+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Тарих һәм шәхес
25 Ғинуар , 14:51

Бөтмәҫ-төкәнмәҫ энергия - тормошто яратыуҙан

-

Альбина Хажим ҡыҙы Исхаҡованы Башҡортостан балаларының өләсәйе тип кенә хөрмәтләп йөрөтәләр. Уның тормош әүҙемлеге, күңел байлығы, ысынлап та, өләсәйҙәрҙең алтын аҡылына мохтаж булған бөтә кешегә лә етерлек ул. Үҙ балаларын, үҙ ейәндәрен, тәрбиәгә алған балаларын халҡыбыҙҙың шәхестәре итеп үҫтереүҙән тыш, баш ҡалала үткән барлыҡ сараларҙы ла үҙенең ҡатнашыуы менән йәмләй. Уның тормош юлы барыбыҙға ла өлгө булырлыҡ матур эштәр менән туп-тулы.

Башҡортостан балаларының яратҡан өләсәйе, халҡыбыҙҙың ғорурланырлыҡ шәхесен матур ғүмер байрамы менән ҡотлайбыҙ.

Халҡыбыҙҙың  хөрмәтле ағинәйҙәрҙең береһе, әүҙем йәмәғәт эшмәкәре, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының «Ал да нур сәс халҡыңа» миҙалы кавалеры Альбина апай Исхаҡованың тормошо - уҡып бөтөп булмаҫлыҡ матур китап кеүек. Альбина Хажим ҡыҙы рухи яҡтан бай, тынғыһыҙ кеше.
Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәтен ойоштороусыларҙың береһе, "Аҡ тирмә" милли мәҙәниәт үҙәгендә өләсәйҙәр мәктәбенә нигеҙ һалыусы ла ул.
"Атайсал" мәҙәни үҙәгендә эшләп килгән "Селтәр" башҡорт халыҡ костюмы студияһы оҫтабикәһе ул Альбина Хажим ҡыҙы.
Уның халҡыбыҙ хазиналарына битараф булмауы, уның өгөт-нәсихәте, башланғысы менән әлеге ваҡытта киң таралған, әүҙем эшләгән ойошмалар, төркөмдәр барлыҡҡа килә лә инде. 
Ул милли хазиналарыбыҙға иғтибар бөтөнләй булмаған осорҙарҙа уҡ,  башҡорт ҡатын-ҡыҙ милли кейеменең төп атрибуты – тәңкәле һаҡалды тергеҙеүсе, уны популярлаштырыусы булараҡ билдәле. Күптән түгел генә, милли кәсеп - һөнәрмәнлекте тергеҙеп, мамыҡ шәлдең тағы бер ғәжәйеп төрөн – һуғылған шәлдәрҙе күрһәткән күргәҙмәлә әүҙем ҡатнашты.  Бәйләнгән шәлдән бер-нисә быуат әүәл, кеше һуғылған шәл ябынған, тигән фекерҙә тарихсылар. Бигерәк тә һалҡын ҡышлы Урал буйында донъя көткән, тамырланған халҡыбыҙ кейемһеҙ булмаған.
Тынғы белмәй, башҡорт мәҙәниәтен үҫтереүҙә ҙур эштәр башҡарған "Селтәр" башҡорт халыҡ костюмы студияһының оҫтабикәһе  - Альбина Хажим ҡыҙы Исхаҡова был күргәҙмәлә "Иң оло оҫтабикә" итеп билдәләнде.
Ил инәһе Альбина Хажим ҡыҙы сәләмәт тормош алып барыусы, хәрәкәттә-бәрәкәт икәнде пропагандалаусы ла ул. Исхаҡовтарҙың һоҡланғыс ғаиләһе спорт менән дуҫ. 79 йәшендә улар ГТО нормаларын үтәп, алтын билдәгә лайыҡ була.
Йәштән спортты ярата Альбина апай, хатта еңел атлетика буйынса Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең чемпионы булған. Спорт гимнастикаһы буйынса СССР-ҙың спорт мастеры ла ул. Олоғайҙым, тип, үҙен генә йәлләтеп ултырмай. 78 йәшендә тәүге тапҡыр конькиға баҫып, спорттың яңы төрөн үҙләштереүе - үҙе үк батырлыҡ был матур йәштәге кеше өсөн.

Тынғы белмәгән, камиллашыуҙан туймаған Альбина апай һәр тамашаның уртаһында ҡайнай. Ғөмүмән, мәҙәниәткә битараф түгел ул. Хаҡлы ялға сығып, 72 йәшендә ул сәхнәлә бейей башлап, "Байыҡ" бейеү бәйгеһендә үҙ көсөн һынап ҡарарға, еңеп сығырға ла булдыра.
Ҡайҙан һиндә бөтмәҫ-төкәнмәҫ энергия Альбина апай? - тип һорайым.
- Тормошто яратыуҙан, - ти ул, ябай ғына итеп.

Һуғыш осоро балалары күргән әсе яҙмыш, көс еткеһеҙ һынауҙар кескәй Альбинаны ла урап уҙмай. Аслыҡ, яланғаслыҡта күп балалы ғаиләлә үҫкән ҡыҙ, ҡусты-һеңлеләрен ҡарашып, ауыр хужалыҡ эштәренә егелә. Туңған картуф йыйып, ҡырҙа емеш-еләк, үлән ризыҡтары менән тамаҡ ялғауҙары хәтеренә мәңге уйылып ҡалғанға, бөгөнгө матур тормоштоң ҡәҙерен белә ул.
Һуғыштан һуң балалар йортона эләгә. Өфө 2-се һанлы интернат-мәктәбендә уҡый.
Балалар йортонда бергә үҫкән, бергә уҡыған класташы Исхаҡов Фәнис Ғәйнетдин улы менән ғаилә ҡороп, ҙур илебеҙҙең төрлө урындарында эшләйҙәр. Ике бала тәрбиәләп үҫтереп, юғары белем бирәләр. Туғандары юл фажиғәһендә һәләк булғандан һуң, уларҙың Камилә менән Арыҫлан исемле балаларын тәрбиәгә алып үҫтерәләр, бының өсөн улар 2008 йылда «Иң яҡшы аҫрау ғаилә» тигән исемгә лайыҡ була һәм махсус премия менән бүләкләнә.


Журналыбыҙҙың яңы һанында уның хаҡында мәҡәлә уҡырһығыҙ.

Бөтмәҫ-төкәнмәҫ энергия  - тормошто яратыуҙан
Бөтмәҫ-төкәнмәҫ энергия - тормошто яратыуҙан
Автор:
Читайте нас: