+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Тарих һәм шәхес
9 Ноябрь 2023, 14:22

ӘСӘЙЕМ МЕНӘН ОЛО ДОНЪЯҒА. ( "Таштуғайҙың ике батыры" исемле китабынан өҙөк)

-

Һәр әҙәм балаһы күңел түрендә бала саҡ хәтирәләрен, мажараларын йөрөтә... Әлбиттә, улар нисек бар — шулай һаҡлана алмай, был тәбиғи. Бала саҡ иҫтәлектәре лә, ҡайһы бер ваҡиғалар кеүек, ваҡыт үтеү менән онотола бара, тоноҡлана төшкән кеүек... Ҡайһылары, киреһенсә, йылдар үтеү менән баҙыҡлана төшә, булғандарына яңы биҙәктәр өҫтәлеп, хатта күңелдә үҙ аллы тормош менән йәшәй башлай... Бына шундай сағыу бала саҡ хәтирәләре күңелдә терелһен, кино таҫмаһындағы кеүек күҙ алдынан үтһен өсөн бик күп тә кәрәкмәй... Уларҙың һәр береһенең үҙенең тылсымлы асҡысы бар!.. Әйтәйек, ниндәйҙер бер бәләкәй генә әйбер күренһә, йә шул ваҡиғалар мәлендәге көй, тауыштар ишетелһә, танауға таныш еҫ килеп бәрелһә — былар барыһы ла ниндәйҙер хәтирәләргә асҡыс булып, күңел бигенә ҡағыла һәм ойоп ятҡан бала саҡ хәтирәләре, сихри тулҡын кеүек, күңелде йылыта, тирбәтә башлай... Мәҫәлән, йәйге томра эҫе көндө сиңерткә серкелдәүен һәм һабантурғай һайрауын ишетеп ҡалыуым була, мине мөғжизәле өйрөлтмә өйөрөлтөп, үҙ-үҙемде белә башлаған мәлгә, әсәйем менән бәйле иң тәүге хәтирәмә осортоп алып ҡайта...
Миңә ул саҡта ни бары дүрт-биш йәштәр самаһы булғандыр. Әсәйем мине етәкләп алған, йылға буйына, кисеүгә табан атлайбыҙ. Икенсе ҡулында — ике күнәк. Ҡояш түбәлә эленеп, аяуһыҙ ҡыҙҙырған төш мәлендә беҙ шулай һуҡмаҡ буйлап китеп барабыҙ. Ауыл малдарын көтөүсе ағай төшкөлөккә һыйырҙарҙы йылға аръяғындағы бейек тау башындағы ятаҡҡа алып килә, әсәйем шул ваҡыт менән файҙаланып, һыйырҙарыбыҙҙы һауып ала. Бына әле шул ятаҡҡа табан китеп барабыҙ. Әсәй ҡулымдан ныҡ итеп тотоп алыуына ҡарамаҫтан, аяҡ аҫтында ятҡан таштарға эләгеп кенә барам, уларҙы саҡ аша атлап үтәм. Тирә- яҡҡа хайран ҡалып ҡарайым — өй ишеге алдынан ары китмәгән бала өсөн был бөтөнләй таныш булмаған донъя, йорт-ҡура эсенән күренгән офоҡтоң аръяғында тағы офоҡ барлығына иҫем китеп барам шулай. Алдыбыҙҙа яҙғы ташҡындан һуң тартылып та өлгөрмәгән йылға аша һалынған ағас баҫма. Күпереп аҡҡан йылға һыуы баҫманың аҫҡы яғына бәрелеп, гөжләп-шарлап аға. Шундай оҙон һәм тар ғына баҫма буйлап арғы яҡҡа сығыу мөмкин булмаған хәл булып күренә — етеҙ тулҡындар мине баҫма менән бергә ағыҙып алып китер кеүек. Һыуға ҡарамаҫҡа тырышһам да, барыбер күҙ төшә бит — йылғыр тулҡындар
иғтибарҙы йәлеп итә, баҫма уртаһына етәрәк, башым әйлә- неүҙән, ҡуш ҡуллап әсәйемдең итәгенә сытырлатып йәбешәм:
— Әсәй!...
— Ҡурҡма... Әйҙә, атла инде, Атуллам...
«Атулла» — ул мин булам. «Хөрмәтулла» тип тултырып әйтергә телем әйләнмәгәндер инде, «Исемең кем?» — тип һораусыларға ғорур ғына: «Атулла!» — тип яуаплайым...
«Ҡурҡма» тигәндән генә батырайып китеп булмай бит инде, мин һаман ҡурҡыуҙан арына алмайым, әсәйемдең алдына сығып баҫып, ике ҡуллап уның аяҡтарын уратып ҡосаҡлап алам, һис тә уға атларға ирек бирмәйем. Ул йомшаҡ ҡына ҡулдары менән минең башымдан һыйпай, арҡамдан һөйөп ҡуя.
— Улым, ана, ҡара әле!.. Ҡара!.. Һыуҙа — балыҡтар!
Мин ҡурҡа-ҡурҡа ғына башымды һыуға табан борам... Ысынлап та — балыҡтар! Ниндәй генәһе юҡ! Бәләкәй генә селбәрәләр ҙә, ҙурыраҡ сабаҡтар ҙа бер-береһе менән ярышып, кем уҙарҙан һыуҙа йылбырлай.
Мин был мөғжизәне күҙәткән арала, әсәйем күнәктәрен ситкә ҡуйып, баҫмаға тубыҡланып, һыуға эйелеп ҡулын, битен йыуа, башынан аҡ яулығын сисеп, матурлап яңынан бәйләй... Әсәйемдең тыныс, көләс йөҙөн күреп, мин әкренләп һушыма килеп, уның эргәһенә сүгәләйем. Һыу шундай таҙа, хатта йылға төбөндә ятҡан төрлө төҫтәге йомро таштар, унда үҫкән йәшел сайҙарҙың һыу ағымына йылан кеүек борғоланыуҙары ла күренә. Әсәйем минең бит-ҡулымды йыуа.
— Әсәй, һыуҙан балыҡ еҫе килә...
Йылға аша имен-аман сығып етеп, һөҙәк тау битләүенән юғарыға табан атлайбыҙ. Мин ҡуш ҡуллап әсәйемдең итәгенә йәбешкәнмен. Ләкин ҡуйы булып үҫкән селек һәм тубылғы ҡыуаҡтары былай ҙа көскә тау үренә менеп барыусыларға ҡама- саулай. Мин әсәйем үҙ ҡулдары менән тегеп биргән ҡыҫҡа ғына
ҡара салбар йораты кейгәнмен. Аяҡ сирағын ҡылған үләне ҡытыҡлай, ә тубыҡтарҙы селек һыҙыра.
Ниһайәт, беҙ арманһыҙ булып, арып-талып, тау түбәһенә менеп етәбеҙ. Башыма батырып кейгән фуражка аҫтынан тир һарҡып сығып, битем буйлап аға. Тауҙа ҡояш нығыраҡ ҡыҙҙыра икән. Мин ҡылған үләне өҫтөнә ял итергә сүгәләйем. Ҡулыма алған матур таштың ҡайнарлығынан түҙмәй, шунда уҡ атып бәрәм. Эргәмдә генә ҡыштырлау һәм быға тиклем ишетмәгән бик сәйер тауыштан һиҫкәнеп, ҡысҡырып, урынымдан һикереп торам, ләкин шул уҡ тауышты уңда ла, һулда ла ишетеп, ҡыбырларға ла ҡурҡып ҡатып ҡалам. Әсәйем тағы ла мине тыныслан- дырырға ашыға:
— Ҡурҡма, улым. Был — сиңерткә. Кешегә зыяны юҡ уның.
Әсәйемдең хуплауын ишеткәндәй, сиңерткәләр бер-береһе менән ярышып серкелдәшергә, алыҫлыҡҡа һикереү буйынса бәйге ойошторорға тотона. Һыйырҙарҙың ҡайһылары бер урынға өймәкләшеп ятҡан килеш, ә ҡайһылары таш һын кеүек баҫҡан килеш көйшәп торалар. Әсәйем тәүҙә ала һыйырыбыҙҙы таба, имсәктәрен еүеш сепрәк менән һөртә, шунан сүкәйеп ултырып, күҙ эйәрмәҫ етеҙлек менән һауырға тотона: зеңгер- зеңгер... Буш биҙрә йылы һөттө ҡабул итеп, үҙ көйөн көйләй башлай... Ә һыйыр ҡыбырларға ла уйламай, себен-серәкәйҙән таланмаҫ өсөн, ара-тирә ҡойроғон ғына болғап, баҫып тора шунда ирәйеп. Күрәһең, оҙон көн буйына йыйылған һөттән бушаныу уға ла еңеллек килтерәлер.
Мин ҡарашымды һыйыр һауып ултырған әсәйемдән алып, тирә-яҡҡа күҙ ташлайым. Бында болоттар ҙа эргәлә генә кеүек. Баш осонда бер ҡошсоҡ, арыу-талыу белмәй, талпынып-талпынып һайрай ҙа һайрай... Бормаланып аҡҡан йылға буйында, ауылымдың өйҙәре шырпы ҡабығы ҙурлығындай ғына булып теҙелешеп ултырған. Йылға ярҙары буйлап йәм-йәшел таллыҡ һәм ҡамышлыҡ күренә. Ҡайҙа һуң беҙҙең өйөбөҙ? Ана, ауылдың ҡап уртаһында ултыра икән!..
Күперҙең аҫҡы яғында бала-саға шау-гөр килеп һыу инә. Уларҙың тауыштары миңә тоноҡ ҡына булып ишетелә. Был камил гүзәллекте күреп мин, ауыҙымды асып, һаман ауыл өҫтөн күҙәтәм. Ул арала әсәйем икенсе һыйырҙы ла һауып бөтөп, мине саҡыра башлай. Ә мин һаман урынымдан ҡуҙғала алмайым.
Ҡайтыуға урауыраҡ юлдан, тауҙың икенсе битендәге үҙәк буйлап төштөк. Ике ҡулына һөт тулы биҙрәләр тотҡан әсәйем артынан эйәреп, теге таныш баҫмаға килеп еттек. Хәҙер инде баҫма миңә ул тиклем оҙон булып күренмәне, тулҡындар ҙа был юлы улай ҡурҡыныс түгел. Ҡыйыу аҙымдар менән арғы ярға табан атланым, сөнки хәҙер инде мин үҙемде бик күпте күргән һәм күптәнге таныш күренгән донъяның яңы серҙәрен асҡан кеше итеп тоя инем...
Был иҫтәлек миңә шуныһы менән ҡәҙерле: беренсенән, әсәйемде тәү башлап нәҡ бына ошо хәтирә аша иҫләйем, икен- сенән, әсәйем ҡурсалауында ауылымдан ситкә сыҡҡан тәүге сәфәрем булды.
Был ваҡиғаларға хәҙер инде ярты быуаттан артыҡ ғүмер үтһә лә, улар минең менән, әйтерһең дә, кисә генә булған кеүек, күңе- лемдә бар нескәлектәренә тиклем мәңгелеккә уйылып ҡалған да ғүмер тигән ҡатмарлы ла, һикәлтәле лә юлда мине оҙата киләләр.
ӘСӘЙЕМ МЕНӘН ОЛО ДОНЪЯҒА. ( "Таштуғайҙың ике батыры" исемле китабынан өҙөк)
ӘСӘЙЕМ МЕНӘН ОЛО ДОНЪЯҒА. ( "Таштуғайҙың ике батыры" исемле китабынан өҙөк)
Автор:
Читайте нас: