+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Тарих һәм шәхес
9 Ноябрь 2023, 20:48

94-се йәшемә баҫырға торам әле, дуҫтар.

-

Бына әле кис тормош иптәшем Гөлсөм апайығыҙ менән үткәндәрҙе барлап, китаптарҙы, яҙылғандарҙы ҡарап ултырабыҙ. Ни тиклем үтелгән, ни тиклем күрелгән, тип, уйланып алдыҡ. Ни тиклем үтелер, ни тиклем күрелер, тип, йылмайып та алдыҡ. Ә ниңә әле тик артҡа боролоп ҡарап ултырырға? 94-се марафонға баҫабыҙ әле, алға, тик алға ынтылабыҙ. Эшләнәһе эштәр күп әле. Беҙҙең һүҙҙе, беҙҙең моңдо көткән йөрәктәр бар әле. Шағир яҙмышын ҡабул итеп алғанһың икән, һин – мәңге көрәшсе, мәңге уҡытыусы, мәңге дуҫы, юлдашы, терәге уҡыусыңдың. Йәштәр, онотмағыҙ шуны! Беҙҙең миссия шундай.

Ҡараңғылыҡ донъяны баҫмаһын, тип, яҡты йырҙар яҙа Р. Шаммас. Тыуған көнөмдә шиғырҙарыма, йырҙарыма күңелегеҙ асыҡ булһа, минең өсөн шул иң ҙур бүләк, дуҫтар.

Ошо шиғырымды бынан утыҙ йыл элек яҙғанмын. Ысынлап та, тыуған көҙөмдө, мул уңышлы көҙөмдө яратам. Һеҙҙе яратам, кешеләр!

КӨҘГӨ БӨРӨМ – ЙӘШӘҮ СЕРЕМ

Яҙ-йәй биргән бөтә байлыҡтарҙы
Көҙгө ҡапсыҡтарға тултырып,
Ҡыш көткәндә мин донъяға килдем.
Тыуған көндә, бына, ултырып
Шиғыр яҙам.
Уйҙар юлдар урай.
Татлы уйҙар, татлы һағыштар…
Әсәм Рауза мине ижад иткән,
Изге юлға тиеп бағышлап.
Әсәм теләктәре ҡабул булды:
Юлым изге, шөкөр Хоҙайға.
Атам миңә алтын аҡыл биргән –
Рәхмәт тимен иң тәү уларға.

Ҡыштарымды атлап, яҙға сыҡтым,
Яҙ-ҡыҙымды үлеп яраттым.
Күңелемә алып яҙ йәмдәрен,
Наҙҙар итеп ергә тараттым.

Һалҡын көҙөм миңә үпкәләмәҫ
Йылы яҙҙы артыҡ күргәнгә,
Көҙҙөң тымып ҡалған бөрөләрен
Япраҡ-сәскә итеп үргәнгә.

Бер уйлаһаң, яҙҙың сәскәләре –
Тантанаһы көҙгө бөрөнөң.
Көҙгө бөрөләрҙә ятмай микән
Бар асылы йәшәү серенең?!

Көҙгө бөрөләрҙе өшөтмәйсә
Яҙға тапшырамын шикелле.
Көҙөм минең Еңеү алып килгән
Һалдат һымаҡ, һоро шинелле.

Яҙым-ҡыҙым килер инеме ни,
Сабыр, һалҡын көҙөм булмаһа,
Көҙгө тамырҙарым, бөрөләрем
Йылы яҙға ҡулын һуҙмаһа.

Тыуған көҙөм.
Тып-тын бөрөләре
Сабыр ғына көтә яҙ айын.
Яҙҙы яратһам да, бар наҙ өсөн
Көҙгә бурыслымын, моғайын.


Рауил Шаммас,
Башҡортостандың халыҡ шағиры.

https://vk.com/im?sel=396373839&w=wall-176077519_982%2F36deb908a26c73b967

 

94-се йәшемә баҫырға торам әле, дуҫтар.
94-се йәшемә баҫырға торам әле, дуҫтар.
Автор:
Читайте нас: