+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Тарих һәм шәхес
15 Декабрь 2023, 11:22

ҠУРАЙСЫЛАР ҠУРАЙ, ӘЙ, УЙНАМАҪ, БАШҠОРТ ҠУРАЙҘАРЫ БУЛМАҺА

-

Төньяҡ-Көнбайыш башҡорттары ҡатындары ҡурайҙа уйнаған

Ҡайһы ауылда ниндәй башҡорт ырыуы вәкилдәре йәшәгәнлеген билдәләгән фундаменталь хеҙмәттә - Азат менән Фирүзә Камаловтарҙың "Атайсал" тип аталған китабында (Өфө, "Китап" нәшриәте, 2001 йыл) күрһәтелеүенсә, Туймазы районының Соҡаҙытамаҡ ауылында башҡорттоң Ҡаңлы һәм Әйле ырыуҙары вәкилдәре йәшәй.
Башҡортостандың Милли архивында һаҡланған "Советская Башкирия" республика гәзитендә 1937 йылда баҫылған фотола күренеүенсә, Соҡаҙытамаҡ ауылы ҡатын-ҡыҙҙары ҡурайҙа башҡорт халыҡ көйөн уйнай. Эх, ишетергә ине нисек иттереп, ниндәй көйҙө уйнанылар икән?

ҠУРАЙСЫЛАР ҠУРАЙ, ӘЙ, УЙНАМАҪ, БАШҠОРТ ҠУРАЙҘАРЫ БУЛМАҺА
ҠУРАЙСЫЛАР ҠУРАЙ, ӘЙ, УЙНАМАҪ, БАШҠОРТ ҠУРАЙҘАРЫ БУЛМАҺА
Автор:
Читайте нас: