ОКТЯБРЬ ПРОСПЕКТЫ
Баш ҡалабыҙ Өфөнөң иң оҙон һәм иң матур урамдарының береһе — Октябрь проспекты. 1956 йылда Черниковка ҡалаһы Өфөгә ҡушылғас, уларҙы тоташтырған киң һәм оҙон яңы урам төҙөлгән. 2008 йылға тиклем унда трамвай ҙа йөрөнө, һуңынан бында автобус, троллейбус һәм такси маршруттары ғына ҡалдырылып, юлдар киңәйтелде.
Октябрь проспекты бөгөн оҙонға һуҙылған бер баҙар кеүек. Бында баш ҡала халҡының һәм килгән ҡунаҡтарҙың яратҡан урынына әүерелгән «Мир», «Ғаилә», «Өфө» кеүек бик ҙур сауҙа һәм күңел асыу үҙәктәре теҙелеп киткән. Йәнә шуныһы: проспекттағы торлаҡ йорттарҙың беренсе ҡаттарында урын лашҡан төрлө-төрлө магазиндар, кейем- һалым һәм мебель салондары , аҙыҡ-түлек, электроника һәм көнкүреш техникаһы супермаркеттары Өфө халҡын һәм баш ҡала ҡунаҡтарын үҙенә саҡырып тора...
Проспекттың буйынан-буйына урынлашҡан күп ҡатлы торлаҡ йорттарҙың күбеһе «хрущевка». Оҙаҡ йылдар буйы Октябрь проспекты ҡалала берҙән-бер проспект булды, шуға уны халыҡ телендә «проспект» тип кенә йөрөтәләр.