+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Тарих һәм шәхес
2 Февраль , 17:25

Әхмәтбаҡый ­хәҙрәт

-

Минең баҡыйлыҡҡа күсеүемде күк йөҙөнә ҡарап белерһегеҙ, — тигән Ейәнсура районы Үрген ауылында йәшәгән Әхмәтбаҡый хәҙрәт, һәм берҙән-бер көндө – күк көмбәҙен дә ҡөрьән хәрефтәре менән семәрле яҙма хасил була – „Әхмәтбаҡый хәҙрәт вафат булды”, тигән һүҙҙәр туҡылған була унда.
     Бәрәкәтле Үрген ере тарихи шәхестәргә бай төбәк. Бында ил инәһе Бәндәбикә менән Ерәнсә сәсән эҙҙәре һаҡланған. Октябрь революцияһына тиклем Аҡъюлов Фәхретдин хәҙрәт, Ҡолдәүләтов Вәлиул ла мулла, Абдуллин Сәләхетдин ахун һәм уның улдары Нәжметдин менән Гәбделәхәт муллалар үҙ заманында күренекле дин әһелдәре булған. Шулай ҙа был зыялылар араһын да Әхмәтбаҡый хәҙрәт айырым урын алып тора. Ҙур ғилем эйәһе һәм дин әһеле, мөғәллим һәм көслө табиб булараҡ билдәле шәхес 1860 йылда Фәхретдин хәҙрәт ғаиләһен дә донъяға килә. Атаһын да уҡый башлағас, малай бәләкәйҙән белем алыуҙа ҙур зирәклек күрһәтә. Уның тәбиғи һәләттәрен артабан үҫтереү өсөн көслө ғилем йорттарын да шөғөлләнеү кәрәклеген яҡшы аңлаған атаһы 14 йәшлек кенә улын каруанға эйәртеп Көнсығыш илдәренә оҙата. Әхмәтбаҡый атаҡлы Ҡаһирә университетын да белем ала. Бер нисә йылдан Мәккәлә һәм Мәҙинәлә булып, хаж ҡылып, күп илдәрҙе гиҙеп, төрлө яҡлап төплө белем туплаған егет Үргенгә әйләнеп ҡайта. Ҡайтыу менән ауылда яңы мәсет һалдыра һәм мәктәп аса. 1890 йылда Ырымбур мосолман дар Диниә назаратын да имтихан тотоп, Рәсәй батшаһы ғәли йәнәптәренең Указы менән имам-хатиб һәм мөғәллим дәрәжәләренә ирешә, Үрген ауылы мәсетенең хатибы итеп раҫлана. Мәктәбен дә яңыса уҡытыу алымдары индерә, туған тел һәм әҙәбиәт, урыҫ теле һәм тәбиғәт фәндәре лә өйрәнелә. Мәктәп тиҙ арала тирә-йүндә танылыу ала. Икенсе тапҡыр хажға барып ҡайтҡас, Әхмәтбаҡый хәҙрәт ауылдарға муллалар әҙерләү өсөн махсус рәүеш тә бер юлы 60 егетте уҡытып сығара. Хатта шул осорҙар ҙа халыҡ араһын да Үрген де *Алтмыш мулла ауылы* тип тә йөрөткәндәр.
     Һуңғы хаж сәфәрен дә хәҙрәт Урта Азия, Ҡаҙағстан яҡтарында ғилем тарата, кешеләрҙе дауалай, һуңынан йәй һайын шул тарафтарҙан кешеләр Үргенгә ағыла. Ул үлән менән дауалау серҙәрен белгән, тоҙ менән өшкөргән, быуын ултыртҡан, имләгән...
     Ябай халыҡтың аһ-зарын йөрәге аша үткәргән хәҙрәт 1917 йылғы февраль революцияһын һәм унан һуң башланған үҙаллылыҡҡа, халыҡ мәнфәғәттәрен яҡлауға йүнәлтелгән башҡорт милли хәрәкәтен дә хуплап ҡабул итә. 1918 йылда хәрәкәт етәксеһе Зәки Вәлиди үҙенең штабы менән Үргенгә Әхмәтбаҡый янына килә, уның фатихаһын ала, фекер алыша, ҡунаҡ булып, йонсоған аттарын, хәҙрәттең аттарына алыштыра. Вәлиди менән бергә хәҙрәттең улы Сәғит тә китә, тик әйләнеп ҡайта алмай, хәбәрһеҙ юғала.
     Тәүге ун йыл тирәһе дингә иреклек биргән совет власына ла насар ҡарашта булмай ул. Быны дәлилләүсе күп миҫалдарҙың береһен генә килтереп китәйек. 1921 йылда Үҫәргән кантонында ла йәшелдәр хәрәкәте ҡалҡып сыға. Улар ауыл һайын совет хеҙмәткәрҙәрен, коммунистарҙы атып йөрөйҙәр, Үргендә был ваҡытта егерме ике коммунист була. Бандиттар иң тәүҙә Әхмәтбаҡый хәҙрәткә килеп: «Коммунистарҙың халыҡҡа мөнәсәбәте нисек?» – тип һорай. Хәҙрәт: «Уларҙың зыяны юҡ, киреһенсә, күберәк ярҙам итәләр», – ти, халыҡ та уның һүҙен ҡеүәтләй. Шулай итеп, ауыл коммунистары иҫән ҡала.
     Ләкин егерменсе йылдар аҙағында властың дингә мөнәсәбәте ҡырҡа кирегә үҙгәргәс, Әхмәтбаҡый Аҡъюловҡа ла мулла булған, халыҡтың аңын томалаған, кешеләрҙе үҙенә эшләтеп байыған, тигән ғәйептәр ташлана. Әммә Үрген халҡы хәҙрәтте яҡлап алып ҡала. Тик 1930 йылдың авгусында ул барыбер ҡулға алына һәм «советтарға ҡаршы эшмәкәрлек» – өсөн өс йылға хөкөм ителә. Уны урман ҡырҡырға ебәрәләр. Шул саҡта ла ул табиблыҡ эшмәкәрлеген алып бара, ҙур түрәләрҙе һәм уларҙың туғандарын, тотҡондарҙы төрлө ауырыуҙарҙан нисек һауыҡтырыуы тураһында әле лә төрлө хикмәтле хәбәрҙәр йөрөй.
     Ун айҙан хәҙрәтте төрмәнән сығаралар. Ҡартайып, хәлһеҙ һәм ауырыу хәлендә ҡайтып килә ул. Бында иһә донъяһы туҙҙырылған, мәсет менән ҙур өйө күсереп һалынған (улар үткән быуаттың туҡһанынсы йылдарына тиклем халыҡҡа хеҙмәт итте), көтөү-көтөү мал колхозға инеп киткән була.
     Артабан хәҙрәт ихатаһындағы мал өйөндә ғүмер итә, хатиплыҡтан китергә мәжбүр булһа ла, уның зирәк аҡылына һәм табиблыҡ һәләтенә мөрәжәғәт итеүселәр күп була. Иҫ киткес кәмһетелеүҙәргә дусар ителһә лә, бер кемгә, бер нәмәгә лә рәнйемәй, юғары рухын һуңғы көндәренә тиклем һаҡлаған ғорур шәхес 1936 йылдың июнь айында вафат була. Үлеренән алда ул: «Балалар, мин баҡыйлыҡҡа күскәс, күктә яҙыу булыр, ҡурҡмағыҙ», – тип әйткән була.
     Ысынлап та, был көндө күктә ғәрәп хәрефтәре менән яҙыу хасил була, күптәр хажи хәҙрәттең вафатын шунан белә. Тирә йүндән бик күп халыҡ йыйыла, ауылға дөйәләре менән ҡаҙаҡтар һәм Урта Азия вәкилдәре килеп тула.
     Ил ағаһын зыяратҡа күтәреп алып барып ерләй башлағас, ямғыр яуа, халыҡ быны тәбиғәттең илауы тип ҡабул итә. Ерләп бөтөп, доға ҡыла башлағас, көн асылып китеп, ҡояш сыға.
     1947 йылдың йәйен дә Үрге Муйнаҡ ауылынан Әхмәтғәлим мулла килеп хәҙрәттең ҡәберен таштар менән бурауҙы ойоштора.
     2010 йылдың 1 июлендә Үрген ауылын да Әхмәтбаҡый хәҙрәттең тыуыуына 150 йыл тулыуға арналған йыйын бик юғары кимәлдә үтте. Өсөнсө ай инде яуым-төшөм күрмәгән ер өҫтөнә нәҡ шул көндә ямғыр яуыуын барыһы ла мөғжизә, тимәк, хәҙрәт рухы беҙҙең менән, «хоҙай ҡөҙрәте», «хәҙрәт ямғыры» тип ҡабул итте. Хәтер көнөн дә күҙәтелгән Хоҙай Тәғәлә мөғжизәләре ямғыр менән генә бөтмәй. Шул көндө Байыш ауылының көньяҡ көнбайыш офоғон да көндөҙгө сәғәт 6-лар тирәһен дә аҡ болоттарҙан яҙыуға оҡшаш семәрҙәр барлыҡҡа килә. Ғәрәп хәрефтәрен таныған кешеләр унда «Ләә иләәһә илләәллааһу» тип яҙылғанын әйтә...
     Әхмәтбаҡый хәҙрәттең балалары ла ғилемгә ынтылышлы, алдынғы ҡарашлы заттар була. Өлкән улы Хәйбулла 1922 йылда асылған Үрген мәктәбенең тәүге мөғәллиме була. 1911 йылда тыуған кесе улы Әхмәт тә уҡытыусы. Уныһы ғәйепһеҙгә ун йыл Сталин золомоноң асыһын татый, шулай булһа ла, бөгөлмәй, тормошто ярата, балаларына матур тәрбиә биреп ҡалдыра. Бөгөн был затлы нәҫелде дауам итеүселәрҙең һәммәһе лә илгә тоғро йәндәр, араларын да – исемдәре билдәле талантлы шәхестәр – фән эшмәкәрҙәре, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, артистар, уҡытыусылар, табиптар... Әхмәтбаҡый хажиҙың олатаһы Аҡъюлдан таралған башҡа тармаҡтар ҙа үҙҙәренең булмышына хыянат итмәгән көслө тоҡомдан һанала».

Юлай СОЛТАНБАЕВ, Үрген урта мәктәбе директоры.

Автор:
Читайте нас: