+2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Тарих һәм шәхес
11 Октябрь 2023, 18:17

Маргарет Ингеборг Эрсен-Раш

Азат Ғәлиуллин: 2018 йылғы яҙма. Маргарет Эрсен-Раш иҫтәлегенә арналған. Башҡорт телен һыу кеүек эскән немец ғалимәһе тураһында. Өҫтәүенә, беҙҙең телде уҡыу-уҡытыу буйынса ла апаруҡ эштәр башҡарҙы. Фән докторы заманында донъя халыҡтарына өлгө лә булып ҡалды. Беҙ ҙә яуап итеп Маргарет Эрсен-Раш Ингеборг исемен Башҡортостан ҡала урамдарына биреп, мәңгеләштерһәк ине...

Маргарет Ингеборг Эрсен-Раш 1941 йылдың 16 декабрендә Германияның Лейпциг ҡалаһында тыуған.

И. В. Гёте исемендәге Франкфурт университетын тамамлай.

1964 йылдан Майндағы Франкфурт ҡалаһында Юғары халыҡ мәктәбендә уҡытыусы булып эшләй.

1977—2006 йылдарҙа Майнц һәм Франкфурт университеттарында, Берлин ирекле университетында эшләй. 1990-сы йылдарҙан был университеттарҙа башҡорт телен уҡытыуҙы ойоштора, тәржемә итеү менән шөғөлләнә.

1992 йылдың сентябрь — октябрендә Башҡорт дәүләт педагогия институтының башҡорт филологияһы факультетында төрөк телен уҡытыуҙың интенсив курсын ойоштора.

1995 йылда 1-се Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында ҡатнаша.

2017 йылдың 25 июлендә вафат була.

Тулыраҡ: https://ba.wikipedia.org/wiki/Маргарет_Ингеборг_Эрсен-Раш

 

 

Маргарет Ингеборг Эрсен-Раш
Маргарет Ингеборг Эрсен-Раш
Автор:
Читайте нас: