+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Тарих һәм шәхес
29 Ноябрь 2023, 11:41

Бейеклектең юҡтыр сиктәре

-

– Ҡурайҙы тотоп, бер ҡасан да арт яғынан өрмәнем, – тине әңгәмә барышында республикабыҙҙың халыҡ артисы, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, олуғ ҡурайсы Ришат Рәхимов.

Ришат Рәшит улы – халҡыбыҙҙың ҡабатланмаҫ шәхесе Ғата Сөләймәновтың ҡурай буйынса беренсе уҡыусыһы, шул иҫәптән беренсе профессиональ ҡурайсы ла ул. Һүҙемдең башына килгәндә, халҡыбыҙҙың милли уйын ҡоралына тоғро, уны өйрәнеүгә, үҫтереүгә бар ғүмерен биреп, лайыҡлы кимәлгә күтәреүгә өлгәшкән ҡурайсы, ысынлап та, хөрмәтле уҡытыусыһынан ваҡытында бик дөрөҫ һәм лайыҡлы тәрбиә ала.

– Ришат ағай, Ғата Сөләймәновтың уҡыусыһы булған осороғоҙ һәм уның хеҙмәтен дауам итеүегеҙ һеҙгә тормошта нимә бирҙе? Ошо хаҡта һөйләгеҙ әле...

– Мин уның тәүге уҡыусыларының береһе. Ул 1971 йылда Өфө сәнғәт училищеһында ҡурай класына нигеҙ һалды. Шунан республика ауылдары буйлап уҡырға балалар эҙләп алды. Шул мәлдә ун ике кешене уҡырға алғайнылар, ләкин арабыҙҙан өс кеше генә уҡыуын тамамлай алды. Шулай дүртенсе курсҡа еткәс, мине саҡырып алды ла: «Ҡустым, инде үҙеңә лә йәштәрҙе уҡыта башларға, уларҙы ҡурай серҙәренә өйрәтергә ваҡыт», – тине. Уҡытып ҡарағаным да, тәжрибәм дә юҡ, ҡурҡып ҡалдым, әлбиттә. Ә ул миңә: «Мин профессиональ ҡурайсы түгел,ә вокалист, бына һеҙ – профессиональ ҡурайсы, мотлаҡ үҙегеҙ эшләргә тейешһегеҙ», – тип ҡатыраҡ итеп әйтте.

Һүҙен йыҡманым, шул ваҡыттан алып пенсияға сыҡҡансы, йәғни ҡырҡ йылға яҡын ҡурайҙан уҡыттым. Бөгөн уҡыусыларым, йәнә уларҙың да уҡыусылары республикабыҙҙа ҡурай сәнғәтендә уңышлы эшләп йөрөй, уларҙы лайыҡлы, дәрәжәле ҡурайсылар тип хаҡлы рәүештә әйтә алам. Йәнә шуны ла билдәләргә кәрәк, беҙҙең ҡурай тажы республика әләмендә һүрәтләнгән икән, тимәк, ул – беҙҙең ҡурайсыларҙың ҡаҙанышы. Ваҡытында төпкөл ауылдарҙан балаларҙы йыйып килтереп, ҡурайҙы профессиональ кимәлдә уҡытыуға өлгәштек, уның статусын да, милләттең төп милли символы итеп тә күтәрә алдыҡ, шуныһы – ғорурлыҡ.

– Һеҙ – беренсе профессиональ ҡурайсы һәм шул юҫыҡта күп кенә хеҙмәттәр башҡарған шәхес. Сәнғәт училищеһында Башҡорт халыҡ уйын ҡоралдары бүлеген асыуға нимә этәрҙе? Ул ваҡытта бит ошондай бүлек бер ҡайҙа ла булмаған...

– Училищены тамамлағас, юғары белем алғым килде, ул ваҡытта Өфө дәүләт сәнғәт институтында ҡурай класы юҡ ине, шуға ла Башҡорт дәүләт университетында булһа ла уҡып, юғары белем алырға булдым. Бер ваҡыт контроль эш мәлендә уҡытыусым Әхмәт Сөләймәнов реферат яҙырға тема бирҙе: «Урал батыр» эпосынан һәм башҡа эпос-ҡобайырҙарҙан музыкаға ҡағылышлы һүҙҙәр һәм музыка уйын ҡоралдары тураһында мәғлүмәттәр табып яҙырға. Шул эште башҡарғанда борон халҡыбыҙҙың ҡурайҙан башҡа, тағы думбыра, ҡыл-ҡумыҙ, ҡумыҙ, дөңгөр, башҡа һуҡма уйын ҡоралдары булғанын белеп ҡалдым. Думбырабыҙ барлығын белә инем, әлбиттә, тик тотоп, күреп ҡарағаным юҡ ине. Аптырауға ҡалдым: ни өсөн беҙ ҡурайға ғына уҡытабыҙ һуң әле, ниңә думбыра, ҡыл-ҡумыҙҙа уйнатмайбыҙ икән? Йәй буйы ошо турала уйланып сыҡтым да, көҙгә яҡташым, шул осорҙағы мәҙәниәт министры Салауат Әминевкә килдем. Ыңғай ҡараны фекеремә: «Әйҙә, ҡустым, Башҡорт халыҡ уйын ҡоралдары бүлеген асайыҡ», – тип дәртләнеп китте. Шулай итеп, ҡурай класын киңәйтеп, бүлек асып ебәрҙек.

Үҙемдең һөнәр буйынса программам бар ине бит инде. Йәй тағы өҫтәмә рәүештә ҡыл-ҡумыҙ, думбыра кластарына балалар йыйҙыҡ. Баян класын да ойошторҙоҡ. Уға тиклем ҡурайҙан яңғыҙ ғына уҡыта инем. Бүлек асҡас, һикһәнгә яҡын студент булып китте. Студенттарым Дамир Әбүбәкиров менән Таһир Хәмитовты ла ҡурайҙан уҡытыуға йәлеп иттем. Башҡа белгестәрҙе лә саҡырҙыҡ. Тәүге тапҡыр шул мәлдә Башҡорт халыҡ милли уйын ҡоралдары оркестрын да булдырҙыҡ. Ул ваҡытта хәҙерге кеүек түгел, бер милли оркестр ҙа юҡ ине әле. Башҡорт халыҡ уйын ҡоралдары бүлегенең студенттар оркестры иһә башҡорт тарихындағы тәүге оркестр булды. Өфө сәнғәт училищеһының 70 йыллыҡ юбилейына арналған кисәлә тәүге тапҡыр халыҡ алдына сығарҙыҡ. Ошондай үҙенсәлекле ваҡиғаны, думбыра менән ҡыл-ҡумыҙҙы тәүгә күреп, тамашасылар ҙа ғәжәпләнде...

– Ә ҡурай бүлегендә профессиональ кимәлдә уҡығандарҙың репертуары ниндәй ине башта?

 

Таңсулпан РӘСҮЛДЕҢ ҡыҙыҡлы мәҡәләһен тулы килеш "Тамаша" журналының әле баҫмаға әҙерләнеп ятҡан декабрь һанында уҡырһығыҙ, дуҫтар. Журналыбыҙға киләһе ярты йыллыҡҡа яҙылып ҡуйырға онотмағыҙ. Көнөгөҙ уңышлы үтһен! 

Бейеклектең юҡтыр сиктәре
Бейеклектең юҡтыр сиктәре
Автор:
Читайте нас: