллигенцияһы театрҙа йыйыла ине. Урамда русса һөйләшәләр ине, мин Черниковкала йәшәгәс, бигерәк тә унда русса аралашҡан кешеләр күберәк ине, шуға трамвай менән килгәндә берәй башҡортто күреп ҡалып һүҙ ҡушһам, башҡалар беҙҙең һөйләшкәнгә аптырап ҡарап китә ине. Хәҙер генә демократия – ниндәй телдә теләйһең – шул телдә һөйләшәһең. Шуның өсөн минең иҫтәлектә Башҡорт драма театры бик ҡәҙерле урын алып торҙо. Арыҫлан Мөбәрәковтар уйынын ҡарарға ярата инем, һәр бер артисты танып тора инек, улар һәр береһе шул тиклем матур кейенгән, ыҫпай, зауыҡлы ине. Аҙаҡтан Президент булып эшләй башлағас та һәр ваҡыт артистар тураһында ярҙамсыларымдан һорашып торҙом – эш хаҡтары, тормош шарттары нисек, тип. Элек артистар абруйлы булды, берәй ауылға гастролгә барһалар – һәр ваҡыт көтөп алынған хөрмәтле ҡунаҡтар булдылар. Хатта артистарҙы фатирға төшөрөү өсөн сират була торған ине. Хәҙер иһә халыҡ башҡасараҡ – бер-береһе менән аралашмайҙар ҙа, танышмайҙар, яҡташтарын, ауылдаштарын белмәйҙәр… Ә беҙҙең заманда театр – ул беҙҙе берләштергән, көс-дәрт биргән урын ине.
Х.Үтәшев. Мортаза Ғөбәйҙулла улы, 2000 йылда һеҙҙең күрһәтмә буйынсы беҙҙең театр бинаһы реконструкцияланды, коллективтың эш шарттарын ла күпкә яҡшыртылды…
М.Рәхимов. Эйе, Башҡорт академия драма театрын эшләнек, Республика рус драма театрын, Татар “Нур” театрын да эшләнек. Милли Йәштәр театры ла шул йылдарҙа төҙөлдө. Стәрлетамаҡта театр эшләнек, Туймазыла, Сибайҙа, Учалыла шулай уҡ сәнғәткә иғтибар ныҡ булды.
Д.Ҡәйүмова. Мортаза Ғөбәйҙулла улы, беҙҙең театр коллективынан һеҙгә ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ, һеҙҙе һәр ваҡыт оло хөрмәт менән иҫкә алабыҙ. Һеҙҙең республика президенты булған осорҙа мин театрға эшкә килгән инем, әле лә иҫемдә – һеҙ һәр ваҡыт беҙҙең спектаклдәргә килә инегеҙ, артистар тормошо менән ҡыҙыҡһына инегеҙ, уларҙы исемләп белә торғайнығыҙ…
М.Рәхимов. Элек беҙ башҡа өлкәләр менән экономика һәм халыҡтың йәшәү кимәлен сағыштыра инек, алда барырға тырыша инек. Бөгөнгө көндә лә хәлдәр тағы ла яҡшы яҡҡа үҙгәрер, тип уйлайым, республика етәксеһе булып Радий Фәрит улы Хәбиров эш башланы, ул республика проблемаларын белә, беҙгә нимәгә иғтибар итергә кәрәк икәнен аңлап тора, хәстәрлекле етәксе.
Д.Ҡәйүмова. Бөгөн башҡорт театры ниндәй функция үтәргә тейеш һәм сәхнәлә ниндәй теманы күтәрергә тейеш - шул турала ла әйтеп китһәгеҙ ине…
М.Рәхимов. Элек-электән Башҡорт драма театры әйҙәүсе театр, ул милләтебеҙҙең телен, ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡларға тейеш, халыҡтың рухи ҡиблаһы булырға тейеш. Әммә театр үҙе лә хөкүмәттең иғтибарын тойоп йәшәргә тейеш. Бөтә яҡтан да Башҡорт драма театры һәм Башҡорт опера һәм балет театры алдан барырға тейештәр. Ул театрҙар алдан барһа, башҡалар ҙа уларға эйәрергә тырышасаҡ. Халыҡты борсоған теманы күтәрергә кәрәк театрға. Мәҫәлән, күптәр Себергә китеп эшләй, ә бында – ғаиләләре ҡала, шулай уҡ ауыл темаһын да онотмағыҙ, ауылдар бөтмәһен ине… Һеҙҙең артистарҙың эш хаҡы нисек?
Х.Үтәшев. Рәхмәт, Мортаза Ғөбәйҙулла улы, эш хаҡы һәйбәт беҙҙең театр артистарының…
М.Рәхимов. Мин Президент булған саҡта аптырай инем уларҙың эш хаҡына – “шул ғына бәләкәй зарплатаға эшләп, халыҡтың күңелен күреп йөрөйҙәр бит әле, нисек тә булһа күтәрергә кәрәк”, тип уйлай инем.
Д.Ҡәйүмова. Беҙҙең театр коллективына теләктәрегеҙҙе лә еткерһәгеҙ ине, Мортаза Ғөбәйҙулла улы…
М.Рәхимов. Башҡорт драма театры коллективын 100 йыллыҡ юбилейы менән ҡотлайым! Һеҙгә иҫәнлек-һаулыҡ, уңыштар, бары тик изгелектәр генә теләйем. Матур йәшәгеҙ! Артист кеше матур булырға тейеш, ул – театрҙың йөҙө. Хәҙер тормош икенсе, донъя ла икенсе, әммә артистар һәр ваҡыт үҙ урынында, улар бөтә яҡтан да матур булырға тейештәр…
Х.Үтәшев. Беҙгә ваҡыт бүлеүегеҙ өсөн рәхмәт, Мортаза Ғөбәйҙулла улы! Иҫәнлектә-һаулыҡта күрешергә насип булһын!
Динара ҠӘЙҮМОВА.