+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Тарих һәм шәхес
21 Ғинуар , 13:04

Абыҙ үлеге

-

Борон кешеләр Ибрайҙың үрьяғында йәйләүҙә ятҡандар. Абыҙ исемле мулла бик күп ҡыҙҙарҙан көлгән була. Бөтә йәйләү халҡы уны яратмай башлай.
Бер көндө ҙур йыйын йыйып, мулланы ла саҡыралар. Бөтә халыҡ, үҙ урындарына ултырып, мулланы көтә. Мулла өсөн бер урын ҡалдыралар. Ергә балаҫ йәйелеп, өҫтөнә ҙур яҫтыҡ һалынған, балаҫ аҫтына ике метр тәрәнлегендә соҡор ҡаҙылған була.
Ике кеше, ипләп кенә тотоп, мулланы килтерәләр. Яҫтыҡҡа ултыртыуҙары була, мулла соҡор эсенә төшөп тә китә. Шунан уны тереләй күмәләр.
Был урын хәҙер ҙә Абыҙ үлеге тип атала .

1966 йылда Ейәнсура р-нының Ибрай ауылында Б. Күсәр баевтан К. Сәйетбатталова, Г. Мифтахова, В. Хөсәйеновалар яҙып алған.—
БЛ, N° 121; БПЛ, № 54; БНТ, ПЛ, N° 88_

https://vk.com/im?sel=396373839&w=wall-73607076_21790%2Fc704cb28bee68aec93

 

Автор:
Читайте нас: